Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 10:50

Яңы техникалы булдылар

РФ Президентының май указдарында билдәләнгән «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Башҡортостан автоинспекцияһына 29 яңы патруль автомобиле тапшырылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
РФ Президентының май указдарында билдәләнгән «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Башҡортостан автоинспекцияһына 29 яңы патруль автомобиле тапшырылды. Шул иҫәптән республиканың бер нисә территориаль дәүләт автоинспекцияһы подразделениеһына юлһыҙ ерҙән дә йөрөй алыусы 10 автомобиль таратылды.
Бөрйән районы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә бындай бүләктән мәхрүм ҡалманы. Уларға “UAZ-Patriot” автомобиле тапшырылған.
- Был автомобиль, райондың таулы булыуын иҫәпкә алғанда, бик ҡулай, сөнки ул ҡатмарлы юлдарҙан да үтеү һәләтенә эйә. Яңы патруль транспорты автоинспекторҙарға үҙ бурыстарын үтәү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән комплектланған. Бындай техникала эшләүе лә уңайлы, - ти ЮХХДИ бүлеге начальнигы Рафаэль Мостафин.
2020 йылдың 9 айы эсендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Бөрйән районы биләмәһендә 1500 самаһы административ хоҡуҡ боҙоусы теркәлгән. Шул иҫәптән 70 водителдең иҫерек килеш руль артына ултырыу осрағы асыҡланған. Һис шикһеҙ яңы техника районда юлдарҙағы именлеккә ыңғай тәьҫир итәсәк.
"Башҡортостан"
Фото: Бөрйән районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: