Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 16:50

Республикала коронавирус йоҡторғандар 10 меңдән ашты

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 менән ауырыған пациенттар 73-кә артты.

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 менән ауырыған пациенттар 73-кә артты. Пандемия башланғандан алып сирлеләрҙең дөйөм һаны 10 019-ға етте.
Хәбәр ителеүенсә, әле 909 кеше дауалана, 730-ы ауырыуҙы еңел формала үткәрә һәм өйҙә дауалана, 179-ы стационарҙа ята.
Пандемия башланғандан алып бөтәһе 9 062 пациент һауыҡҡан. Бер тәүлектә коронавирустан вафат булыусылар һаны үҙгәрмәгән һәм элеккесә 48 кеше тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
https://www.bashinform.ru/news/1511193-v-bashkirii-kolichestvo-zabolevshikh-koronavirusom-perevalilo-za-10-tysyach/
Читайте нас: