Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 15:26

Берәҙәк эттәр тураһында

Район-ара приюттөҙөлөр микән?

Берәҙәк йөрөгән эттәр күп беҙҙә. Ҡайҙан күп булмаһын инде, социализм дәүерендә күпме атып та, бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙе бөтөрә алманылар, ә хәҙер мөнәсәбәт тағын да йомшарҙы буғай.
Бер-ике ай элек “Башҡортостан республикаһында хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында” республика законы (№289-з, 29.06.2020 йыл) көсөнә инде.
Бик ҡыҫҡа ғына әйткәндә, төп яңылыҡтар түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: хужаһыҙ йөрөгән хайуандар тотолорға һәм махсус приюттарға урынлаштырылырға тейеш. Унда 30 көн буйы аҫрайҙар, бирка ҡуялар, прививкалар яһайҙар, түлһеҙләндерәләр һәм, эйә табылмай икән, ҡайҙа аулап алынған, шунда кире ебәрергә тейештәр. Йәнлек ныҡ ажар (уҫал) икән, үҙе үлгәнсе приютта тотолорға тейеш. Үлтереү (“йоҡлатыу”) йәнлек дауалап булмаған ауырыу менән сирләгәндә генә рөхсәт ителә. Ғөмүмән, эттең түпәһен уя һуғып, “иреккә сығарҙыҡ!” – тип тә алдашып булмаясаҡ, сөнки хужаһыҙ хайуандарҙы аулауҙы тормошҡа ашырыусы шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр тотҡан мәлде лә, кире ебәреүҙе лә видеоға төшөрөргә бурыслылар.
Закон нисек тормошҡа ашырылыуын яҡын киләсәктә күрербеҙ.
-Приют, бәлки, киләһе йылда булдырылыр. Бер-нисә район өсөн уртаҡ зона приюты ойошторолоу ҙа мөмкин, тигән һүҙ сыға. Әлегә ниндәйҙер конкрет күрһәтмәләр юҡ, әммә адан билдәле – тикшереү, вакцинациялау менән ветеринарҙар, шөғөлләнсәк. Ә кем приют ойоштороға йыйына – район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге аша эш итергә тейеш, - тип яуап бирҙе беҙҙең һорауға Учалы ветстанцияһының табип-эпизоотологы Самат Әлхәмов. Нисек кенә булмаһын, Самат Туҡай улының фекеренсә, эттәрҙең берәҙәк йөрөүенә юл ҡуйырға ярамай. Ҡотороу, эхинококкоз кеүек хәүефле ауырыуҙарҙы таратыуҙары ихтимал бит. Ҡотороу, исмаһам, шундуҡ беленә, ә мал һуйғанда ҡайһы саҡ “насар” тип, үпкәһе ҡайҙа тура килде, шунда ташлана ла, эттәр уны һоғоноп, паразит селәүсен үрсетмәһен бар донъя буйынса тарата....
Сир таратыу ғына түгел, берәҙәк эттәр тешләшә лә бит әле. Ветстанцияның төп белгесе Лидиә Ғәлимованан алған мәғлүмәттәр буйынса, быйыл районда 117 - эттәрҙән тешләнеү, 42 - бесәйҙән тешләнеү-тырналыу осраҡтары теркәлгән. Яуыз хайуан ҡотороуға ҡаршы вакцинация үтмәгән икән, биркаланмаған булһа – һөжүм ҡорбанына үҙенә еңел булмаған уколдар курсы үтергә тура килә. Ә идентификация тәңгәлендә беҙҙә хәлдәр ал да гөл тиерлек түгел шул: районда теркәлгән 2 572 эттең 1 882 башы ғына махсус яйланма менән билдәләнгән һәм 2 748 бесәйҙең 15-е генә чипланған. Был эште оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, яҡташтар, хужаһыҙ йөрөгән хайуандарға иғтибар ошолай артҡан мәлдә, “документһыҙ” йәнлектәр бары ҡалмаясаҡ. Хаҡы ла исем өсөн генә бит: эттәргә бирка ҡуйыу хаҡы – 20, бесәйҙәрҙе чиплау – 150 һум.
Читайте нас: