Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 18:20

Ер урынына – 250 мең һум

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә милеккә бушлай ер бүлеү урынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бер тапҡыр аҡсалата түләү биреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә милеккә бушлай ер бүлеү урынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бер тапҡыр аҡсалата түләү биреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.Аҡса күләме 250 мең һум тәшкил итә һәм исемләнгән таныҡлыҡ рәүе­шендә өс йылға тапшырыла. Уны фатир, бүлмә, шәхси торлаҡ йорт һатып алғанда иғәнә итеп файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ шәхси йорт һалырға, ипотека түләргә, ер участкаһы һатып алырға ла була. Тик бер шарт бар – күсемһеҙ милек Башҡортостан биләмәһендә урынлашырға тейеш.Мәғлүм булыуынса, ошондай программа тормошҡа ашырылған бөтә тәбәктәрҙә лә тиерлек бер үк проблема күҙәтелә – ҡулай участкалар етмәй. Ҡала эргәһендәге ер йә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә, йә уларҙың милексеһе бар. Башҡортостанда ни бары туғыҙ район ғына ергә сиратты тулыһынса яба алған.Закон буйынса баҫыуҙағы ерҙе бүлеп бирергә ярамай, участкаға межа яһалырға, электр, һыу, газ селтәре үткәрелергә, юл һалынырға тейеш. Быға байтаҡ аҡса кәрәк, шуға күрә сират кәмемәй, киреһенсә, арта ғына. Әле республикала 16 меңдән ашыу ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә ер алыуға сиратта тора.Кеше үҙе һайлай: аҡса аламы, әллә ерме? Аҡса күләме бөтә субъекттарҙа ла яҡынса бер төрлө. Практика күрһәтеүенсә, бындай сара үҙенең кәрәклеген һәм һөҙөмтәлелеген күрһәтеп өлгөргән.Бушлай ер алыу өсөн муниципалитет хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итеү фарыз. Шулай уҡ түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:- шәхесте раҫлаған документтарҙың (ата-әсәнең, 14 йәштән өлкәнерәк баланың паспорты) күсермәләре;- тыуыу тураһында таныҡлыҡтар;- никах таныҡлығы күсермәһе (әгәр булһа);- граждандың ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәүе тураһында опека органдарынан белешмә ҡағыҙы;- дәүләт медицина-социаль экспертиза хеҙмәтенән баланың инвалидлығын (әгәр булһа) раҫлаған документтар.Башҡа ҡағыҙҙарҙы дәүләт хеҙ­мәткәрҙәре ведомстволарҙан үҙҙәре юллап ала. Бөтә критерийҙарға тап киләһегеҙ икән, һеҙҙе 30 көн эсендә ер участкаһы биреүгә иҫәпкә ҡуялар.Әйткәндәй, ғаиләнең күп балалы булыуынан йәки инвалид бала тәрбиәлә­үенән тыш, йәнә бер нисә мөһим талап бар. Ғаиләнең һәр ағзаһына иң күбе 12 квадрат метр торлаҡ майҙаны тура килергә, әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа ер, торлаҡ йәки уларҙы һатып алыуға аҡса алмаҫҡа (әсәлек капиталынан тыш), ғариза бирелгән районда кәмендә өс йыл теркәлергә тейеш.Бер нисә категорияға инһәгеҙ (мәҫәлән, ишле ғаиләгә һәм 35 йәшкә тиклемге ғаиләгә), ерҙе үҙегеҙ теләгәнсә бер категория буйынса ғына һайлап алаһығыҙ. Участка тигеҙ өлөштә бөтә ғаилә ағзаларының милке итеп теркәлә. Сиратта торған осорҙа балаларға 18 йәш тулһа, борсолмағыҙ. Иң мөһиме – ғариза тапшырған ваҡытта уларҙың бәлиғ булмауы.Бушлай ер халыҡтың башҡа төркөмдәренә лә бирелә. Мәҫәлән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға һәм 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләргә. Тик улар өсөн өҫтәмә талаптар бар.Аҡсалата түләүҙе нисек алырға һуң? Ерме әллә аҡсамы – үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Ер мөһимерәк тиһәгеҙ, муниципалитет уны һеҙгә бүлер, тик сират еткәс.Әгәр аҡсаға өҫтөнлөк бирһәгеҙ, үҙегеҙҙең хакимиәткә барып, ғариза яҙырға кәрәк.
Читайте нас в