Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 18:00

Грантҡа лайыҡ булған уҡыусылар иғлан ителде

Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулған көндә Башҡортостандың халыҡ шағирының исеменә йөрөткән 158-се башҡорт гимназияһының Мостай Кәрим исемендәге фондтың грантын алған уҡыусыларҙың исемдәре иғлан ителде.

20 октябрҙә — Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулған көндә Башҡортостандың халыҡ шағирының исеменә йөрөткән 158-се башҡорт гимназияһының Мостай Кәрим исемендәге фондтың грантын алған уҡыусыларҙың исемдәре иғлан ителде.
Гимназияның 11 уҡыусыһы – уҡыу алдынғылары, ҡала һәм республика конкурстары, олимпиадалары еңеүселәре, призерҙары исемле грантҡа эйә булды:
Диана Ғәзина — 10а,
Лилиә Ғәликәева — 11 а,
Асҡар Иҙрисов — 8в,
Әҙилә Ишемғужина— 8б,
Рамҙаан Ҡаҙакбаев — 9в,
Карина Кәримова — 10в,
Раушания Миһранова — 8а,
Варвара Мосалева — 10в,
Яҙгөл Томаншина — 10в,
Лиана Йоносова — 9а,
Сәлимә Яҡупова — 8б.
Бүләкләү тантанаһы санитар-эпидемиологик хәл яҡшырғандан һуң ойошторола.
20 октябрҙә шулай уҡ йәш ғалимдарҙың – Мостай Кәрим исемендәге фондтың стипендиаттары иғлан ителде.
https://www.bashinform.ru/news/1509725-v-ufe-obyavleny-imena-uchashchikhsya-grantopoluchateley-fonda-imeni-mustaya-karima/
Читайте нас: