Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 16:45

Балаларға тағы 10 мең һум түләнә, тиҙәр

Халыҡ араһында шундай хәбәр таралды: Рәсәй ғаиләләре 16 йәшкә тиклемге балалары өсөн тағы бер тапҡыр 10 мең һум аҡса аласаҡ.

Халыҡ араһында шундай хәбәр таралды: Рәсәй ғаиләләре 16 йәшкә тиклемге балалары өсөн тағы бер тапҡыр 10 мең һум аҡса аласаҡ. Был түләү коронавирус пандемияһына бәйле. Был аҡсаны Рәсәй ғаиләләре июнь һәм июль айында алғайны. Августа уны өсөнсө тапҡыр алыу өсөн петиция йыйылды, тик ул саҡта ҡарар ҡабул ителмәне.
Әле Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Федоров парламенттың түбәнге палатаһы 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә унар мең һум аҡса биреү мәсьәләһен ҡараған, тине. Депутаттар бының өсөн аҡсаны резерв фондынан алырға тәҡдим итә. Әгәр ул аҡса етмәһә, ҡалғанын Хөкүмәт копилкаһы иҫәбенән дә алырға мөмкин, тиҙәр.
Һуңғы ҡарарҙы Рәсәй Президенты ҡабул итергә тейеш. Көтәйек.
Фото: 9111.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас в