Яйыҡ
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 17:10

Һөйәркәһенә – бысаҡ менән

Дыуан районынан бик күңелһеҙ хәбәр килде: 20 йәшлек ҡыҙ үҙенең һөйәркәһенә һөжүм иткән, һөҙөмтәлә ир ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Дыуан районынан бик күңелһеҙ хәбәр килде: 20 йәшлек ҡыҙ үҙенең һөйәркәһенә һөжүм иткән, һөҙөмтәлә ир ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Хәл 16 октябргә ҡараған төндә булған.
Дыуан ауылындағы бер фатирҙан медицина хеҙмәткәрҙәре ауыр яралы ирҙе дауаханаға алып килгән. 32 йәшлек ирҙең эсенә бысаҡ менән сәнскәндәр.
Полицейскийҙар асыҡлауынса, ир һәм уның 20 йәшлек әхирәте кәйеф-сафа ҡорған, спиртлы эсемлектәр менән күңел асҡандар. Ҡыҙып алғас, был икәү араһында бәхәс ҡупҡан. Ҡыҙ әйтеүенсә, ир уға йоҙроҡ менән ташланған, быныһы иһә, туҡмалыуҙан һаҡланып, йәнәһе, уға бысаҡ менән сәнскән.
Хәлдең айышын хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре төшөнә, енәйәт эше ҡуҙғатыу хәл ителә. Ҡыҙ ғәйебен таныған.
Эскелек йүнлегә килтермәгәнен аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй: ҡайҙа араҡы – шунда бәлә.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: