Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 18:25

Турбаҫлы тауыҡтарында - сальмонелла...

"Турбаҫлы бройлерҙары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һатыуға сальмонелла менән зарарланған ҡош ите сығарғаны өсөн 360 мең һум күләмендә штраф түләгән.

"Турбаҫлы бройлерҙары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һатыуға сальмонелла менән зарарланған ҡош ите сығарғаны өсөн 360 мең һум күләмендә штраф түләгән. Был хаҡта "Россельхознадзор"ҙың төбәк идаралығы хәбәр иткән.
Благовещендағы "Турбаҫлы бройлерҙары" акционерҙар йәмғиәтенә аҙыҡ-түлек һәм ит продукцияһының хәүефһеҙлеге тураһындағы Евразия иҡтисади союзы регламенттарын теүәл үтәмәгәне өсөн 360 мең һум күләмендә штраф һалынған.
Башҡортостан буйынса "Россельхознадзор" идаралығы белгестәре быйыл марттан алып май айына тиклемге арауыҡта Благовещендағы ҡош фермаһында етештерелгән бройлер себештәренең 11 төрөн һайлап алған. Уларҙың бер өлгөһөн Силәбе өлкәһе ветеринария лабораторияһына, ҡалғандарын Йәнлектәрҙең һаулығын һаҡлау федераль үҙәгенә ебәргәндәр.
"Тикшереү туңдырылған ҡош ите партияларында юғары миҡдарҙа патоген матдәләр, шул иҫәптән сальмонелла бактерияһы барлығын асыҡлаған", тиелә "Россельхознадзор"ҙың төбәк идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.
Ошоға ярашлы, хоҡуҡ боҙоуҙар нигеҙендә компанияға ҡарата административ эш ҡуҙғатҡандар. Бынан тыш, ЕАЭС илдәренә предприятие продукцияһын оҙатыуға ваҡытлыса сикләү индерелгән.Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, "Турбаҫлы бройлерҙары" хужаларын административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһындағы ҡарар үҙ көсөнә ингән.
Фото:otzovik.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: