Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 18:40

Сибәр ханымға ни булған?

Өфөлә 31 йәшлек Анна Макозина юғалғайны. Ул сәйер шарттарҙа ғәйеп була.

Өфөлә 31 йәшлек Анна Макозина юғалғайны. Ул сәйер шарттарҙа ғәйеп була. Ҡатын бәләкәй балаһын балалар баҡсаһында ҡалдыра һәм кисен килеп алмай. Уның юғалғанын шунда ғына белеп ҡалалар. Тәрбиәселәр баланың вахта менән икенсе ҡалала эшләгән атаһына шылтырата. Ул тиҙ арала ата-әсәһе менән бәйләнешкә сығып, өйҙәрен тикшереүҙе һорай. Тик Аннаның өйҙә булмауы асыҡлана. Шунда уны эҙләй башлайҙар.
Аҙаҡ видеояҙмаларҙы ҡарап шуны асыҡлайҙар: сибәр ханым балалар баҡсаһынан һуң өйө янына машинаһы менән килеп туҡтай һәм автомобилен ҡалдырып билдәһеҙ яҡҡа сығып китә.
Был ваҡытта икенсе ҡалала эштә булған ир Аняның юғалыуын ишетеү менән Өфөгә ҡайта.
– Уның юғалыуы тураһында ишетеү менән самолетҡа ултырып ҡайта һалдым. Бына әле генә шылтыратып, уны үле килеш тапҡандар тип әйттеләр, – тигән ире Николай.
Йәш ҡатындың ни сәбәпле һәләк булыуы билдәле түгел. Алдараҡ уның һаулығы менән проблемалары бар һәм ул медицина ярҙамына мохтаж тиҙәр ине.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: