Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 11:05

22 МЕҢ ШЫРШЫ УЛТЫРТТЫЛАР

Башҡортостан Республикаһы ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Урманды һаҡлайыҡ” проектында әүҙем ҡатнаша. Төп маҡсаттарҙың береһе – 2024 йылға тиклем күпме ағас ҡырҡылһа, шундай ағас ултыртыу кимәленә сығыу. Әле урманды ҡуртымға алған ойошмалар ағас ултыртыу сараларында әүҙем ҡатнаша.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Башҡортостан Республикаһы ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Урманды һаҡлайыҡ” проектында әүҙем ҡатнаша. Төп маҡсаттарҙың береһе – 2024 йылға тиклем күпме ағас ҡырҡылһа, шундай ағас ултыртыу кимәленә сығыу. Әле урманды ҡуртымға алған ойошмалар ағас ултыртыу сараларында әүҙем ҡатнаша.
“Башнефть” предприятиеһының углеводород сеймалын эҙләү һәм сығарыу буйынса төп операторы “Башнефть-Добыча” йәмғиәте Бөрө районында шыршы үҫентеләрен ултыртыуҙы ойошторҙо. Ағиҙел йылғаһының уң ярында нефтселәр 3,3 гектар майҙанда 13200 үҫенте ултыртты.
Был - предприятие ойошторған икенсе акция. Бер аҙна элек компания Асҡын районында ике гектарҙан ашыу майҙанда туғыҙ мең ағас ултыртты.
Шыршы үҫентеһен һайлау ҙа осраҡлы түгел. Эксперттар белдереүенсә, компания үҙенең экологик тәҡдименә бар яҡлап баһа биргән һәм урман тергеҙеү проектын әҙерләгән. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы менән килешелгәнсә, участкала тупраҡ үҙенсәлектәре буйынса нәҡ шыршы үҫтереү уңайлы тип табылған.
Республиканың төньяҡ климат шарттарына яраҡлаштырылған биш йәшлек үҫентеләрҙе нефтселәр Борай урман хужалығының махсуслашҡан питомнигынан алған.
– Компанияның үҫентеләрҙе һайлауға һәм ултыртыуға бирелгән участканы бөтә ҡағиҙәләр буйынса әҙерләүе ултыртылған ағастарҙың яҡшы үҫеп китеренә ышаныс тыуҙыра. Ул 80-90 процентҡа тиң булыр. Үҫентеләр сифаты бик юғары! – тип белдерҙе Бөрө һәм Яндыҙ урмансылыҡтарының участка урмансыһы Андрей Десяткин.
“Башнефть-Добыча” йәмғиәтенең экологик тәҡдименең төп үҙенсәлеге шунда – йәш шыршылар айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә һайланды. Йәшелләндерелгән биләмә хайуандарҙың һунарсылыҡ-кәсепселек өсөн урыны ғына түгел, ә һирәк осраған аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтөнөң төйәге лә булған Бөрө заказнигының бер өлөшө булып тора. Заказникта йәшәгән был ҡош ҙурлығы буйынса Европала дүртенсе урында тора. Бөркөттөң ҡанаттарының ҡоласы 2-3 метрға тиклем етә.
– Етештереү эшмәкәрлеге алып барған төбәктәрҙә тирә-яҡ мөхитте хәстәрләү беҙҙең эштең мөһим өлөшө булып тора. Быйыл етештереү объекттарында тирә-яҡ мөхиткә зыянды кәметеүгә булышлыҡ иткән яңы техник алымдар индереүҙе дауам итеп, биологик сығанаҡтарҙы тергеҙеүгә тотондоҡ, шул иҫәптән республикала ағас ултыртыу һәм һыу ятҡылыҡтарына йәш балыҡтар ебәреү юлы менән, – тип билдәләне “Башнефть-Добыча” йәмғиәтенең генераль директор вазифаһын башҡарған Сергей Нонява. Әтйкәндәй, ул үҙе лә Бөрөлә уҙған сарала ҡатнашты.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.
"Башҡортостан"
Читайте нас: