Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 18:50

Илмир Ғәзизов күпселек тауыш йыйҙы

Учалы ҡала хакимиәтендә яңы башлыҡ

Учалы ҡала ултырағы Советының яңы, 5-се саҡырылыш депутаттар составында тәүге ултырышы үтте, тип хәбәр иткәйнек. Унда, һигеҙ йыл ал-ял белмәй ҡалабыҙға хеҙмәт иткән И.Х.Килмөхәмәтовтың контракт ваҡыты сығыу сәбәпле, ҡала ултырағы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс иғлан ителгәйне. Ильяс Хәбибулла улы был тапҡырҙа үҙ кандидатураһын ҡуйманы.
Конкус талаптарнын үтәп, 22 октябрь ҡала ултырағы Советының ултырышындағы һайлауҙа 3 кандидат ҡатнашты: Илмир Ғәзизов (1985 йылғы,“Башстройком” йәмғиәте директоры), Рөстәм Сөләймәнов (1989 йылғы, район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь бүлек начальнигы), Жәлил Солтанов (1962 йылғы, Ураҙ ауыл ултырағы башлығы). Һәр кандидат үҙ программаһы менән таныштырҙы.
Күпселек тауыш менән (уның кандидатураһын 11 депутат хупланы), ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын И.Ф.Ғәзизов башҡарасаҡ. 4 тапҡыр район Советына һайланған депутат, 2 юғары белемгә эйә, тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Заманында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында иҡтисадсы, ҡалабыҙҙа банк филиалдары управляющийы булып та эшләгән. Шуға ла, һайлау алды программкаһында ҡала ҡаҙнаһын тулыландырыу әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Планлаштырған икенсе төп эшмәкәрлек йүнәлеше – ҡалабыҙҙы артабан төҙөкләндереү.
Ҡала ултырағы Советы рәйесе Айгөл Ғимазитдинова яңы һайланған хакимиәт башлығы менән контракт төҙөнө.
Читайте нас: