Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 18:05

Хәйер

Бөгөн йома, аҙнаның иң күңелле көнө. Төштəн һуң эш ҡайғыһы китə, офиста дəртле көлөү, ҡысҡырып һөйлəшеү, тыҡ-тыҡ баҫып йөрөү тауыштары ишетелə башлай. Алда ике көн ял! Рəхəт! Тышҡа сыҡты, бында ла рəхəт. Ҡот осҡос оҙон, ялҡытҡыс ҡыш үтте, урамда Яҙ ғалийəнəптəре хөкөмлөк ҡыла. Асфальтта ирегəн ҡар боламыҡтары күренə, ҡоштар сыр-сыу килə, ҡыйыҡтарҙан тамсылар тама. Яҙ етте, яҙ!– Илдар!

ТӨШКӨ АШҠА ИЛДАР ЭРГƏЛƏГЕ КАФЕҒА ЙӨРӨЙ. БЫНДА ҮЗБƏКТƏР БИК ТƏМЛЕ ƏҘЕРЛƏЙ. ҠИММƏТ, ƏЛБИТТƏ, БЕР БАРЫУҒА 150 ТƏҢКƏ КИТƏ. ЛƏКИН ҺИС ҮПКƏ ЮҠ, ТУЙҒАНСЫ АШАП СЫҒЫРҒА БУЛА. ҺƏР ХƏЛДƏ, БҮТƏН АШХАНАЛАРҘАҒЫ КЕҮЕК, АҘАҠ ҮҘƏК КӨЙӨП ЫҘАЛАТМАЙ, БЕР ҺҮҘ МЕНƏН ƏЙТКƏНДƏ, АШҠАҘАНҒА БАЙРАМ...
Бөгөн йома, аҙнаның иң күңелле көнө. Төштəн һуң эш ҡайғыһы китə, офиста дəртле көлөү, ҡысҡырып һөйлəшеү, тыҡ-тыҡ баҫып йөрөү тауыштары ишетелə башлай. Алда ике көн ял! Рəхəт! Тышҡа сыҡты, бында ла рəхəт. Ҡот осҡос оҙон, ялҡытҡыс ҡыш үтте, урамда Яҙ ғалийəнəптəре хөкөмлөк ҡыла. Асфальтта ирегəн ҡар боламыҡтары күренə, ҡоштар сыр-сыу килə, ҡыйыҡтарҙан тамсылар тама. Яҙ етте, яҙ!
– Илдар!
Кемдер исемлəп өндəште. Ҡояшҡа йөҙ тотоп китеп бара ине, ҡаршыға кем килгəнен айырырлыҡ түгел. Төпөш кəүҙəле утыҙ йəштəрҙəге ир. Текə машинаһын пульт төймəһенə баҫып сыйсый иттереп биклəп ҡуйҙы. Затлы ҡупшы кейемдə. Хəлле кеше, күренеп тора. Тик кем һуң əле? Таныны. Бынан 5 – 6 йыл элек бергə эшлəп киткəн Фəнисме, Фəрҙисме шул. Онотҡан исемен. Бигүк шəп егет түгел ине шикелле, ниндəйҙер бер ғəйебе лə бар һымаҡ иҫтə ҡалған. Тик кенə тотоу ғəҙəте булмағас, сəбəбен онотҡан. Сəлəм алыштылар.
– Кафеға киттеңме? – Эйе, “Хəлəл”гə...
– Мин дə шунда. Бер-икене күреп ҡалдым ул мин һине, ситтəн генə. Туҡтатып торманым инде.
– Ҡайҙа эшлəп йөрөйһөң?
– Һин һорама, братан, мин əйтмəйем!
– Əйтмəһəң əйтмə, мин былай ғына...
– Ну, айына 85-те алып йөрөйөм!
– Оһо!
– Эйе-эйе, өндəшмəй генə 85-те алып тик йөрөйөм!
– Улай икəн... Маладис.
– Əтеү!
– Ə нисек улай? Нимəлəр эшлəйһең һуң? Ерле-юҡҡа кем һиңə 85 мең тəңкə түлəһен?
– Түлəйҙəр, братан, түлəйҙəр! Минең хəл анекдоттағы кеүек!
– Онотолған танышы тəмəке тоҡандырҙы.
– Ниндəй анекдоттағы?
– Анау бер анекдот бар ҙа баһа! Бер маймыл кəрзиндəн бəшмəк сығара ла, тоҙлап-борослап, ҡаҙанда бешерə, бешкəс, ҡомға күмеп ҡуя икəн. Унан соҡоп ала ла һыуға ташлай. Унан тотоп ала ла киренəн кəрзингə тыға. Йəнə шул уҡ эште башлай. Крокодил бының сəйер ҡыланышына аптырап ҡарап торған-торған да һорай ҡалған: “Эй, иҫəр! Һин нимə эшлəйһең ул?” “Шайтан белһен! Ну айына 85 мең түлəйҙəр!”
Һөйлəп бөттө лə, һаһылдап көлөп ебəрҙе. Донъялыҡта шундайын һаһылдауҙар була, улар ғəжəйеп ихлас, хис-дəрт, эске ҡөҙрəт менəн башҡарыла, көлмəй ҡалыу хатта тəрбиəһеҙлек һымаҡ ҡабул ителə кеүек. Көлəмəстəн дə бигерəк, Фəрҙистең (əллə Фəрисме шул?) үҙенə ҡарап тороуы мəҙəк ине. Илдар əйтə ҡалды:
– Һин бит маймыл түгел! Бəшмəк бешереп һыуға ташламайһыңдыр бит инде?
– Юҡ, ташламайым. Ну 85 мең алам. Һа-һа-һа! Боҙоҡ патефон, тип йəне көйə башланы Илдарҙың. Һикһəн биш мең, һикһəн биш мең. Харап икəн... Шулай ҙа, м-дə-ə-ə! Уның эш хаҡынан өс мəртəбəгə күберəк. Ярай, уныһына ла иҫе китеп бармай, иң мөһиме, һаулыҡ булһын! Тик ана шул маҡтаныуы ғына йəненə тейҙе.
Кафе янында, ғəҙəттəгесə, автомобилдəр тора. Бында хатта ситтəн килеп тамаҡ туйҙыралар. Ысынлап та, тəмле əҙерлəйҙəр бында, тик башҡа урындарҙағынан ҡиммəтерəк. Аҡса етмəй, ҡəһəрең. Һуңғы ике айҙа эш хаҡын йəнə киҫтелəр, ə ипотеканы түлəргə лə түлəргə əле. Ашҡаҙаны борсомаһа, берəй арзаныраҡ ашханаға, халыҡ əйтмешлəй, “тошниловка”ға йөрөр ине. Тəҙрə янында буш урын табып сүгəлəнелəр. Милли кейемдəге ябыҡ ҡына ҡарасман үзбəк ҡыҙы йүгереп тигəндəй яндарына килеп етте. Илдар, ғəҙəтенсə, дөгө бутҡаһы, кəтлит, ике лəүəш, бер сынаяҡ сəй алды. Порциялар ҙур, тəрилкəлəргə йəллəмəй һалып бирəлəр, тамаҡ туя бында. Айына 85 мең алып йөрөгəн Фəрҙис (əллə Фəнисме, баштараҡ иҫкə төшмəне, хəҙер һорауы ла уңайһыҙ) ашханаға ашанып килгəн шикелле. Бер тəрилкə борщ, итһеҙ-ниһеҙ ҡоро макарон һəм сəй алды. 90 һум. Аҡсаһын йəллəнеме?
Шул саҡ бер ваҡиға иҫенə төштө Илдарҙың. Уйлағайным бит, ниндəйҙер бер ғəйебе бар кеүек ине, тип...
Былай булды. 8 Мартты билдəлəгəн көнө эштəге егеттəр тиҙ генə үҙ-ара аҡса йыйҙылар ҙа Илдар менəн ошо Фəрҙисте (эйе, нəҡ шулай, Фəрҙис) магазинға ебəрҙелəр. Сəскəлəр алдылар, торт, өс шешə шампан шарабы, һут, уныһын-быныһын... Артып ҡалған аҡсаны икегə бүлде лə Фəрҙис, 100-шəр һумдан, егеткə һондо:
– Мə, быныһы һинең өлөш...
– Кит əле, алйып бараһыңмы əллə?
– Ал ал! Ишəк һымаҡ күтəренеп, һин дурак менəн мин дурактан башҡа берəү ҙə йөрөмəй магазин буйлап.
– Китəле, һин сəпсим што ли?!
– Сəскə һатҡан түтəй чек бирмəне. Бер рауза 180 һум тора тиһəк, беҙҙе кем килеп тикшереп тора? Байрам алды ла баһа! Ҡиммəт!
Талашып киттелəр. Унан Фəрҙис “артыҡ” аҡсаны бысраҡ асфальтҡа һалып тапаны ла (“дур-рак!”) ҡыҙарынып-бүртенеп китеп барҙы.
Бер ни тиклем һаулыҡ һорашмай йөрөнөлəр, аҙаҡ Фəрҙис үҙе ҡул биреп сəлəмлəшə башланы, был теге ҡылығы өсөн ғəфү үтенеү һымаҡ та булды. Уның үҙ иптəштəренең аҡсаһын үҙлəштерергə маташыуы тураһында Илдар бер кемгə лə əйтмəне, тора-бара был хаҡта онотто ла. Тик аҡса ҡолоноң алама ғəҙəте ҡалған икəн. Иҫəп ҡағыҙы килтергəн ҡыҙ менəн бəхəслəшеп алды. Уныңса, сəйҙең хаҡын арттырып һатҡан икəн:
– Белəм мин үзбəктəрҙе. Һемəйтергə генə торалар. Армияла бер мəл...
Тик армияла бер мəл нимə булғанын һөйлəп өлгөрмəй ҡалды. Сығып баралар ине. Кафе ишеген асыуға, күтəрмə янына килеп ҡунаҡлаған асарбаҡ тауыш бирҙе:
– Хоҙай хаҡына...
– Блин, ҡайҙа ҡарама, ошолар, достали!
– Ниңə улай бик... – Илдар тейешле һүҙ таба алмай, тотлоғоп ҡалды. Фəрҙистең нəфрəт менəн əйтелгəн “достали”һына хайран булды. Тəбиғəте шул уның – көтөлмəгəн тупаҫлыҡтан баҙап ҡала, унан асыуынан сəсрəп китə. Кем ҡул аҫтына шул ҡыҙыу мəлдə элəгə, уға көнлəшəһе түгел.
– Туғанҡайҙар, мин кисəнəн бирле ашамаған... – Ашамаһаң ни! Ашама! Һимермəҫһең! Достали, блин. Əйтмəксе, тағы бер анекдот. Ике класташ осраша. Береһе бай, икенсеһе фəҡир. Һүҙ артынан һүҙ сыға, былар тормош хəленə күсеп китə. “Бына мин лангуст, колбаса, ҡара ыуылдырыҡ ҡына ашайым... Икмəк ашаған юҡ!” – ти икəн бай. “Ə мин икмəк кенə ашай алам... – ти ярлы класташы. Бай əйтə: “Мин һине аңлайым! Бүккəнһең! Əммə, туған, улай ярамай. Ыуылдырыҡ бит ул бик файҙалы! Көслəп булһа ла ашарға кəрəк! Фəрҙис йəнə хихылдап алды. Тəмəкеһен сүп һауытына ташланы. Унан телəнсегə һүҙ ҡатты.
– Ике көн ашаманым, тиһеңме?
– Эйе, туғанҡай...
Фəрҙис кеҫəһенəн “орбит” һағыҙын сығарҙы:
– Был һиңə ике генə түгел... нисə тип һора?
– Нисə? – меҫкен ул-был этлекте көтмəй ине, тəртипле уҡыусы һымаҡ ҡарһаланып ҡабатлай һалды.
Фəрҙис һуҡ бармағын өҫкə сөйҙө:
– ...ə өс көн сəйнəргə етə! Мə, тот!
Фəрҙис һағыҙҙы асарбаҡҡа ҡарай осорҙо. Тегеһенең йонсоу йөҙөндə йəллəүес йылмайыу ғəлəмəте сыҡты. Ул мыҫҡыллауҙарға өйрəнеп бөткəйне. Һағыҙҙы кеҫəһенə һалып ҡуйҙы.
– Уй, дурак! Йəшереп ҡуйҙы, иртəгə ашай! – бармағын Фəрҙис сикə тирəһендə өйрөлттө. Үҙенең тапҡырлығынан күңеле булып кеткелдəп көлөп алды. Илдарға өндəште:
– Киттек! Илдар буҙарынып баҫып тора ине. Фəрҙистең ҡылығы өсөн ошо бахыр əҙəм алдында сикһеҙ оят ине уға. Кеҫəһенəн ваҡ аҡса эҙлəне.
– Мин бит, туғанҡай, элекке уҡытыусы. Заслуженный... – Телəнсенең күҙендə сикһеҙ һағыш сағылды, хатта йəш тамсыһы бəреп сыҡҡандай тойолдо.
– Ə мин космонавт! Əй, юҡ, балерун! Мин дə заслуженный! – Фəрҙис тауыш бирҙе. – Тик һинең кеүек телəнселəп ултырмайым! Юлдашына өндəште:
– Алдай улар! Ниһайəт, Илдар кеҫəһенəн йөҙлөк аҡса сығарып асарбаҡҡа тотторҙо.
– Хоҙай риза булһын!
– Рəхмəт, туғанҡай!
– Достали!
– Һин үҙең достал, хайуан! – Илдарҙың рəнйегəн булмышынан ене атылып сыҡты. Сыҡты ла Фəрҙистең ҡолаҡ төбөнə бер генə тондорҙо. Тондорҙо ла боролоп китеп барҙы. Ҡыҙған саҡта холҡо алама шул уның. Тегеһе ерҙəн тороп маташа, əллə нəмəлəр ҡысҡырып тороп ҡалды.
* * *
Йəнə ике йыл үтте. Илдар Үҙəк баҙарҙан сығып килə ине. Теткелəнеп бөткəн һаҫыҡ куртка, ялбыр кəпəс кейгəн, көҙгө һалҡын тротуарға ҡатырға түшəп ултырған һаҡалтай телəнсе йəллəүес тауыш менəн өндəште.
– Хоҙай хаҡына...
Илдар бумажнигын сығарҙы. Тауышы таныш һымаҡ
– Хоҙай хаҡына, братан... Күпме бирə алаһың...
Барсеткаһынан бер ус тимер аҡса ҡармап алып меҫкендең бысраҡ усына һалды.
– Хоҙай һаҡлаһын үҙегеҙҙе!
Фəрҙис янында бер ҡупшы ҡатын туҡтаны, илле һумлыҡ ырғытты. Иреме-кемеһелер, һəр хəлдə, ялан башлы бик текə əфəнде, ханымды еңенəн һөйрəп алып китте:
– Айгөл, иҫəрлəнмə! Улар бит бында аҙым һайын! Достали!
Көҙгө ҡояш зəғиф нурҙарын битараф оло ҡалаға һирпə ине.
Нияз Алсынбаев.
Читайте нас: