Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 17:20

Кино

Хәйҙәр ТапаҡовКиноБеҙҙең ауылда әүәле ике мәсет булған. Ике Алла йорто ике ҡалҡыулыҡта, мөһабәт ҡалҡып, әллә ҡайҙан күренеп торған. Үткән заманда һөйләйем тағы, сөнки беҙ иҫ белгәндә улар күптән юҡҡа сыҡҡандар ине инде. Эргәләге клуб үрге яҡ мәсет түңендә урынлашҡайны. Ишетеп-белеүемсә уны һүтелгән мәсет бүрәнәләренән ҡалҡытҡайнылар, бинаның һылауһыҙ ҡарағас бүрәнәләре ныҡ, сөрөк-сарыҡһыҙ, шыңғырап торҙолар. Сходтар, йый-ылыштар даими үткән, байрамдарҙа концерт күрһәтелгән мәҙәни-ағартыу учреждениеһы - клубты тағатып ебәреп яңынан мәсет ҡорорға ине лә бит, дин ул заманда хаҡһыҙ ҡыйырһытылғанға, халыҡтан ситләтелгәнгә күрә, был мөмкин булмаған, тормошҡа ашмаҫтай хыял ғына булып ҡалды бары. Бер нисә тапҡыр хәтергә төшөрөп үткәнемсә, указлы Әбдрәхим мулла иһә шул клубҡа терәлеп тиерлек урынлашҡан тауыҡ кетәгендәй генә өйөндә дин йолаларын үтәне, өҫтәп әйтергә кәрәк, еренә еткереп үтәне; яңы тыуған бала-ның ҡолағына ғүмерлек йөрөтөр исемен ҡысҡырҙы, яңы өйләнешкәндәргә айырымаҫлыҡ дәрәжәгә еткереп бата уҡыны, сирлеләргә ясин сыҡты, әхирәткә күскәндәрҙе ер ҡуйынына инеп ятҡансы оҙатып барҙы. Ошо башҡарылған ғәмәлдәре өсөн хәҙерге муллалар ише хаҡ бескәнмелер-юҡмылыр ул, уныһы билдәһеҙ. Өшкөрөм-төкөрөмө лә үтә шифалы, сихәтле ине уның. Өшкөрөм-төкөрөм, тигәндәй кесе апайым ҡыҙылсанан ауырып йығылғас мин дә уның ҡыҙарған биттәренә, янып барған маңлайына ласылдатҡансы өс тапҡыр төкөргөйнем, бермә-бер килеште им-томом, аҙна үтеүгә тегенең тән температураһы төштө, тағы ла бер аҙҙан ныҡлап аяғына баҫты. Бына бит сихәтле төкөрөк нишләтә! Төкөрөктөң дә төрлөһө була, йөрәккә бәрелгән, күңелгә яғылған, ғәйбәттән, яланан, яманлыҡтан, хаслыҡтан яралған төкөрөк яралай, йәрәхәтләй, бысрата әҙәм балаһын, шуға ағыулы төкөрөк сәскән ҡара эсле кешенән йырағыраҡ йөрөүең хәйерле.Беҙ, бала-саға динде үҙебеҙсә һанлай, ярата инек. Һанлауыбыҙ, уны ихтирам итеүебеҙ шунан ғибәрәт, йыл һайын ҡорбан ғәйетендә эйәртенешеп, оло көтөү булып әйенселәргә сығабыҙ. Өй беренсәләп, һәр ҡапҡаны теүәлләп ҡыҙырабыҙ, береһен дә ҡыйырһытып ҡоро ҡалдырмайбыҙ, әрһеҙ, хәрәкәтсән бала булараҡ аңҡаңлап иң алдан төшәм, ҡулымда бот самаһы аҙыҡ һыймалы киндерҙән эшләнгән эркет тоғо. Уны ыңғайы бер тотоп сығарлыҡ итеп көн элгәре соланға йәшерәм. Китәбеҙ шау-гөр килеп, киң урамды тултырып, бер итеп. Сираттағы өйгә инәм дә әйенселәүсе эйәрсәндәремдең исеменән һүҙҙе былайыраҡ башлайым: “Имен-аман ғына көн итегеҙ инде, йүткермәгеҙ, сөскөрмәгеҙ, тим бүлее ҡаҡырмағыҙ, ирешмәгеҙ, талашмағыҙ, ҡырын юлдан йөрөмәгеҙ, урлашмағыҙ, татыу, килешеп кенә йәшәгеҙ, штубы…” Телем телгә йоҡмай килештереп ебәреп теҙәм генә, шунан әйткәндәремде йомғаҡлап, әпәр иткәндәй итеп ҡулымды юғарыға һонам: “Йә, берҙән-бер Илаһым, бөйөктәрҙән-бөйөк Хоҙайым, хөрмәтле вә ҡөҙрәтле Тәңрем, һорағандарымды ошо йортҡа бер үк ебәр инде, күп итеп ебәр, зерә лә һанһыҙ итеп төшөр!” Теләктәремдән үтә лә ҡәнәғәт ҡалған йорт хужалары кәнфит, перәник, печенье, ҡыҙыл эремсек, шәкәр ҡомо бутап әүәләнгән май, еләктән ҡойолған ҡаҡ остоғо һымағыраҡ тәм-том таратҡан булалар, һирәк-һаяҡ өрөк, йөҙөм бөртөктәре килеп эләккеләй, табындары наҡыҫтар ҡурылған ҡурмас, кипкән муйыл, ҡаты ҡорот киҫәктәре өләшә. Өлөшөбөҙгә төшкәненә ризабыҙ шулай ҙа. Ә мин инде, бирелгәнгә мөрхәтһенә белмәгән эт ыйығы кеше булараҡ боролоп сығ-ып китергә берҙә генә лә ашыҡмайым, билдәле, мул итеп һораған өсөн һаранланмай, ҡыҫмырланмай бирергә, түләргә лә тейештәр бит инде, шуға күрә моҡсамдың ауыҙын алға өңрәйтеп һуҙып былай тием: “Өйҙә тағы әсәйем, ике апайым, өләсәйем бар. Йәнә мөйөштә туҡалдың быҙауы тора, дүрт һарығыбыҙ бәрәсләгән, бәрәстәр ҙә беҙҙең менән, бохар бесәйебеҙ туя белмәй, бигерәк асмәйел. Бесәйҙең тәғәйен үҙенә генә бирһәгеҙ ҙә була, ул әлегә көсөкләмәгән… ” Шулайтып хисаплап бөтәһе өсөн теүәлләп алам. Төш еткәнсе моҡсам лыҡа тула, шуны саҡ күтәреп, тыш та быш ҡайтып йығылам. Минең этлекте, нәпселәнеүемде аңлап, һүҙһеҙ ҙә төшөнөп алған өләсәйем асыуланмай ғына орошоп ала ла, былайтып ауылдаштарҙы талай башлаһаң һәммәһен аҙыҡ-түлекһеҙ ҡалдыраһың да баһа тип, төштән һуң урамға сығармай. Мин дә тышҡа атлығып, ынтылып бармайым, йыйырын йыйҙым бит инде. Урындыҡ түренә аяҡтарымды бөкләп, алдыма тоғомдо асып ултыртып алам да керешәм эсем һыртыма сыҡҡансы һыйланырға, ә күңелдә бер генә уй: “Их, ҡана ла һуң көндә байрам, көндә туй булһа, ожмахтағылай ғына көн итер инек, биллә-һи!..” Бына шулай иркенләп, йәйерәп китеп байрам итә инек беҙ дини байрамдарҙы. Әйткәндәй, бөгөн, шул әүәлге клуб урынында яңынан иман йорто мәсетте күтәреп ҡуйып Салауат исемле ауылдашыбыҙ үтә лә сауаплы, изгелекле ғәмәл атҡарҙы.Шулай итеп клуб. Унда аҙнаһына ике тапҡыр кино күрһәтәләр ине. Бәләкәй генә движокты тоҡандырып ебәреп, “Украина” киноустановкаһы ярҙамында. Киноустановка, тип ҙурҙан һалдырһам да ул ике башында ике ленталы тәгәрмәсе булған, ҡул менән әйләндермәле теген машинкаһынан ары китмәгәйне. Киноны аҙнаһына ике тапҡыр, шишәмбе, кесаҙна көнө күрһәтәләр. Афишаны, ус аяһынан саҡ ҡына ҙурыраҡ ҡағыҙ киҫәгенә Васи-льевканан килеп-китеп йөрөгән Петро исемле сеп-сей һары егет лыс хата итеп яҙып элә. Ул саҡтағы хаталарҙы шундуҡ тикшерер бейеклектә түгел инем әле, белемем дә әлепте таяҡтан саҡ айырыр кимәлдә генә, мәгәр шул саҡтағы ике кинофильм хәтерҙә ҡалған: “Тешена”, шунан “Браненосис Патумкин”. Һуңынан, үҫә төшкәс, “Тишина”, “Броненосец Потемкин” киноларын яңынан ҡарарға тура килде.Киноға инеү хаҡы - балаларға 5, өлкәндәргә 20 тин. Балалар сенсы һарыҡ көтөүенән һуң күрһәтелә, өлкәндәрҙеке - һыйырҙар ҡайтҡас, улар һауып алынғас. Шул, балалар сеансына ла инә алмай күҙҙәребеҙ тона, сөнки ул заманда биш тин дә ҙур аҡсаға иҫәпләнә ине. Петро ла зирәк кеше булараҡ хәлебеҙҙе аңлап хаҡты үҙенсә ҡуя, баҡыр тәңкәң юҡ ик-ән, уның урынына ике йомортҡа килтерергә мөмкин. Заруратҡа ҡалған көнөбөҙ шулай итеп, килем сығанағы тауыҡтарға килеп терәлә. Беҙҙең ике тауыҡ, тәпәйҙәре өшөп туңғанлыҡтан тупыс тәпәйле әтәсебеҙ бар. Бер тауығыбыҙ ҡартайыуы етеп ҡыҫырға ҡалған, икенсе аҙғыны көн оҙоно күршебеҙҙең йәш әтәсе менән сит-ят ҡыйлыҡта тибенә лә йомортҡ-аһын ҡайтып, картуфлыҡ буйында үҫкән кесерткән араһына ҡасып һала. Була бит ҡош-ҡорттоң да игелекһеҙе, белекһеҙе, емде беҙҙә ашағанын, ҡуналҡала ҡабырға терәп тупыс әтәс менән ҡунғанын, төн үткәргәнен иҫәпкә алһасы?! Йәштең ҡулында ҡамсы, ҡарттың ҡуйынында ҡалас бар, йәш менән аҙһаң-туҙһаң да барыбер үҙ кәртәңдә көн итеүең хәйер-ле, ошо тормош хаҡиҡәтен яҡшы үҙләштергәйне йөрөмтәл, аҙғын тауыҡ. Ярай әле тегенең йәшеренгән ояһын беләм, шуныһы яҡшы.Һарыҡ көтөүе Ҡаулан түңенән күтәрелеп ауыл осонда күренер мәлдә урам аша йәшәгән Мөҙәрис ылғый беҙгә һуғыла, картуфлыҡ осонда суҡайған мине эҙләп таба. Кәйефе китеңкерәп торһа ла тауышына өмөтлө күтәренкелек өҫтәп һораған була тағы:- Барабыҙмы?Ҡайҙа икәнлекте һүҙһеҙ аңлаһам да белмәмеш ҡыланам:- Ҡайҙа?- Ҡайҙа булһын, кинаға! Петро килгән, белдереү ҙә яҙып элгән…- Көтәм әле… Һинең эштәр көйлөлөр инде?- Ҡайҙан көйлө булһын, өләсәйемә тигән хәйер йома көн төштән һуң ғына төшә, ә бөгөн кесаҙна…- Ҡайһылайтаһың, әләйгәс?- Бына… - Ул усын яҙып йомортҡаны күрһәтә. - Ошоноң менән барам… Петроның өҫтәмә хаҡты нисек алғанын беләм мин! Киттек!- Киттек, тиһең, ә мин көтәм, тинем.- Нимәне?Кесерткән араһына ымланым:- Теге мөстәндең йомортҡа һалғанын!- Һәләтлә, улайһа!- Нимәһен һәләтләргә, мин тауыҡ түгел дә баһа!Апаруҡ ултырып ташланыҡ, теге, тиҫкәре тауыҡ йораты, шыпа ла ғына ҡытҡылдарға йыйынмай, шымып тик ята. Сабырһыҙ Мөҙәрис урынынан ҡалҡты:- Был тауығың йомортҡаһын һалырға түгел, көҙгә саҡлы баҫырға ятҡандыр, шай.- Нимә эшләйбеҙ, нимә тәҡдим итәһең?- Уның юлы ябай, хәҙер тауыҡты тотоп алабыҙ ҙа эсен һығабыҙ!- Анһат һиңә, күҙ терәп торғаным ул, әгәр имгәндереп ҡуйһаҡ?- Ер убылмаҫ, кәзә лә булдымы мал, тауыҡ та булдымы ҡош! Уны ҡазаландырып ҡуйһаҡ бер яйын табырбыҙ әле, юҡ тигәндә Петронан киноны йома көнгә күсереүҙе үтенербеҙ, ул сағында кинаға мин өләсәйҙең хәйерлеге менән инермен, ә һин беҙҙең йомортҡа менән!Шулай итеп, аныҡ ҡарарға килеп, һаҡ ҡына кесерткән өйөмөнә яҡынланыҡ. Көтмәгәндә эләктерер өсөн ике яҡлап ҡамағандай һаҡ ҡына барабыҙ. Беҙҙең хаслыҡты һиҙеп ҡалған тауыҡ ҡытҡылдап бот арамдан сығып та ҡасты.- Аңра һарыҡ, һиңә ышанған мин, сысҡаҡ тауығыңа ла баш була алмайһың! - Асыуынан шартларҙай булған Мөҙәрис шундуҡ ҡысҡырып та ебәрҙе.- Һин үҙең эшкинмәгән, тоторға ҡулыңдан килмәгәс минең яҡҡа өшкөткән булдың!- Өшкөттө ти өшкөтмәй ҙә, ул башы менән һинең яҡҡа ҡарап ята ине. Аптыраған өйрәк кенә ул арты менән һыуға сума!- Нимә эшләйбеҙ?- Нимә, нимә, хәҙер баҫтырып хәлдән тайҙырабыҙ, барыбер иртәме-һуңмы осаһына килеп тығылған йомортҡаһын төшөрмәй әмәле юҡ.Зыҡ ҡубып тауыҡты баҫтырырға тотондоҡ. Ә ул йылғыр, йә кәртә аҫтына инеп ҡаса, йә баһыу буйлатып йүгерә, унан ҡалһа картуфлыҡ араһына инеп боҫа. Күп этләндек, тауыҡ түгел, үҙебеҙ хәлдән тайҙыҡ; өҫ саңға буялды, кесерткәнгә сағылып бөттөк, салғыйға бөрмәт һырыны. Бер аҙ тын алғас яңынан күренгән тауыҡты абайлап ҡалып ҡыуырға тотонғайныҡ, унан нимә таптырғаныбыҙҙы, талап иткәнебеҙҙе төшөндө ниһайәт, тауыҡ баш, кәртә буйындағы һалам өҫтөнә алтынға бәрәбәр йомортҡаһын төшөрөп китте.- Ура! Булды, төшөрҙө тәки! - Йылы ғына йомортҡаны ҡулыма алып оло байлыҡҡа юлыҡҡандай һөрәнләп тә ебәрҙем.Киттек эләгә-йығыла клубҡа. Сеанс яңы ғына башланырға тора икән. Ишек төбөн һаҡлаған Петро ҡулын һондо:- Давайте, яйца сюда, сопляки!- У нас яйцо один штук… у мине и у ниго, - тинем вата-емерә хәл-торошобоҙҙо аңлатып.- Что будем делать тогда? - Петро һап-һары сәсле башын тырнап арыш башағылай төҫһөҙ ҡаштарын төйҙө.Тегенең яйын яйлап өйрәнгән Мөҙәрис телгә килде:- Один яйца тибе на сәпсим, астальную - кулаком в луб даш, и дастатошно!- Нет, сопляки, я вам подзатылник не дам, а с большим удовольствием съезжу под зад, это будет для вас жизненным уроком! - Шул һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң йомортҡаларыбыҙҙы алды ла ишекте шар асып ебәреп елкәһенән эләктереп, кирза итеге менән әпәй шүрлегенә менеп Мөҙәристе эс яҡҡа оҙатты, артынан шул уҡ юл менән мин дә остом. Иң алға тырпырап, бот та сат барып төштөк тә өҫ-башыбыҙҙы ҡағыштырғас иҙәнгә лыпын ул-тырып мауығып кино ҡарарға тотондоҡ.Хәҙер әйтерем Петро хаҡында. “Таш менән атҡанға аш менән ат!”тигән мәҡәл бар халыҡта. Петро йәшлек алабарманлығына, урыҫ яһиллығына барып беҙҙе ҡыйырһытып маташһа ла насар кеше булманы: эскерһеҙ, эшсән, ярҙамсыл ине ул. Ейәнсура үҙәге Иҫәнғолда эшләп йөрөгән саҡта Йылайыр районының баш табибы ауылыбыҙҙағы табип амбулаторияһына етәксе итеп эшкә саҡырҙы. Шунда саҡта ҡабул итеүгә хәлдән тайған, аяҡт-арын көскә һөйрәп атлаған бер ир килеп инде. Уның йоҡа кәүҙәһе бирешеүҙән бәлйерәгәйне, бит-йөҙөн һаҡал-мыйыҡ япҡайны, өҫтөнә кейгән кейеме лә асарбаҡтыҡынан ары китмәгән. Был инде лә миңә өмөт менән төбәлеп былай тип һораны:- Узнаешь меня?Һүнә барған күҙҙәргә төбәлеп ултыра биргәс ышанысһыҙыраҡ итеп яуапланым:- Если я не ошибаюсь, вы кажется Петро. Киномеханик Петро.- Он самый. Мне настоятельно рекомендовали показаться тебе, говорят вы очень хороший доктор.- Они переувеличивают мои возможности, я ведь не господь Бог.- Все ровно, помоги мне, Хайдар, очень прошу тебя… - Шул һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң Петро ҡалҡты ла миңә арты менән баҫып туңҡайҙы. - Дай мне сильного пинька, чтоб я выздоровел.- Да Вы сядьте, дядя Петро. Твои пеньки в детстве пошли мне только в пользу. Таким вот образом вы у меня выбили все плохое, черное, недоброе. Поверьте, я не в обиде! Что касается твоей болезни, постараюсь помочь, я сделаю все, что в моих силах.Ентекләп тикшергәндән һуң Петроның “артына тибеп” Өфөгә оҙаттым да таныш дуҫтарыма шылтыратып ярҙам һораным, улар тегене ҡала дауаханалары буйлатып “типкеләп” йөрөткәндәр. Төҙәлде Петро, ошо, үлемесле иҫәпләнгән сиренән арынғас, тағы ла ун йыл самаһы йәшәне.Хәҙер киноға кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Латвияның башҡалаһы Риганың ҡап уртаһында Совет осоронда ҙур, заманса йыһазландырылған “Комсомолец” кинотеатры бар ине. Шунда кино ҡарарға барҙыҡ. Киң билдәле “Табор уходит в небо” киноһының яңы сыҡҡан сағы, уны ҡарар өсөн һыу буйы сират. Таныш егетем алдан барып, билеттар алып, күтәрмәгә үк сығып баҫып мине көтөп тора ине инде.Билет өсөн хаҡ түләр алдынан партмонемды сығарҙым да үҙем дә абайламаҫтан һорап ҡуйҙым:- Бындағы киноға инер өсөн нисә йомортҡа кәрәк?Танышым миңә ғәжәпләнә биреберәк ҡараны, сөнки ул икенсе мөхиттә үҫкән, ҡала шарттарында тәрбиәләнгән зыялы кеше ине. Әгәр ауыл тормошо, мөстән тауыҡ, тупыс әтәс, йомортҡа хаҡы тураһында һөйләй башлаһам ул мине аңламаҫ та, әйткәндәремде ҡабул итмәҫ тә ине.Бөгөн дә хаталы афишаларҙы, Петроны, йомортҡа һалырға теләмәгән тауыҡты һағынам. Әгәр ауылдан “Украина” киноустановкаһында кинофильм күрһәтәләр, сеанстың хаҡы ике тауыҡ йомортҡаһы, тигән хәбәр ебәрһәләр, ҡайтыр инем, арт һыныма алған малайҙай осоп ҡайтыр инем, тик мөмкин түгел, сөнки сиған таборы ғына түгел, бала саҡ та иртәме-һуңмы йондоҙло асманға ашып билдәһеҙлектә иреп юғала. Уны ҡыуып етеү, ҡайтарып алыу мөмкин түгел!Хәйҙәр ТАПАҠОВ

Хәйҙәр ТапаҡовКиноБеҙҙең ауылда әүәле ике мәсет булған. Ике Алла йорто ике ҡалҡыулыҡта, мөһабәт ҡалҡып, әллә ҡайҙан күренеп торған. Үткән заманда һөйләйем тағы, сөнки беҙ иҫ белгәндә улар күптән юҡҡа сыҡҡандар ине инде. Эргәләге клуб үрге яҡ мәсет түңендә урынлашҡайны. Ишетеп-белеүемсә уны һүтелгән мәсет бүрәнәләренән ҡалҡытҡайнылар, бинаның һылауһыҙ ҡарағас бүрәнәләре ныҡ, сөрөк-сарыҡһыҙ, шыңғырап торҙолар. Сходтар, йый-ылыштар даими үткән, байрамдарҙа концерт күрһәтелгән мәҙәни-ағартыу учреждениеһы - клубты тағатып ебәреп яңынан мәсет ҡорорға ине лә бит, дин ул заманда хаҡһыҙ ҡыйырһытылғанға, халыҡтан ситләтелгәнгә күрә, был мөмкин булмаған, тормошҡа ашмаҫтай хыял ғына булып ҡалды бары. Бер нисә тапҡыр хәтергә төшөрөп үткәнемсә, указлы Әбдрәхим мулла иһә шул клубҡа терәлеп тиерлек урынлашҡан тауыҡ кетәгендәй генә өйөндә дин йолаларын үтәне, өҫтәп әйтергә кәрәк, еренә еткереп үтәне; яңы тыуған бала-ның ҡолағына ғүмерлек йөрөтөр исемен ҡысҡырҙы, яңы өйләнешкәндәргә айырымаҫлыҡ дәрәжәгә еткереп бата уҡыны, сирлеләргә ясин сыҡты, әхирәткә күскәндәрҙе ер ҡуйынына инеп ятҡансы оҙатып барҙы. Ошо башҡарылған ғәмәлдәре өсөн хәҙерге муллалар ише хаҡ бескәнмелер-юҡмылыр ул, уныһы билдәһеҙ. Өшкөрөм-төкөрөмө лә үтә шифалы, сихәтле ине уның. Өшкөрөм-төкөрөм, тигәндәй кесе апайым ҡыҙылсанан ауырып йығылғас мин дә уның ҡыҙарған биттәренә, янып барған маңлайына ласылдатҡансы өс тапҡыр төкөргөйнем, бермә-бер килеште им-томом, аҙна үтеүгә тегенең тән температураһы төштө, тағы ла бер аҙҙан ныҡлап аяғына баҫты. Бына бит сихәтле төкөрөк нишләтә! Төкөрөктөң дә төрлөһө була, йөрәккә бәрелгән, күңелгә яғылған, ғәйбәттән, яланан, яманлыҡтан, хаслыҡтан яралған төкөрөк яралай, йәрәхәтләй, бысрата әҙәм балаһын, шуға ағыулы төкөрөк сәскән ҡара эсле кешенән йырағыраҡ йөрөүең хәйерле.Беҙ, бала-саға динде үҙебеҙсә һанлай, ярата инек. Һанлауыбыҙ, уны ихтирам итеүебеҙ шунан ғибәрәт, йыл һайын ҡорбан ғәйетендә эйәртенешеп, оло көтөү булып әйенселәргә сығабыҙ. Өй беренсәләп, һәр ҡапҡаны теүәлләп ҡыҙырабыҙ, береһен дә ҡыйырһытып ҡоро ҡалдырмайбыҙ, әрһеҙ, хәрәкәтсән бала булараҡ аңҡаңлап иң алдан төшәм, ҡулымда бот самаһы аҙыҡ һыймалы киндерҙән эшләнгән эркет тоғо. Уны ыңғайы бер тотоп сығарлыҡ итеп көн элгәре соланға йәшерәм. Китәбеҙ шау-гөр килеп, киң урамды тултырып, бер итеп. Сираттағы өйгә инәм дә әйенселәүсе эйәрсәндәремдең исеменән һүҙҙе былайыраҡ башлайым: “Имен-аман ғына көн итегеҙ инде, йүткермәгеҙ, сөскөрмәгеҙ, тим бүлее ҡаҡырмағыҙ, ирешмәгеҙ, талашмағыҙ, ҡырын юлдан йөрөмәгеҙ, урлашмағыҙ, татыу, килешеп кенә йәшәгеҙ, штубы…” Телем телгә йоҡмай килештереп ебәреп теҙәм генә, шунан әйткәндәремде йомғаҡлап, әпәр иткәндәй итеп ҡулымды юғарыға һонам: “Йә, берҙән-бер Илаһым, бөйөктәрҙән-бөйөк Хоҙайым, хөрмәтле вә ҡөҙрәтле Тәңрем, һорағандарымды ошо йортҡа бер үк ебәр инде, күп итеп ебәр, зерә лә һанһыҙ итеп төшөр!” Теләктәремдән үтә лә ҡәнәғәт ҡалған йорт хужалары кәнфит, перәник, печенье, ҡыҙыл эремсек, шәкәр ҡомо бутап әүәләнгән май, еләктән ҡойолған ҡаҡ остоғо һымағыраҡ тәм-том таратҡан булалар, һирәк-һаяҡ өрөк, йөҙөм бөртөктәре килеп эләккеләй, табындары наҡыҫтар ҡурылған ҡурмас, кипкән муйыл, ҡаты ҡорот киҫәктәре өләшә. Өлөшөбөҙгә төшкәненә ризабыҙ шулай ҙа. Ә мин инде, бирелгәнгә мөрхәтһенә белмәгән эт ыйығы кеше булараҡ боролоп сығ-ып китергә берҙә генә лә ашыҡмайым, билдәле, мул итеп һораған өсөн һаранланмай, ҡыҫмырланмай бирергә, түләргә лә тейештәр бит инде, шуға күрә моҡсамдың ауыҙын алға өңрәйтеп һуҙып былай тием: “Өйҙә тағы әсәйем, ике апайым, өләсәйем бар. Йәнә мөйөштә туҡалдың быҙауы тора, дүрт һарығыбыҙ бәрәсләгән, бәрәстәр ҙә беҙҙең менән, бохар бесәйебеҙ туя белмәй, бигерәк асмәйел. Бесәйҙең тәғәйен үҙенә генә бирһәгеҙ ҙә була, ул әлегә көсөкләмәгән… ” Шулайтып хисаплап бөтәһе өсөн теүәлләп алам. Төш еткәнсе моҡсам лыҡа тула, шуны саҡ күтәреп, тыш та быш ҡайтып йығылам. Минең этлекте, нәпселәнеүемде аңлап, һүҙһеҙ ҙә төшөнөп алған өләсәйем асыуланмай ғына орошоп ала ла, былайтып ауылдаштарҙы талай башлаһаң һәммәһен аҙыҡ-түлекһеҙ ҡалдыраһың да баһа тип, төштән һуң урамға сығармай. Мин дә тышҡа атлығып, ынтылып бармайым, йыйырын йыйҙым бит инде. Урындыҡ түренә аяҡтарымды бөкләп, алдыма тоғомдо асып ултыртып алам да керешәм эсем һыртыма сыҡҡансы һыйланырға, ә күңелдә бер генә уй: “Их, ҡана ла һуң көндә байрам, көндә туй булһа, ожмахтағылай ғына көн итер инек, биллә-һи!..” Бына шулай иркенләп, йәйерәп китеп байрам итә инек беҙ дини байрамдарҙы. Әйткәндәй, бөгөн, шул әүәлге клуб урынында яңынан иман йорто мәсетте күтәреп ҡуйып Салауат исемле ауылдашыбыҙ үтә лә сауаплы, изгелекле ғәмәл атҡарҙы.Шулай итеп клуб. Унда аҙнаһына ике тапҡыр кино күрһәтәләр ине. Бәләкәй генә движокты тоҡандырып ебәреп, “Украина” киноустановкаһы ярҙамында. Киноустановка, тип ҙурҙан һалдырһам да ул ике башында ике ленталы тәгәрмәсе булған, ҡул менән әйләндермәле теген машинкаһынан ары китмәгәйне. Киноны аҙнаһына ике тапҡыр, шишәмбе, кесаҙна көнө күрһәтәләр. Афишаны, ус аяһынан саҡ ҡына ҙурыраҡ ҡағыҙ киҫәгенә Васи-льевканан килеп-китеп йөрөгән Петро исемле сеп-сей һары егет лыс хата итеп яҙып элә. Ул саҡтағы хаталарҙы шундуҡ тикшерер бейеклектә түгел инем әле, белемем дә әлепте таяҡтан саҡ айырыр кимәлдә генә, мәгәр шул саҡтағы ике кинофильм хәтерҙә ҡалған: “Тешена”, шунан “Браненосис Патумкин”. Һуңынан, үҫә төшкәс, “Тишина”, “Броненосец Потемкин” киноларын яңынан ҡарарға тура килде.Киноға инеү хаҡы - балаларға 5, өлкәндәргә 20 тин. Балалар сенсы һарыҡ көтөүенән һуң күрһәтелә, өлкәндәрҙеке - һыйырҙар ҡайтҡас, улар һауып алынғас. Шул, балалар сеансына ла инә алмай күҙҙәребеҙ тона, сөнки ул заманда биш тин дә ҙур аҡсаға иҫәпләнә ине. Петро ла зирәк кеше булараҡ хәлебеҙҙе аңлап хаҡты үҙенсә ҡуя, баҡыр тәңкәң юҡ ик-ән, уның урынына ике йомортҡа килтерергә мөмкин. Заруратҡа ҡалған көнөбөҙ шулай итеп, килем сығанағы тауыҡтарға килеп терәлә. Беҙҙең ике тауыҡ, тәпәйҙәре өшөп туңғанлыҡтан тупыс тәпәйле әтәсебеҙ бар. Бер тауығыбыҙ ҡартайыуы етеп ҡыҫырға ҡалған, икенсе аҙғыны көн оҙоно күршебеҙҙең йәш әтәсе менән сит-ят ҡыйлыҡта тибенә лә йомортҡ-аһын ҡайтып, картуфлыҡ буйында үҫкән кесерткән араһына ҡасып һала. Була бит ҡош-ҡорттоң да игелекһеҙе, белекһеҙе, емде беҙҙә ашағанын, ҡуналҡала ҡабырға терәп тупыс әтәс менән ҡунғанын, төн үткәргәнен иҫәпкә алһасы?! Йәштең ҡулында ҡамсы, ҡарттың ҡуйынында ҡалас бар, йәш менән аҙһаң-туҙһаң да барыбер үҙ кәртәңдә көн итеүең хәйер-ле, ошо тормош хаҡиҡәтен яҡшы үҙләштергәйне йөрөмтәл, аҙғын тауыҡ. Ярай әле тегенең йәшеренгән ояһын беләм, шуныһы яҡшы.Һарыҡ көтөүе Ҡаулан түңенән күтәрелеп ауыл осонда күренер мәлдә урам аша йәшәгән Мөҙәрис ылғый беҙгә һуғыла, картуфлыҡ осонда суҡайған мине эҙләп таба. Кәйефе китеңкерәп торһа ла тауышына өмөтлө күтәренкелек өҫтәп һораған була тағы:- Барабыҙмы?Ҡайҙа икәнлекте һүҙһеҙ аңлаһам да белмәмеш ҡыланам:- Ҡайҙа?- Ҡайҙа булһын, кинаға! Петро килгән, белдереү ҙә яҙып элгән…- Көтәм әле… Һинең эштәр көйлөлөр инде?- Ҡайҙан көйлө булһын, өләсәйемә тигән хәйер йома көн төштән һуң ғына төшә, ә бөгөн кесаҙна…- Ҡайһылайтаһың, әләйгәс?- Бына… - Ул усын яҙып йомортҡаны күрһәтә. - Ошоноң менән барам… Петроның өҫтәмә хаҡты нисек алғанын беләм мин! Киттек!- Киттек, тиһең, ә мин көтәм, тинем.- Нимәне?Кесерткән араһына ымланым:- Теге мөстәндең йомортҡа һалғанын!- Һәләтлә, улайһа!- Нимәһен һәләтләргә, мин тауыҡ түгел дә баһа!Апаруҡ ултырып ташланыҡ, теге, тиҫкәре тауыҡ йораты, шыпа ла ғына ҡытҡылдарға йыйынмай, шымып тик ята. Сабырһыҙ Мөҙәрис урынынан ҡалҡты:- Был тауығың йомортҡаһын һалырға түгел, көҙгә саҡлы баҫырға ятҡандыр, шай.- Нимә эшләйбеҙ, нимә тәҡдим итәһең?- Уның юлы ябай, хәҙер тауыҡты тотоп алабыҙ ҙа эсен һығабыҙ!- Анһат һиңә, күҙ терәп торғаным ул, әгәр имгәндереп ҡуйһаҡ?- Ер убылмаҫ, кәзә лә булдымы мал, тауыҡ та булдымы ҡош! Уны ҡазаландырып ҡуйһаҡ бер яйын табырбыҙ әле, юҡ тигәндә Петронан киноны йома көнгә күсереүҙе үтенербеҙ, ул сағында кинаға мин өләсәйҙең хәйерлеге менән инермен, ә һин беҙҙең йомортҡа менән!Шулай итеп, аныҡ ҡарарға килеп, һаҡ ҡына кесерткән өйөмөнә яҡынланыҡ. Көтмәгәндә эләктерер өсөн ике яҡлап ҡамағандай һаҡ ҡына барабыҙ. Беҙҙең хаслыҡты һиҙеп ҡалған тауыҡ ҡытҡылдап бот арамдан сығып та ҡасты.- Аңра һарыҡ, һиңә ышанған мин, сысҡаҡ тауығыңа ла баш була алмайһың! - Асыуынан шартларҙай булған Мөҙәрис шундуҡ ҡысҡырып та ебәрҙе.- Һин үҙең эшкинмәгән, тоторға ҡулыңдан килмәгәс минең яҡҡа өшкөткән булдың!- Өшкөттө ти өшкөтмәй ҙә, ул башы менән һинең яҡҡа ҡарап ята ине. Аптыраған өйрәк кенә ул арты менән һыуға сума!- Нимә эшләйбеҙ?- Нимә, нимә, хәҙер баҫтырып хәлдән тайҙырабыҙ, барыбер иртәме-һуңмы осаһына килеп тығылған йомортҡаһын төшөрмәй әмәле юҡ.Зыҡ ҡубып тауыҡты баҫтырырға тотондоҡ. Ә ул йылғыр, йә кәртә аҫтына инеп ҡаса, йә баһыу буйлатып йүгерә, унан ҡалһа картуфлыҡ араһына инеп боҫа. Күп этләндек, тауыҡ түгел, үҙебеҙ хәлдән тайҙыҡ; өҫ саңға буялды, кесерткәнгә сағылып бөттөк, салғыйға бөрмәт һырыны. Бер аҙ тын алғас яңынан күренгән тауыҡты абайлап ҡалып ҡыуырға тотонғайныҡ, унан нимә таптырғаныбыҙҙы, талап иткәнебеҙҙе төшөндө ниһайәт, тауыҡ баш, кәртә буйындағы һалам өҫтөнә алтынға бәрәбәр йомортҡаһын төшөрөп китте.- Ура! Булды, төшөрҙө тәки! - Йылы ғына йомортҡаны ҡулыма алып оло байлыҡҡа юлыҡҡандай һөрәнләп тә ебәрҙем.Киттек эләгә-йығыла клубҡа. Сеанс яңы ғына башланырға тора икән. Ишек төбөн һаҡлаған Петро ҡулын һондо:- Давайте, яйца сюда, сопляки!- У нас яйцо один штук… у мине и у ниго, - тинем вата-емерә хәл-торошобоҙҙо аңлатып.- Что будем делать тогда? - Петро һап-һары сәсле башын тырнап арыш башағылай төҫһөҙ ҡаштарын төйҙө.Тегенең яйын яйлап өйрәнгән Мөҙәрис телгә килде:- Один яйца тибе на сәпсим, астальную - кулаком в луб даш, и дастатошно!- Нет, сопляки, я вам подзатылник не дам, а с большим удовольствием съезжу под зад, это будет для вас жизненным уроком! - Шул һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң йомортҡаларыбыҙҙы алды ла ишекте шар асып ебәреп елкәһенән эләктереп, кирза итеге менән әпәй шүрлегенә менеп Мөҙәристе эс яҡҡа оҙатты, артынан шул уҡ юл менән мин дә остом. Иң алға тырпырап, бот та сат барып төштөк тә өҫ-башыбыҙҙы ҡағыштырғас иҙәнгә лыпын ул-тырып мауығып кино ҡарарға тотондоҡ.Хәҙер әйтерем Петро хаҡында. “Таш менән атҡанға аш менән ат!”тигән мәҡәл бар халыҡта. Петро йәшлек алабарманлығына, урыҫ яһиллығына барып беҙҙе ҡыйырһытып маташһа ла насар кеше булманы: эскерһеҙ, эшсән, ярҙамсыл ине ул. Ейәнсура үҙәге Иҫәнғолда эшләп йөрөгән саҡта Йылайыр районының баш табибы ауылыбыҙҙағы табип амбулаторияһына етәксе итеп эшкә саҡырҙы. Шунда саҡта ҡабул итеүгә хәлдән тайған, аяҡт-арын көскә һөйрәп атлаған бер ир килеп инде. Уның йоҡа кәүҙәһе бирешеүҙән бәлйерәгәйне, бит-йөҙөн һаҡал-мыйыҡ япҡайны, өҫтөнә кейгән кейеме лә асарбаҡтыҡынан ары китмәгән. Был инде лә миңә өмөт менән төбәлеп былай тип һораны:- Узнаешь меня?Һүнә барған күҙҙәргә төбәлеп ултыра биргәс ышанысһыҙыраҡ итеп яуапланым:- Если я не ошибаюсь, вы кажется Петро. Киномеханик Петро.- Он самый. Мне настоятельно рекомендовали показаться тебе, говорят вы очень хороший доктор.- Они переувеличивают мои возможности, я ведь не господь Бог.- Все ровно, помоги мне, Хайдар, очень прошу тебя… - Шул һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң Петро ҡалҡты ла миңә арты менән баҫып туңҡайҙы. - Дай мне сильного пинька, чтоб я выздоровел.- Да Вы сядьте, дядя Петро. Твои пеньки в детстве пошли мне только в пользу. Таким вот образом вы у меня выбили все плохое, черное, недоброе. Поверьте, я не в обиде! Что касается твоей болезни, постараюсь помочь, я сделаю все, что в моих силах.Ентекләп тикшергәндән һуң Петроның “артына тибеп” Өфөгә оҙаттым да таныш дуҫтарыма шылтыратып ярҙам һораным, улар тегене ҡала дауаханалары буйлатып “типкеләп” йөрөткәндәр. Төҙәлде Петро, ошо, үлемесле иҫәпләнгән сиренән арынғас, тағы ла ун йыл самаһы йәшәне.Хәҙер киноға кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Латвияның башҡалаһы Риганың ҡап уртаһында Совет осоронда ҙур, заманса йыһазландырылған “Комсомолец” кинотеатры бар ине. Шунда кино ҡарарға барҙыҡ. Киң билдәле “Табор уходит в небо” киноһының яңы сыҡҡан сағы, уны ҡарар өсөн һыу буйы сират. Таныш егетем алдан барып, билеттар алып, күтәрмәгә үк сығып баҫып мине көтөп тора ине инде.Билет өсөн хаҡ түләр алдынан партмонемды сығарҙым да үҙем дә абайламаҫтан һорап ҡуйҙым:- Бындағы киноға инер өсөн нисә йомортҡа кәрәк?Танышым миңә ғәжәпләнә биреберәк ҡараны, сөнки ул икенсе мөхиттә үҫкән, ҡала шарттарында тәрбиәләнгән зыялы кеше ине. Әгәр ауыл тормошо, мөстән тауыҡ, тупыс әтәс, йомортҡа хаҡы тураһында һөйләй башлаһам ул мине аңламаҫ та, әйткәндәремде ҡабул итмәҫ тә ине.Бөгөн дә хаталы афишаларҙы, Петроны, йомортҡа һалырға теләмәгән тауыҡты һағынам. Әгәр ауылдан “Украина” киноустановкаһында кинофильм күрһәтәләр, сеанстың хаҡы ике тауыҡ йомортҡаһы, тигән хәбәр ебәрһәләр, ҡайтыр инем, арт һыныма алған малайҙай осоп ҡайтыр инем, тик мөмкин түгел, сөнки сиған таборы ғына түгел, бала саҡ та иртәме-һуңмы йондоҙло асманға ашып билдәһеҙлектә иреп юғала. Уны ҡыуып етеү, ҡайтарып алыу мөмкин түгел!
Хәйҙәр ТАПАҠОВ
Читайте нас: