Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 11:37

Әлегә иректә ҡаласаҡмы?

Яҡташыбыҙ 11 йылға хөкөм ителде

26 йәшлек ҡатын ҙур күләмдә наркотик һаҡлаған һәм ҙур күләмдә наркотик һатҡан өсөн 11 йылға иркенән мәхрүм ителә, тип белерҙе Учалы район суды. Дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында.
Әммә мәгәр, суд ҡарары менән хөкөм үтәлеүе кисектерелгән, ти - наркосауҙагәрбикәнең балаһына 14 йәш тулғанға тиклем (ә бәпес быйыл ғына тыуған).
Материал әҙерләнгән мәлдә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине әле, рәсми сығанаҡ - http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep
РФ Енәйәт кодексының 82-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, бәләкәй балалары булған ҡатындарға ошондай мәрхәмәтлек күрһәтеп була икән. Иң мөһиме – дөрөҫ һығымта яһаһын, хаттин ашмаһын инде!
Читайте нас: