Яйыҡ
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 16:54

Беҙ шоферыбыҙҙан уңдыҡ.

25 октябрь - Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө. Ҡотлайбыҙ, барыһына ла ҡорос һаулыҡ, имен юлдар!

Эш һөйгәнде
ил һөйгән
Рафиҡ Мөхәмәтдинов 1969 йыл Аһылай ауылында ишле ғаиләлә, Ғәбделәхәт ағай менән Мөслиха апайҙың бишенсе балалары булып донъяға килә. Башланғыс белемде тыуған ауылында алып, аҙаҡ уҡыуын Озерный урта мәктәбендә дауам итә. 1985 йыл 98-се һөнәрселек училищеһына уҡырға керә. Бәләкәй саҡтан ат яратҡан, һабан туйҙарында бәйгеләрҙә призлы урындар алып йөрөгән егет “тимер аттар” менән дә ныҡлап мауыға. 1986 йыл һөнәр алып, “Байрамғол” совхозының 10-сы бүлексәһендә комбайнер булып эш башлай. 1987-1989 йылдарҙа әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, шофер һөнәрен үҙләштереп, Белорет ҡалаһында, “Озерный” совхозында эшләй.
Ни менән шөғөлләнмәһен, тик яҡшы яҡтан баһалана ул. 1993 йылдан алып бөгөнгә көнгә тиклем – Учалы автотранспорт предприятиеһында, “Аһылай-Учалы” маршрутында автобус йөрөтә. Төп трассанан ситтә ятҡан Аһылай, Баттал, Оҙонгүл, Озерный, Көсөк, Сораман ауылдары халҡын район үҙәгенә арыу-талыу белмәйенсә ташый. Ниндәй генә насар һауа шарттары булмаһын, ул һәр ваҡыт юлда. Үҙе лә итәғәтле, хеҙмәтләндергән халыҡ менән яҡшы мөғәлләмә тота, бөхтә кеше, “малы эйәһенә оҡшай” тигәндәй, автобусы ла гел генә төҙөк, эсе-тышы таҙа һәм тәрбиәле.
Әлеге пандемия ваҡытында, үҙенә лә, пассажирҙарға ла талапсан – автобусында битлек кейеү мотлаҡ шарт.
Эшенә күрә хөрмәте, тиҙәр беҙҙә. Рафиҡ Ғәбделәхәт улының наградаларына килгәндә,Учалы АТП-һының Хөрмәт грамоталары бихисап. Республика кимәлендә лә йыш дәртләндерелә. Шул иҫәптән: БР Архитектура, төҙөлөш һәм транспорт министрлығының Хөрмәт грамотаһы (2009 йыл), БР-ҙың Хөрмәт грамотаһы – “Юғары һөнәр оҫталығы, транспорт өлкәһендә оҙайлы хеҙмәт өсөн” тип билдәләнә (2014 йыл), 3-сө дәрәжәлә “Аварияһыҙ эш өсөн” күкрәк знагы һәм башҡа, 2019 йылдан яҡташыбыҙҙың фотопортреты Өфөләге “Башавтотранс” дәүләт предприятиеһының Почет таҡтаһын биҙәй.
-Беҙҙә техниканы яратҡан, бурыстарына тоғро, үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған шоферҙар ғына эшләй, ә Рафиҡ Ғәбделәхәт улы иң яҡшыларҙың береһе, - тип маҡтап телгә алды уны автотранспорт предприятиеһы директоры Фәнүз Шаймарҙанов.
Мөхәмәтдиновтар – ауылда һәр яҡлап өлгөлө ғаилә. Уҙаман тыуған ауылын ташламай, атай-әсәй ауылында ерегеп, шунда матур итеп өй һалып, Ҡаҙаҡҡол ауылы ҡыҙы Гөлнара менән матур итеп донъя көтәләр, күп итеп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар. Бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Радмир улдары, атаһы юлынан барып, бөгөнгө көндә Себер тарафтарында шофер булып эшләй, ә ҡыҙҙары Эльвина әлегә мәктәптә уҡый.
Бөтә пассажирҙар исеменән Рафиҡ Ғәбделәхәт улын һөнәри байрам менән ҡотлайым! Уға һаулыҡ-таҙалыҡ, ғаилә бәхете, итәғәтле пассажирҙар һәм имен юлдар теләйбеҙ.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Белешмә: байрамдың тулы исеме – Автомобиль һәм ҡала транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө. Октябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә , быйыл 25 октябргә тура килә. Автотранспорт хеҙмәткәрҙәре көнө 1976 йылдан алып билдәләнә. Дөрөҫ, 1996 йыл автомобилселәрҙең һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдарын берләштереп тә алғандар ине, 2000 йылда был даталарҙы айырыу тураһында РФ Президенты указы ҡабул ителә. Тик автомобилселәр оҙаҡ ваҡыт үҙҙәре генә ҡала алманы - 2012 йыл улар янына.ҡала транспорты хеҙмәткәрҙәрен беркеттеләр.
Читайте нас: