Рәсәй властары коронавирус эпидемияһы арҡаһында карантин индерергә йыйынмай.
Яҙ көнө Рәсәй президенты Владимир Путин тотош илдә аҙна буйына эшләмәү тураһында белдергәйне. Хәҙер был вариант ҡаралмай, тип хәбәр итте РБК үҙ сығанағына һылтанма менән.
«Был мөмкин түгел», — тине РБК әңгәмәселәренең береһе һәм президенттың белгестәр фекеренә ҡолаҡ һалыуын өҫтәне. Улар әйтеүенсә, локдаун индереүҙең кәрәге юҡ.
14 октябрҙә Владимир Путиндың хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһе барышында вице-премьер Татьяна Голикова карантин индереүҙең кәрәкмәүен әйтте.
Уның һүҙҙәренсә, илдә хәлгә «идара итергә мөмкин».
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 20 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡторғандар тағы 68 кешегә артҡан.
Пандемия башланғандан алып республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 9 877-гә еткән.
https://www.bashinform.ru/news/1509834-vlasti-isklyuchili-povtornoe-vvedenie-nerabochikh-nedel-v-rossii/