Яйыҡ
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 11:20

Башҡортостанда шау-шыу тыуҙырған пансионатта йәшәгән ҡарт ҡасырға маташҡан сағында вафат булған

«Минең ғаиләм» пансионатында йәшәгән 81 йәшлек ҡарт пансионаттың икенсе ҡатынан тәҙрә аша простыня буйлап урамға сығырға маташҡанда ҡолап төшкән. Йәрәхәтләнгән ир дауаханаға оҙатылған. Икенсе көндө, медицина ярҙамы күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, ул дауаханала йән биргән.

Башҡортостанда шау-шыу тыуҙырған пансионатта йәшәгән ҡарт ҡасырға маташҡан сағында вафат булған«Минең ғаиләм» пансионатында йәшәгән 81 йәшлек ҡарт пансионаттың икенсе ҡатынан тәҙрә аша простыня буйлап урамға сығырға маташҡанда ҡолап төшкән. Йәрәхәтләнгән ир дауаханаға оҙатылған. Икенсе көндө, медицина ярҙамы күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, ул дауаханала йән биргән.Был хәл 16 октябрҙә 8 Март ҡасабаһында булған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо пансионаттың Өфө районы Зубов ауылындағы филиалында оло йәштәгеләр менән тупаҫ мөғәмәлә итәләр, уларҙы ашатыуға һәм түшәк кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеүгә бәйле проблемалар бар.Башҡортостан прокуратураһы суд тәртибендә етешһеҙлектәр тулыһынса бөтөрөлгәнгә тиклем «Минең ғаиләм» пансионаты эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап итә.«Ниндәйҙер Освенцим. Ҡарттарҙы ҡарамағандар. Уларҙың хатта тумбочкалары, шәхси әйберҙәре лә булмаған, күҙ алдына килтерәһегеҙме, яланғас карауаттар һәм башҡа бер нәмә лә юҡ. Ысынында иһә был хостел хеҙмәттәре. Бинала эвакуация юлдары юҡ. Янғын сыҡһа, бөтәһе лә Иркустк өлкәһендәге кеүек янып бөтөрҙәр ине», — тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе вице-премьер Ленара Иванова."Башинформ".
Читайте нас: