Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 17:20

Һәйкәл тураһында ентекләберәк

Береһе - "афған", икенсеһе - локаль һуғыштар ветераны

Ҡалабыҙҙа, капиталь реконструкциянан һуң, Афғансылар скверы асылды.
Был проект “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһында ҡатнашыу арҡаһында тормошҡа ашты. Төбәк һәм урындағы ҡаҙналар, үҙебеҙҙең предприятие-ойошмалар, граждандар ҙа үҙ өлөштәрен индерә.
Комплекстың йөҙөк ҡашы – һәйкәл. Ике яҡтан – Афған һуғышында, хәрби хеҙмәттә һәләк булған яҡташтарыбыҙ, мәңғе 18-20 йәшлек уландарыбыҙ иҫтәлегенә мемориалдар.
Реконструкциянан һуң сквер мөһабәт һәм күркәм урынға әйләнде. Майҙан гранит плиткалар менән йөҙләнгән, шул уҡ таштан уйынсыҡтай матур һәм ныҡлы, мәңгелек эскәмйәләр ҡоролған, “Бөтә быуын геройҙары иҫтәлегенә” яҙыуы менән инеү урынында гранит блоктар тора, заманса урам фонарҙары йәм бирә – яҙып ҡына килештерерлек түгел, барып күрегеҙ. Бөтә был эштәрҙе килешелгән ваҡытынан да алда “Панорама” йәмғиәте башҡарҙы. Предприятие Мәскәү өлкәһенән булһа ла, етәксеһе яҡташыбыҙ бит – Иманғол ауылынан Рушан Ғилманов. Афарин, Рушан Әхмәт улы!
Хәҙер һәйкәлдең үҙе тураһында. Авторы – Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәре Фәнил Мөслимов. Фәнил Фәтҡулла улы исеменә рәхмәт һүҙҙәре күп ишетелде был көн. Гипстан кәүҙәләндерә лә, һәйкәл Екатеринбургта бронзанан ҡойола. Әйткәндәй, үҙәк дауахан эргәһендәге һуғыш дәүере медицина хеҙмәткәрҙәренә һәйәкәл дә был талантлы ижадсының эше.
-Кейемдәренән күренә, һулдағы яугир –“афғансы”, ә ултырғаны – локаль һуғыштар ветераны, - тип аңлатма бирҙе беҙгә “Төҙөкләндереү” предприятиеһы директоры, йәмәғәт эшмәкәре Салауат Лоҡманов. – Күпме ваҡыт юллай торғас, ниһәйәт маҡсатыбыҙға ирештек, булышлыҡ иткән бөтә кешеләргә ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ!
-Яугир-интенационалистар иҫтәлегенә ошондай күләмле һәм мәғәнәле, камил һәйкәлдәр, хата, ҙур ҡалаларҙа һирәк осрай, ныҡ шатбыҙ, Учалыбыҙ менән ғорурланабыҙ! – тип фекере менән уртаҡлашты заманында милиция начальнигы, федераль судья булып хеҙмәт иткән, ә унан алда царандойҙа ( Афғанстан республикаһының эске эштәр министрлығы) интернациональ бурысын үтәгән Рим Ғилманов.
Белешмә: 1979-1989 йылдарҙағы Афған һуғышында 295 яҡташыбыҙ ҡатнашҡан. Ғөмүмән, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы 13 локаль конфликттар аша 700 тирәһе яҡташ уҙаман үтә – батальондан ашыу! Исемдәре “локаль” булһа ла, унда ла ысын пулялар һыҙғыра, унда ла һалдаттар ысынлап яралана йә баштарын һала....
Читайте нас: