Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 10:45

Гимнастика үҙәге барлыҡҡа киләсәк

2021 йылдың ноябрендә баш ҡалабыҙҙа гимнастика үҙәге сафҡа инәсәк.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
2021 йылдың ноябрендә баш ҡалабыҙҙа гимнастика үҙәге сафҡа инәсәк.
Әле төҙөлөш эштәре йылдам бара. Киләсәктә бында сығыштар, күнекмәләр үткәреү өсөн залдар, ҡунаҡхана һәм һикереү өсөн “соҡор” урынлашасаҡ. Һуңғыһын Өфөләге 16-сы спорт мәктәбе уҡыусыһы Дарья Крутько Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Ульяновскиҙа уҙғарылған форум барышында һорағайны.
Үҙәкте техник ҡоролмалар менән йыһазландырасаҡтар. Комплекстың майҙаны – һигеҙ меңдән ашыу квадрат метр. Унда биш йөҙ урынлыҡ трибуналар буласаҡ.
Башҡортостандағы спорт гимнастикаһы тарихына килгәндә, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң республикала ошо спорт төрөнә Виктор Некрасов нигеҙ һалған. Уның тәрбиәләнеүселәре әлеге гимнастика үҙәгенә үҙҙәренең остазының исемен биреү хаҡында хыяллана.
Шулай итеп, республикабыҙҙа спорт гимнастикаһы өсөн яңы офоҡтар асыласаҡ. Ә был үҙәк төҙөлөшө иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Айһылыу Низамова
Фото: республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
Читайте нас в