Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 13:20

Йәнә бер сирле вафат булды...

Республикала коронавирус инфекцияһынан йәнә бер пациент вафат булды, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Вирус ҡорбандары 48-гә етте.

Республикала коронавирус инфекцияһынан йәнә бер пациент вафат булды, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Вирус ҡорбандары 48-гә етте.
Вафат булған ҡатын 1965 йылғы, Кушнаренко районында йәшәгән. Икенсе типтағы шәкәр диабеты менән дә сирләгән.
Һуңғы тәүлектә 68 кешегә коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған, 69 ауырыу һауыҡҡан. Шулай итеп, пандемия осоронда сирҙе йоҡторғандар һаны 9 877-гә етте. Әле стационарҙарҙа - 132, амбулатор шарттарҙа 943 ауырыу дауалана. Ете кеше ауыр хәлдә, бер сирле үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Вирусты йоҡтороу осраҡтарының күбеһе - 15 осраҡ - Туймазы районында асыҡланған. Өфөлә - 13, Йәрмәкәй районында - 8, Балтас районында - 7, Бәләбәй районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында 5-әр сирле теркәлгән. Тотош пандемия осоронда вирусты йоҡторғандарҙың күбеһе Өфөлә - 4 122 кеше. Иң аҙы Межгорьела һәм Йылайыр районында – өсәр пациент.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: