Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2020, 12:20

Яраплан

Беҙҙең ауылда мәрәкәсел,йор,шаян кешеләр күп.Шуға күрә һәр кемде мулла атаған исеменән тыш ҡушаматтары ла ғүмер буйы оҙата.Ҡалбыр Вәли,Һағыҙаҡ Сәүиә,Турғай Самат,Аяҡлы гәзит Сәкинә ,Бурҙай Рамаҙан ... Ауылыбыҙҙа ике Заһира :береһе - Матур Заһира,икенсеһе - Яраплан Заһира.Хәҙер икенсе Заһираны Яраплан ғына тип йөрөтәләр,хатта ситтән килгән килендәрҙең уға “Яраплан апай” тип өндәшкәндәрен дә ишеткәндәр . Өйрәнеп бөткәндер инде,үҙе лә кеткелдәп көлә лә ҡуя.

Миңзәлә ХәлиловаЯрапланБеҙҙең ауылда мәрәкәсел,йор,шаян кешеләр күп.Шуға күрә һәр кемде мулла атаған исеменән тыш ҡушаматтары ла ғүмер буйы оҙата.Ҡалбыр Вәли,Һағыҙаҡ Сәүиә,Турғай Самат,Аяҡлы гәзит Сәкинә ,Бурҙай Рамаҙан ... Ауылыбыҙҙа ике Заһира :береһе - Матур Заһира,икенсеһе - Яраплан Заһира.Хәҙер икенсе Заһираны Яраплан ғына тип йөрөтәләр,хатта ситтән килгән килендәрҙең уға “Яраплан апай” тип өндәшкәндәрен дә ишеткәндәр . Өйрәнеп бөткәндер инде,үҙе лә кеткелдәп көлә лә ҡуя.Матур Заһираны Һонтор Хәмит көҙ көнө комбайны менән күрше районда иген һуҡҡанда танышып ,оҡшатып,ҡырпаҡ ҡар яуыуға ауылыбыҙға килен итеп төшөрҙө.Заһира совхозда токта эшләгән булған.Егет тә ҡыҙға оҡшағандыр, юғиһә туйҙы былай ҡыуыртмаҫтар ине. Хәмит үҙе ике метрҙай һонтор,ябыҡ ,алға эйелеберәк ,һелкенеп атлағанға кемдер Горилла тип йәмһеҙ ҡушамат тағып та ҡарағайны ла,Һонтор Хәмит тигәне нығыраҡ йәбеште .Атаһы ла кәүҙәгә әллә ни маҡтанырлыҡ түгел,төптән йыуан.Әсәһе Сәбилә иһә еңел һөйәкле,ут бөрсәһе кеүек ҡатын,шул шәплеге өсөн халыҡ уны Бозор Сәбилә тип йөрөтә.Егет кемгә оҡшап былай буйсан булғандыр?Ошо Һонтор Хәмит Заһираһын кәләш иткәндең икенсе көнөнә бала –саға еңгә күрергә килгән.Балаларҙың күҙҙәре үткер бит,кемеһенәндер Һонтор Хәмит:-Шунан ,еңгәйең матурмы ?-тип һораған.Теге бала ла шаян булғандыр инде:-Матур түгел,мөтөрмө тип һора,ағай-тип ысҡындырған ,имеш.Ысынлап та,Заһира Хәмиттең ҡултыҡ аҫтынан ғына икән,етмәһә үҙе ҡап-ҡара.Шулай итеп, Хәмиттең кәләшен берәүҙәр Матур Заһира,икенселәре Мөтөр Заһира тип “маҡтай” башланы.Тора-бара Мөтөрө онотолоп,Матур Заһира ғына ҡалды.Бик матур итеп донъя көттө Хәмит менән Заһира.Егәрле килен тыпылдатып улдар,ҡыҙҙар тапты,бара торғас балаларҙың һаны һигеҙгә етеп ҡуйҙы.Ҡәйнәһе менән дә бик килешеп йәшәне,тауыштары –тындары сыҡманы.Күрше-тирәһе лә маҡтап бөтә алманы үҙен,ире менән дә мөнәсәбәттәре бик һәйбәт булды, үҙенең ҡушаматын аҡлап,ысынлап та бөтә яҡлап һәйбәт йәшәне.Икенсе Заһира ауылда алты малай араһында бер бөртөк,ата-әсәһенең иркә ҡыҙы булып үҫте, атаһы,ағаларына арҡаланып йәшәне .Әсәһе уға йүнләп бер эш ҡушманы,ҡыҙ елбәҙәгерәк,эшкә һәлкәүерәк булып буй еткерҙе.Матур итеп кейенергә,уйнарға яратты.Уның йәштәге ҡыҙҙар дыу килеп ата-әсәһенә ярҙам иткәндә,Заһира егеттәргә күҙ ата,ҡупшынан кейенеп, урамды көнөнә йөҙ урай ине. Уҡыу яғына ла барымы булманы,этеп-төртөп саҡ һигеҙенсе класты тамамланы.Иптәш ҡыҙҙары уҡыуҙарын дауам итеү өсөн унда-бында имтихан тапшырған саҡта, ул ауылға электр уты үткәрергә килгән Михаил тигән бөҙрә сәсле егет менән ғишыҡта ине.Быға тиклем ауылда ундай ғибрәтте,икенсе милләт кешеләре менән туғанлашыуҙы, күҙ алдына ла килтермәгән Ғәбит ҡарт,Заһираның урыҫ егете менән дуҫлашыуын ишетеп ҡалғас,мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы:-Кейәүгә сығам, тип ауыҙыңды ла асмайһың, ҡолағыңа киртеп ҡуй:кафырҙы тур башына мендереп,олотоп ултыртыр хәлем юҡ.Ҡартайған көнөмдә битемдән көлдөң,урамға сығырлыҡ яһаманың, хәсис,бала булманың-бәлә булдың.Берәй эш боҙоп ҡуйһағыҙ,сәсеңде бөртөкләрмен,Тарас Бульба була алырмын мин.Ризалығым юҡ,тыңламаһаң,йөҙөң йөҙтүбән китһен,-тип бәддоға уҡыны.Эштең тәрәнерәк киткәнен,ҡыҙҙың буйына орлоҡ һалынып, ҡасып ҡына уҡшып йөрөүен,аш,ит еҫенән йөҙөн борғанын,әсәһе беренсе булып һиҙеп ҡалды.Ғәбит ҡарт ҡолағына был хәбәр ауылдың Аяҡлы гәзите Мөршиҙә арҡаһында ишетелде.Өйҙә буран сыҡты:ҡартты бер кем дә тотоп алырлыҡ түгел,әбейенең дә , ҡыҙының да йәнен алыу менән янай.Өйҙә ағас сеүәтәләр,ҡалаҡтар,хатта ҡомғандарға хәтлем тырым-тырағай осто.Латифа әбей ҡайғыһынан түшәккә ауҙы,бер аҙналай ғына ауырып ятты ла , мандый алмай, йәмле йәйге иртәлә фани донъяларҙан үтеп китте.Әсәһенең өсөн,етеһен уҡытҡас, өйҙә торорлоҡ хәл ҡалмағас,ҡыҙыҡай Михаил артынан ҡалаға юлланды.Ләкин егеттең әсәһе уны тупһанан да үткәрмәне:-Еще чего не хватало, чтобы басурманка стала женой единственного сына?Иди откуда пришла,нет его дома!И не думай приходить,со света сживу!-тип танау төбөндә генә ишекте шартлатып япты.Ҡайҙа барырға,кемгә морон төртөргә?Әсәһенең сыбыҡ осо туғанын эҙләп барып тапты Заһира,ләкин апаһының үҙенең биш балаһы, ҡарға балалары кеүек ауыҙҙарын асып,ашарға таптырып ултыралар.-Был хәлдә ни эшкә алмаҫтар,ни кейәүгә сыға алмаҫһың.Әле һиңә бала нимәгә,йәшһең,ана күрше урамда бер ҡатын йәшәй,үҙе больницала эшләй,өйөндә лә ҡатындарға ярҙам итә.Аҡсаң булһа,һөйләшәйек,-тип кәңәш бирҙе апаһы.-Аҡсам юҡ, әсәйем бынау һаҡалды төҫөм итеп тот,тип ҡалдырғайны,алыусы кеше булыр микән?Заһираның ике күҙенән йәштәре тәгәрәп сыҡты.Күҙ алдына әсәһенең һағыш тулы күҙҙәре күренгәндәй булды ,әсенеп әйткән һүҙҙәре ҡолағында сыңланы:-Ҡыҙым,һинең яңылышлығыңда минең дә өлөшөм бар,тәрбиә бирә белмәнем,үҙеңде бер бөртөк, тип бигерәк осондорҙом шул.Хәҙер нисек кенә йәшәрһең инде,атайың мәңге ғәфү итмәйәсәк .Ул ир һүҙен тота,һин уны беләһең.Анау һандыҡты ас әле,аҡ яулыҡҡа төрөлгән әйберҙе алып бир.Был минең әсәйемдән ҡалған һаҡал,уға өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡы, тәңкәләре барыһы ла көмөш,аҫыл таштары ла ҡиммәт торалыр.Минең төҫөм булып ҡалһын һиңә.Ауыл музейына ла,районға ла һорап килеүселәр,аҡса тәҡдим итеүселәр булды,бер кемгә лә бирмәгәйнем.Бик ауыр ваҡытыңда һатһаң ...һатырһың-,тип ҡулына тапшырҙы.-Бындай аҫыл әйберҙе һатып алыусылар табылыр инде,иртәгә берәйһенә күрһәтеп ҡарармын,-тип йыуатты апай кеше.Ике көндән ауыр йөгөнән ҡотолған ҡыҙ,аяҡтарын саҡ-саҡ һөйрәп, тағы апаһына килеп йығылды.Ҡыҙҙың ҡанһырап,ап-аҡ ҡағыҙ кеүек булыуын күреп, “тиҙ ярҙам” саҡырмайынса булдыра алманылар.Ул заманда йәшерен эшләнгән аборттар йыш булғанлыҡтан,тауыш-фәлән ҡуптарып торманылар.Заһира ғына башҡа балаға уҙманы.Иргә барҙы - айырылды, икенсеһе менән дә тағы бер-нисә ай ғына йәшәне.Ул арала атаһы мәрхүм булып ҡалды, ағалары, ҡустылары өйләнеп, башҡа сыҡтылар.Ҡатын буш торған ата йортона ҡайтып төпләнде. Эшсе ҡулы етмәгәнлектән, совхоз сөгөлдөрөн утарға саҡырып килһәләр –уның ҡан баҫымы юғары булыуы билдәле булды,фермаға эшкә әйткәстәр,силос еҫен яратмауын иғлан итте,тағы быуындары һыҙлай тип,эшкә саҡырыусылар янына йәйен дә быймаларын кейеп,шәлен бөркәнеп сығыр булды. Тора-бара уға ҡул һелтәнеләр.Үҙенә оҡшаған,күңеленә яраған шөғөл дә табып алды.Ҡаланан барып ауылға магазинда булмаған кәкре тараҡ,мулине,йөн буяуы, төймәләр, муйынсаҡтар,ойоҡ энәһе алып ҡайта,ауылдан йомортҡа,ҡаймаҡ,ҡорот тейәп ҡалаға китә.Ике арала,бер турыла йөрөй торғас, бер ҡалаға барғанында ҡатыны мәрхүм булған мәүеш кенә ир менән танышып , кейәүгә сыҡты,ләкин үҙ кәсебен ташламаны.Уның шулай һә тигәнсе ауылда,йә тигәнсе ҡалала йөрөүенә шаһит ауыл мәрәкәселәре Яраплан Заһира тигән ҡушаматты йәбештереп тә ҡуйҙы.Һикһәнгә һикереп торған Яраплан да олоғая төштө. Иренең йөрәк өйәнәге тотоуын белеп йөрөгәс,өйҙө лә тиҙ генә нотариус саҡыртып,үҙ исеменә күсертте,бүләк итеп яҙҙыртты,ирҙең балаларын тай типтерҙе.Ә теге ир бер көндө “тиҙ ярҙам” машинаһы килеп еткәнсе, өйәнәге тотоп, ҡапыл ғына мәрхүм булып ҡуйҙы.Ауылда ата йортона хужа ,ҡалала ике бүлмәле квартиралы булып ҡалды ул.Арымай- талмай ,ҡар тип тормай,ямғыр тип тормай, һаман ҡала менән ауыл араһын тапаны.Яңғыҙ ҡарға б...ҡа туймай, тигәндәй,тинде тингә өҫтәп ,һаман бол йыйҙы,банкта иҫәп асып,аҡсаһын шунда күсерҙе. Үҙенә ҡулайы ла сығып торҙо.Әбейе мәрхүм булған,дин юлында йөрөгән Йәрмөхәмәт тигән ҡарт һоратҡас,уға ла шартына килтерепбата уҡытып, кейәүгә барҙы. Ҡарттың пенсия аҡсаһы ла тиненә саҡлы банк иҫәбенә инеп ятты....Ул йылды ҡар бик күп булды,буран артынан буран ҡубып,юлдарҙы ҡапланы. Ҡыйыҡтарҙан тамсылар тама башлағас,кешеләр иркен тын алғайны ла бит, әле аҡман-тоҡман үтмәгән.Ярапландың инде әллә-нисә көн эсе боша.Алаһы әйберҙәре алынған, шуларҙы ауылға алып ҡайтып, һатып килергә кәрәк.Унан да нығыраҡ борсоғаны,бурандар туҡтамағанлыҡтан, оҙаҡ ҡына ҡайта алмай торҙо.Өйҙөң баҙында әллә күпме картуф бар,яҙға табан баҙарға сығарып һатып, байтаҡ аҡса эшләп буласаҡ !Шул картуфы туңып ҡына ҡуймаһа ярар ине,тип борсола Яраплан.Ни булһа ла булыр ,тип,йөгөн йөкмәп юлға сыҡты.Көн матур ғына торған кеүек ине,яйлап ҡына ҡар яуа башланы.Автобустан төшкәс,ун километрҙай араны йәйәү үтергә кәрәк,әле үк буранларға тотондо.Ни инеп кенә йоҡлап сығыр таныш-тонош юҡ.Ни булһа ла булыр,бәлки берәй ылау осрар ,тип йәйәү атланы.Ауыл эсендә беленмәйерәк торған икән,яланға сыҡҡас,бер ни күренмәҫ булды.Йөгө лә ауыр.Юл иҙелеп,бысраҡ башланғас,тиҙ генә ҡайтып булмаҫ,тип, был юлы тауарын да күберәк алғайны.Килә –килә йәйәүлегә янсыҡ та ауыр ,тиҙәр,йөгө яурынды баҫа ,атлаған һайын ауырая бара.Тәүҙәрәк юлды аяҡ менән тойоп була ине,хәҙер әллә юл,әллә түгел.Бер ни күренмәй,эңере лә иртә төшкән кеүек булды. Манма һыу булып тирләне,туҡтап керпектәренә ,битенә һырыған ҡарҙы бейәләйе менән һеперҙе.Тирә –яғына иғтибар менән ҡарай:әллә тау,әллә юл буйындағы ағастар...-Аҙаштым мәллә ,булмаһа, килгән эҙҙәремдән генә кире боролайым -,тип, үҙалдына һөйләнеп, артына әйләнеп ҡараны.Эҙҙәрҙе артынса уҡ ҡар күмеп бара лаһа.-Эй ,Хоҙайым,ярҙамыңдан ташлама,мине дөрөҫ юлға ғына төшөрөп ебәр инде-,тип ялбарырға тотондо Яраплан.Буран тағы ла нығыраҡ ҡоторҙо:аяҡтан йығып алып бара,ер ҙә, күк тә бер.Ауыҙы кипте,күҙҙәрен йоҡо баҫты,аяҡтарының быуыны йомшарҙы. Сумкаһын ерҙән һөйрәй,һаман тырышып юл ярырға итә.Яҙа баҫып, тәкмәсләп барып төшә лә,тағы саҡ-саҡ атлап алға китә,тағы әле бер,әле икенсе аяғы батып,ҡолап ҡуя.Шунан ,аяғына баҫа алмай ,әрнеп-әрнеп иларға тотондо:-Нишләп йөрөйөм икән былайтып?Эй ,Мәүлем,утыҙ улым,ҡырҡ ҡыҙым бармы ни?Нишләп кенә юлға сығып киттем икән?Гөнаһтарым өсөн ғазаплайһыңмы, Аллаҡайым?Балаҡайымдың йәнен алдым шул, ғәйеплемен,беләм. Хоҙайым,үҙең ярлыҡа!Гөнаһтарым өсөн һынау ебәргәнһеңдер миңә...Еп өҙөрлөк тә хәле ҡалманы,сәүек эт кеүек шыңшый-шыңшый ,көрткә башын терәне!Әллә көн һындырамы? Тирләтә. Тунының төймәләрен ысҡындырҙы,бейәләйен һалып ташланы, ҡар һырыған шәлен бер аҙ бушатып ҡуйҙы.-Хәҙер әҙ генә серем итеп ,хәл алыр ҙа тағы атлар,хәҙер,әҙ генә...Аҡман –тоҡман –алты көн,алты айҙан да ҡаты көн,тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер халыҡ.Буран аҙна буйы тынманы.Ниһайәт,көн асылды,аяҙытты.Өй,кәртә-ҡура тирәһен ҡарҙан әрсәләп,әл-хәл итеүгә,ауылды ҡурҡыныс хәбәр урап сыҡты:-Яраплан юғалған!Аҡман-тоҡман башланған көндө юлға сыҡҡан да – ғәйеп...Аҙна буйы эҙләнеләр,ләкин ҡатын һыуға төшкән кеүек ,зым-зыя юғалды.Эҙләп табырлыҡмы ни,ҡар - аттың бауырынан!Ҡар ирей башлағас,күрше ауылдың бер кешеһе тибендәге аттарын ҡарарға сыҡҡанда,ҡарҙан күренеп торған әҙәм башын күреп ҡото оса.Яраплан ҡарға һөйәлеп кенә ултырған килеш йән биргән,эргә- тирәһенә сумкаһынан тараҡтар,төймәләр,буяуҙар алып ырғытылған ,ә ҡулында бер услам ҡағыҙ аҡса йомолған...
Читайте нас: