#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Рәсәйҙә, шул иҫәптән, республикабыҙҙа “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты йылдам тормошҡа ашырыла. Был йәһәттән барыһы ла Башҡортостанды башҡа субъекттарға өлгө итеп ҡуя. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, бөтә милли проекттар ҙа, балаларҙың киләсәге тураһында хәстәрлек күреүгә йүнәлтелгән.
Балаҡатай районында ла тәүге көндәрҙән үк “Мәғариф” милли проектын бөтә тулылығында бойомға ашырыуға ең һыҙғанып тотондолар. Милли проекттарҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Владимирович Путиндың Май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылыуын оноторға ярамай.
“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы, Ямаш ауылы мәктәбенең спорт залына ремонт үткәрелгән. Хәҙер иһә бындағы йөҙҙән ашыу ҡыҙ һәм малай заманса спорт залында шөғөлләнә.
– Класта, парта артында ултырып уҡыған баланың арыуы бәхәсһеҙ, – ти педагогтар. – Тәнде яҙып алырға ла кәрәк, физик күнегеүҙәр тағы ла дәртләнеберәк белем эстәүгә этәрә. Бөгөн беҙҙең мәктәптең спорт залын танырлыҡ та түгел, бында барыһы ла балалар өсөн эшләнгән.
Егеттәр һөйләүенсә, һәр егет физкультура дәресен яратырға тейеш, күнекмәләргә йөрөү – әрмегә яҡшы әҙерлек ул.