Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 18:25

Әсәнең үлемендә кем ғәйепле?

Башҡортостан прокуратураһы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының элекке баш табип урынбаҫары Марина Мөхәмәҙиеваға ҡарата ғәйепләү ҡарарын раҫланы.

Башҡортостан прокуратураһы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының элекке баш табип урынбаҫары Марина Мөхәмәҙиеваға ҡарата ғәйепләү ҡарарын раҫланы.
Белгесте ваҡытында тейешле медицина ярҙамы күрһәтмәүҙә, ошонан сығып, ауырлы ҡатындың үлемендә ғәйепләйҙәр.
Фажиғә былтыр май айында булған. 34 аҙналыҡ ауыры булған ҡатын Нефтекама ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт иткән, эсе ауыртыуын һәм ҡарындағы баланың ҡыбырлауҙан туҡтағанын белдергән. Буласаҡ әсәне Өфөгә ебәрергә ҡарар иткәндәр. Ҡыуатов исемендәге дауаханала ҡатынды тикшергәндәр, ҡарындағы баланың ысынлап та үлгәнен асыҡлағандар... Әммә кисекмәҫтән талап ителгән операцияны яһауҙан баш тартып, ҡатынды кире Нефтекамаға ҡайтарып ебәргәндәр.
Оҙон юл буласаҡ әсәнең хәлен тағы ла нығыраҡ ауырлаштырған. Асыҡланыуынса, уның организмында сепсис башланған. Нефтекамала операция яһаһалар ҙа, ҡатын урындағы дауаханала тыуған көнөндә вафат булған.
Табиптарҙың ғәмһеҙлеге арҡаһында ғүмере өҙөлгән 42 йәшлек Наталья Кәримованың эшен адвокат Александр Войцех алып бара. Әйтеүенсә, енәйәт эшен йылдан ашыу тикшергәндәр, әммә уны тамамлау өсөн тағы шул тиклем самаһы ваҡыт талап ителә.
Күҙаллауҙарынса, Ҡыуатов исемендәге дауахананың баш табип урынбаҫары ҡарында үлгән сабый менән учреждение статистикаһын “боҙаһы” килмәгән. “Кесарево” киҫелешен үҙегеҙҙең Нефтекамала ла яһай алалар”, – тип белдергән ул ҡарынындағы баланың үле икәнлеген белә тороп.
Александр Войцех фекеренсә, был ҡот осҡос аҙымға барған һәм ярҙамға мохтаж ауырлы ҡатынды күрәләтә йыраҡ юлға кире бороп сығарған табип закон алдында яуап бирергә тейеш.
Фото: utv.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: