Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 15:44

Техниканы мөмкин тиклем һирәгерәк эшкә егергә яҙһын!

Миндәккә лә бер автомобиль тәтене

Республикабыҙҙа Янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫештереү стратегияһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Шул иҫәптән ошо көндәрҙә 10 дана автотехника ҡайтартылып, Башҡортостандың төрлө төбәктәренә йүнәлтелә.
Беҙҙең Миндәккә лә бер автомобиль тәтене. Был ауылдағы айырым янғынға ҡаршы пост яңы автоцистерна менән тулыланды, тип хәбәр итте район хакимиәте. Тәжрибәле водитель Валерий Ишмаметьев алып ҡайтҡан. Әйткәндәй, былтыр ҙа миндәктәр бер яңғын һүндереү автомобиле алған ине. Фотографиялар – район хакимиәте сайтынан. Техниканы мөмкин тиклем һирәгерәк эшкә егергә яҙһын!
Читайте нас: