Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 18:40

Бәпембә

Уны “Бәпембә” тип йөрөттөләр. Түңәрәк алһыу йөҙөн ҡаймалап алған аҡһыл сәстәре шул тиклем йомшаҡ,туҙғаҡ ине: нескә оҙонса муйыны өҫтөндәге нәфис башы, ысынлап та, бәпембәгә оҡшап тора.Аудитория ишеге төбөнә өйөлгән абитуриенттар эстән килеп сыҡҡан ҡыҙыҡайға төбәлде, аранан бер шаяны:”Бәпембә, ниндәй билдә эләктерҙең?”– тип һорай һалды. “Бишле!”– тине “Бәпембә”, тыны бөтөп. Шунан китте инде. Үҙенең Рәйсә тигән исеме лә онотолдо.

Уны “Бәпембә” тип йөрөттөләр. Түңәрәк алһыу йөҙөн ҡаймалап алған аҡһыл сәстәре шул тиклем йомшаҡ,туҙғаҡ ине: нескә оҙонса муйыны өҫтөндәге нәфис башы, ысынлап та, бәпембәгә оҡшап тора.Аудитория ишеге төбөнә өйөлгән абитуриенттар эстән килеп сыҡҡан ҡыҙыҡайға төбәлде, аранан бер шаяны:”Бәпембә, ниндәй билдә эләктерҙең?”– тип һорай һалды. “Бишле!”– тине “Бәпембә”, тыны бөтөп. Шунан китте инде. Үҙенең Рәйсә тигән исеме лә онотолдо.Күп тә үтмәй, бәхетле студент тормошо башланды. Төпкөл ауылдан килгән ҡыҙға ҡалала бөтә нәмә оҡшай. Машиналар гөжләп торған урамдар, ҡатлы–ҡатлы магазиндар, мәҙәниәт һарайҙары, шаулы дискотекалар. Уныһы инде ятаҡтың вестибюлендә аҙна һайын булып тора. Дәрестәрҙе лә мәктәптәге һымаҡ көн дә һорамайҙар. Әсәй ай һайын хәленсә буш итмәй, стипендия янына иш.Бала сағы үтеп, үҫмерлек осоро еткәс, ошондай шау–гөр килеп торған тормошто нисек теләй, hағына ине ул. Ул ҡараған кинокартиналарҙа, бигерәк тә сит илдәрҙекендә, ялтырауыҡлы, eтеш тормош күрһәтәләр. Матур кейемдәр, иркен күңел асыуҙар, ресторандар, затлы аштар. Рәйсәнең дә шул тормошта ҡайнағыһы килә, шундай йәшәү өсөн яралған ул. Нәфис, үтә күренмәле кейемдәр, беҙ үксәле туфлиҙар кейгеһе килә. Төҫкә лә сит ил фильмдарындағы һылыуҙарҙан кәм түгел.Һирәк осрай торған һылыулыҡ уны үҙ ауылындағы егеттәрҙән ситләтә ине. Оҙон зифа буй, йомро яурындар, нескә бил, оҙон аяҡтар, ҙур түштәр. Түңәрәк алһыу йөҙҙө оҙон керпекле серле йәшел күҙҙәр яҡтыртып тора. Нәфис ҡырлас танау, бүртеп торған ҡыҙыл ирендәр. Йомшаҡ йомро эйәк бер–береһенә яраҡлашып ҡына тора. Ирен мөйөштәрендәге, эйәгендәге соҡорҙар иҫ киткес һөйкөмлөлөк өҫтәй. Сәстәре һуң ҡалай: аҡһыл, йомшаҡ ҡуйы сәстәр ҡалаҡ һөйәгенә тиклем төшөп, тулҡынланып тора. Ауылда, әйткәнебеҙсә, бер кем менән дә дуҫлашманы. Шул тупаҫ, мәнһеҙ, ҡара ҡуллы малайҙар өсөн үҫмәгән ул. Нәзәкәтле, ҡупшы кейемле “джентельмен” осрар, алып китер. Ана ул тәрбиәлелеге аңҡып торған ир менән йәнәш сит ил маркалы машинала елдерә – киләсәге шулай күренә ҡыҙға.Унынсыны яҡшы ғына бөткәс, ҡыҙға бәхет йылмайҙы – БДУ–ның сит телдәр факультетына һис ауырлыҡһыҙ килеп инде. Бәхетенә ҡаршы гел белгән һорауҙар эләкте лә торҙо, уҡытыусылар ҙа шундай һылыуға “бишле”нән түбәнде ултыртҡылары килмәнеме?Һылыулыҡ! Уға бер кем дә битараф ҡарай алмай.Ана янында бер нисә курсташы, өлкән курстан да ике–өс егет өйөрөлә. Бәпембә уларға иғтибар итмәй. Улар ҙа шул ауыл инде. Ял һайын ҡайтып, бесән, картуф һабағы еҫе эйәртеп киләләр.Үҙе теләгән джентельмен осрамай әлегә.Яңы йыл етте! Ах, Яңы йыл! Бәпембә кескәйҙән бирле был байрамды үлеп ярата. Биҙәлгән шыршы, карнавал хыялындағы сихри донъяға алып киткән кеүек.Курсташтары Яңы йыл табыны ойоштороп ебәрҙеләр. Ҡыҙҙар тәү тапҡыр тигәндәй шампан шарабы ауыҙ иттеләр. Күңел күтәрелгәс, аҫҡа – дискотекаға төшөп киттеләр. Ят егеттәр байтаҡ икән. Fөмүмән, байрамдарҙа сит егеттәр күп килеүсән. Шау–шыулы рок музыка бөтөп, талғын көй башланды. Ана энәнән–ептән сыҡҡан костюм кейгән егет Бәпембәгә килә. Ҡыҙҙың йөрәге “елп” итеп ҡалды. Әллә “ул”мы? Килешле кейеме, нәзәкәтле хәрәкәттәре сыбар кейемле студент халҡынан бөтөнләй айырылып тора. ”Разрэшите,”– егет кеселекле баш эйеп, Бәпембә егет ҡосағында ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Утлы ҡараштар ҡыҙҙың йөрәгенә ҡаҙала, ҡыҙыл тулы ирендәр өҫтөндәге ҡара мыйыҡ шыма алһыу йөҙөнә арбаусан матурлыҡ бирә. Көслө, ҡайнар ҡулдар ҡыҙҙы үҙенә ҡыҫҡан.– Как ваше имя?– Одуванчик.– Ха–ха–ха! Очень приятно, очень остроумно. Меня зовут Сейран, милый девушка.Уның акценты бик көслө һиҙелә. Бәпембә көлә, ниңә шатланғанын үҙе лә аңламай.– Пашли на свежий воздух.– Әйҙә, мин риза.Ҡыҙ йүгереп менеп бүлмәһенән тунын, башлығын эләктереп сыға.Тышта рәхәт, тымыҡ, талғын ғына елбәҙәк ҡарҙар төшә. Ысын Яңы йыл төнө!Тышта байрам итеп йөрөүселәр шарҡылдап көлә, тәҙрәләрҙән музыка ағыла. Сэйран ҡыҙыҡайҙың биленән ҡыҫып ҡосаҡлап алған.Бер секундҡа әсәһе иҫенә төштө, ул:“Эй, балам, беренсе мәртәбә күргән егет менән ҡосаҡлашып алғанһың”,– тигән төҫлө шелтәле ҡараны.И–и, Бәпембә бының ишене генә күрҙеме ни, ятаҡта дүрт–биш ай ғына йәшәһә лә! Шулай йәнәшәләп кенә барғанға ни булған?Донъя сайҡалды. Лампочкалар түбәнгә ҡоланы. Уттай ҡайнар, ҡомһоҙ ирендәр үбергә үк керешкән икән. Ҡыҙға был хәл күптән көткән, һағынылған нәмә төҫлө. Рәхәт ҡайнарлыҡ бөтә тәненә тарала.– Пойдем ко мнэ. Хочу тебя угостить.Егет ҡыҙҙы таксиға ултыртып ҡаланың иң шәп ҡунаҡханаһына алып китте.Ишектән килеп инеү менән, бындағы күркәмлекте күреп, ҡыҙ “аһ” итте. Лифтта күтәрелеп, бер номерға инделәр. Ут балҡып китеү менән, номерҙағы йыһаз ҡыҙҙың һушын алды. Бер үҙе ике ҙур бүлмәлә йәшәй. Студенттың ҡыҫыҡ бүлмәһенән һуң был номер батша һарайы төҫлө.Егет ҡыҙҙың тунын, башлығын һалдырып, йомшаҡ тәрән креслоға ултыртты. Үҙе өлтөрәп табын әҙерләргә кереште. Ҡиммәтле кәнфиттәр, алма–апельсиндар, затлы колбаса, тағы әллә нәмәләр.Йомшаҡ урынға сумып ултырған ҡыҙ ҡәнәғәтлек менән ҡыҙҙы күҙәтә. Хыялдары тормошҡа аша башлағандай тойолдо уға. Бына егет әҙерләнеп бөттө. Пинжәген һалып элде, ҡыҙ янына һыйынып ултырып, һыйлай башланы. Кескәй генә сынаяҡҡа хуш еҫтәр бөркөтөп кофе ағфҙфп бирҙе. Бәләкәй металл рюмкаларға ҡуйы эсемлек һалды.– Эс, был һинең кеүек матур ҡыҙҙар эсемлеге, – тигән була, үҙе йылмая.Шул саҡ ҡыҙ уның ҡомһоҙ, мыҙлап торған күҙҙәрен күреп, екһенеп ҡуйҙы. Тик был хис тиҙ онотолдо. Эсемлеге, ысынлап та, бик татлы икән. Йотоп ебәреүе һис тә ҡыйын булманы. Етмәһә, егет әле уныһын, әле тегенеһен ҡыҫтап тора. Ул ризыҡтарҙың күбеһен ҡыҙ тәүләп ауыҙ итә.Ҡыҙ ни тиклем хайран булһа ла, Сэйрандың кемлеген һорарға башы етте.– Мин… Бизнесмен.Егет ҡәнәғәт көлә. Тороп китеп музыка ҡуя. Талғын ғына моңһоу бер көй ағыла. Сэйран Бәпембәне бейергә алып төштө. Бер–береһенә һыйынып. Әкрен генә бәүеләләр. Баш әйләнә, атлап түгел, йөҙөп барған төҫлө хис биләп ала. Ҡайһы саҡта туҡтап ҡалалар : егет уны оҙаҡлап үбә.Рәхәт, ҡайһылай рәхәт! Янындағы егетте әле генә осратмаған, донъяға тыуғаны бирле белә төҫлө.Тағы өҫтәл янына ултырҙылар. Егет ҡыҫтап–ҡыҫтап тағы ҡоя, һыйлай. Татлы булһа ла, көслө булып сыҡты шарап. Тамам быуынын алды. Нисек кенә ҡайтып китер инде?– Һөйөклөм, Бәпембә, йоҡоң килә бит.Егеттең күтәреп тахтаға илтеүе, ашығып сисендереүе, ҡомһоҙланып үбеүҙәре инде төш кеүек кенә күренә.Башы зырлап әйләнле лә төпһөҙ упҡынға ҡолаған кеүек булды.* * *Сэран уны, ысынлап та, ҡурсаҡ һымаҡ кейендерә: ялтыр киске күлдәктәр, туфли, кофталар…Бизнесмендың да ниндәйе бит әле Сэйран. Прилавка артында емеш һатып тороусы ғына түгел. Затлы сит ил кейемдәрен уға ҙур–ҙур сумкаларҙа ташыйҙар. Уларҙың кем икәндәрен ҡыҙ белмәй ҙә, ҡыҙыҡһынмай ҙа. Ә Сэйрандың ҡул аҫтында тағы әллә нисә һатыусы.Ҡыҙ башта кейемдәр менән бик ҡыҙыҡһына, иң оҡшағандарын һайлап ала, ә Сэйран рөхсәт итә ине. Хәҙер инде ҡыҙыҡһыныу кәмене. Сэран үҙе лә бүләк итергә атлығып тормай.Рәйсә, Сэйран менән танышҡас, лекцияларға урыҡ–һурыҡ ҡына йөрөнө. Ауылдашы–бүлмәләше Вәсиләнән оялып ҡына ине һабаҡҡа йөрөүе лә. Әле, Вәсиләнең конспекттарын файҙаланып, көс–хәл менән йәйге сессияны йырып сыҡты. Ауылға ҡайтҡаны юҡ. Әсәһенең өҙөлөп–өҙөлөп яҙған хаттары ҡайһы саҡта асылмай. Уҡылған хәлдә лә йөрәген бер семетеп ала ла онотола.Иҫерткес эсергә ныҡ өйрәнде. Татлынан башлағайны, хәҙер әсеһе лә шәп үтә. Сигарет көйрәтергә шул тиклем әүәҫләнде, тартмай бер сәғәт тә тормай.Тик һуңғы ваҡытта Сэйран әллә нәмә эшләне. Бик һалҡынайҙы. Әле Бәпембә ҡунаҡхана ишеге төбөндә уның сыҡҡанын көтә. Швейцар ҡарт әллә ни эшләп ҡырыҫланып киткән булған. Бынан бер нисә ай элек кенә сөсө йылмайып:– Проходи, дочка, – тип тора ине ләбаһа.Ҡыҙҙың көтөүе бушҡа китмәне. Затлы одеколон еҫтәрен борхотоп ҡупшы егет килеп сыҡты.– Моя дорогая ждет, а я не знал даже, – тип ыржайған булды. – Мин бөгөн үҙем дә һине күрергә тора инем. Әйҙә, үҙеңде һыйлап алайым, күптән осрашҡан юҡ ине бит әле.Ҡыҙ шатланып китте. Тағы элекке һымағыраҡ тормош башланыр тип өмөт итте.Улар ҡунаҡхананың ресторанына инделәр. Әле иртә, халыҡ аҙ. Егет һыйҙы мул алды. Ашыҡмай ғына һыйлана башланылар. Музыка ыңғайына төшөп, әҙерәк һелкенгеләп алдылар. Әкрен музыка уйнап тора. Рәйсәнең насар кәйефе асылды. Ҡыҙ яратҡан шарапты Сэйран мул алған. Шул саҡ әллә ҡайҙан, ер аҫтынан ҡалҡҡандай, йыуантыҡ, пеләш башлы берәү пәйҙә булды.“О,Сэран”,- “О,Сэйран”,– тип үҙ телдәрендә оҙаҡ һөйләштеләр. Саркис йыш–йыш оҙаҡлап ҡараш ташланы. “О, красавица, извини нас, дела ведь,”– тип сөсө йылмайҙы.Яңынан коньяк килтерҙеләр. Алмаш–тилмәш бейергә саҡырып, бейеп алдылар. Ҡыҙға йыуан, мышнап тын алған Саркис оҡшаманы. Уның әрһеҙ күҙҙәре ҡыҙҙы туҡтауһыҙ ҡапшап тора, өҫтәл аҫтынан йыуан ҡулдары ла хәрәкәт итеп ала. Сэран әллә күрмәмешкә һалыша. Ул ара–тирә үҙ уйына батып ала.Рәйсәгә рәхәт, күңелле, шырҡ–шырҡ көлә бирә. Тамам туғарылды, саманы онотто. Сайран менән Саркис ҡайтырға булдылар. Ҡыҙҙы ике яҡлап ҡултыҡлап алдылар. Ҡыҙ:”Юҡ, мин бейеп туйманым,”– тип тартҡылашып маташа…Иртән башы ауыртып, күңеле болғанып уянды. Улай–былай ҡарамай, ванна бүлмәһенә йүгерҙе. Йылы һыу ағыҙып, күбекле ванна эсендә оҙаҡ ҡына ятты. Ҡайнар һыу рәхәтлендереп иҙрәтеп ебәрҙе.Сэйран башты йүнәтеп ебәрһен әле. Уның шкафында һәр ваҡыт була торған.Ҡыҙ иңбашына йомшаҡ халат һалып ҡына йоҡо бүлмәһенә китте.Йә хоҙай, был ни хәл? Карауатта Сэйран түгел, Саркис йәйрәп ята. Тимәк, Саркис менән төн үткәргән булып сыға. Бәпембә пеләште елтерәтеп уята башланы.– Тор. Уян. Сэйран ҡайҙа?Пеләш, күҙен аҡайтып, бер нәмә лә аңламай тороп ултырҙы.– Э–э–э… Ул юҡ – тү–тү. Ҡатыны менән ҡыҙы янына ҡайтып китте. Хәҙер уның урынына мин ҡалдым.– Фу, хәшәрәт… Бына нисек икән…Ниндәй күңелһеҙ. Донъя буп–буш. Кисә зәңгәр күктә ҡояш балҡып торған тип уйламаҫһың да. Шыптырҙап яуған ваҡ ямғыр оҙаҡҡа килгән төҫлө. Бер башлаһа, аҙна буйы яуа инде. Зонтиклы кешеләр ашығып–ашығып уҙалар.Былай күңелһеҙләнергә ярамаҫ. Курсташтары фольклор экспедицияһына китергә тейештәр бит әле. Улар менән сығыр ҙа китер. Унан һуң ауылға ҡайтыр. Ҡыҙ әсәһен өҙөлөп һағынғанлығын аңланы. Күрмәгәненә нисә ай инде. Ҡышҡы сессияһынан һуң да Рәйсәһе ҡайтмағас, өтөлөп–ҡырылып үҙе килеп еткән булды. Итен–майын, кетерҙәп торған бауырһаҡтарын килтерҙе. Ул саҡта әсә ашыҡты. “Һыйырым иртә быуаҙ, етешеп тора. Бөгөн–иртәгә быҙаулар,”– тине. Рәйсә үҙе лә тиҙерәк оҙатырға ашыҡты. Яңы ғына танышҡан Сэйран менән осрашырға ашыҡты. Ул һөт–ҡаймаҡты яратһа ла, һыйыр һауырға яратмай ине. Оҙон тырнаҡлы нәфис бармаҡтары күптән тупаҫ эш күргәне юҡ, тиреһе атлас төҫлө шыма, ялтырап тора.Аһ, шайтан алғыры, Сэйран менән ҡалай яҡшы ине әле. Йомарт та , нәзәкәтле лә ине. Хәҙер бынау һаҫыҡ көҙәнгә нисек өйрәнмәк кәрәк.Ҡыҙ башын бормай, күҙ ҡыйығы менән генә күпкәккә ҡарап алды. Инде ауыҙ–моронон йыуып, ҡырынған Саркис йәйелеп йылмайып ултыра.– Әйҙә, дарагая, башты йүнәтеп алайыҡ,– ти.Эйе, башта бер аҙ башты йүнәтеп, ятаҡҡа Вәсилә янына һыҙырға һәм кире килмәҫкә кәрәк бында.Залда өҫтәл әҙер икән инде. Төпөш биш йондоҙло шешә ҡуйҙы. ¤лтөрәп йөрөп ҡыҙҙы һыйлай. “Ах, Сэйран, һин дә шулай өлтөрәп йөрөп башлағайның бит.”Бер аҙҙан әсәһе лә, экспедиция ла, уның өсөн ҡаны ҡайнап, ут йотоп көтөп торған ауылдаш ҡыҙ, яҡын әхирәт тә онотолдо.Ҡара әле, бынау пеләш ул тиклем үк һөйкөмһөҙ түгел икән дә. Ауыҙы тулы алтын теш. Ҡыҙҙың матур ҡулын, нескә бармаҡтарын үпкән була. Әллә ҡайҙан бәләкәс ҡумта килтереп сығарҙы. Унда алтын алҡалар ята ине.– Дарагая, это тибэ.Матур, һүҙ ҙә юҡ. Бәпембәнең йәшел күҙҙәре төҫлө йәшел таштар ят–йолт килеп тора. Бына–бына тамам тигән тамсы кеүек.– Это – изумруд, наси на здоровье.Шунан ҡыҙҙы күтәреп алды. Төпөш, йыуан кәүҙәле ир үҙенән бер башҡа оҙон, таҙа кәүҙәле ҡыҙҙы тахтаға илткәнсе мышнап сыҡты. Иркәләй башланы. Күҙҙе йомһаң, улай ерәнес тойолмай. Ҡыҙ һөйөү эшенә бик маһир булып сыҡты был төпөш…– Ярар, экспедицияға минән башҡа ғына китерҙәр инде…Көҙ. Ағастарҙың һуңғы япраҡтарын әсе ел йолҡа. Кешеләр шәп–шәп атлап үҙ юлдарына ашыға.Ҡунаҡхананың ишек төбөндә тапанған Бәпембә тамам ҡатты. Үсеккән төҫлө, бер танышы ла сыҡмай, көн кисләтә бит инде. Улар был ваҡытта өйҙә булалар.Теге ваҡыт Сэйран урынына ҡалған Саркис уның төҫлө тәртипле зат булмай сыҡты. Йыш ҡына яҡташтары менән кәйеф–сафа ҡорҙо. Ҡыҙмаса булып алған Бәпембәне ҡыҙғанып, һаҡлап тормай ине. Ҡыҙ ҡулдан–ҡулға китте. Һәр береһе әжерһеҙ ҡалдырманы былай. Тик аҡсаны мул тотонорға өйрәнгән Бәпембәнең бармаҡ араһынан һыу кеүек аға ла бөтә. Тәмәке тартмай, иҫерткес эсмәй бер көн дә тора алмай хәҙер. Уҡыуға барып торманы. Нисек уҡыһын, бер көн дә айныҡ тормағас.Һуңғы арала әллә нимә эшләне. Матур ебәк сәстәре йыуғыс кеүек айпаланып китте, йөҙө һурылды, тырнаҡтары һынып тора. ¤ҙлөкһөҙ тымау яфалай, тамағы шеш. Бер өшөп, бер янып тора. Тегеләрҙең береһенең дә осрашҡыһы килмәй. Осрашҡан хәлдә лә, бер нисә ҡағыҙ йомдороп ҡасыу яғын ҡарайҙар.Бына бөгөн бер тин аҡсаһы ла юҡ. Асыҡты, өшөнө. Хәҙер инде ятаҡтағы иптәштәренә лә сит. Һағайып, өнәмәй ҡарайҙар.Шул тиклем тартҡыһы килә. Fәрләнһә лә, кеше күрмәгәндә, сүп һауытынан тәмәке төпсөгө алып тартты.Швейцар ҡотороған эт шикелле, тупһа аша ла үткәрмәй.Ҡыҙ тәүәккәлләп ишекте асты. Бәй, ҡартлас үҙ йомошо менән олаҡҡан, ахырыһы. Бәпембә эскә йомолдо, алдында ҡағыҙҙар ҡараштырған дежур ҡатын янынан выжылдап үтеп китте. Кәрәкле ишек төбөнә килеп еткәндә, йөрәге шартлай яҙып тибә ине.Эстә күңелле. Күмәктәр шикелле, кәйефле көлгән, сыр–сыу тауыштар ишетелә. Уңышлы кәсепте йыуалар, буғай.Бәпембә ишек шаҡыны. Ауыҙы йырыҡ. Кәйефе шәп Саркис килеп ишекте асты. Бәпембәне күргәс, йырыҡ ауыҙы йомолдо.– Ә–ә–ә, һаман һинме әле, – тине ыҫылдап. – Бар кит, бында бүтән килмә. Тағы килһәң, бел, милицияға тотоп бирәм. В концэ–концов, пойми, ты больна, заразна. Лечись.Шап итеп ишек ябылды, эстән бикләнде. Бөттө.Бына нисек икән! Теге, улар янына бер көнгә генә килеп киткән Акоп менән бер төн ҡунып сыҡҡас, бөтәһе лә ситләште лә ҡуйҙы.Аҡсаны ла әҙ–мәҙ былай ғына тамыҙҙылар. Аптырағайны. Шунан һуң ауыҙ эсенә уйылып шеш сығып йөрөнө. Тәненә ҡыҙыл таптар ҙа сыҡҡыланы. Бөтә шикелле, тип йөрөһә, хәҙер сәсе ҡойола. Балҡып сыҡҡан гүзәллек һигеҙ–туғыҙ ай эсендә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ә бит араларында биш–алты йыл йөрөгән ҡыҙҙар бар.Һаҡламанылар Бәпембәне, йәлләмәнеләр.Аптырағас, коридор башындағы тәҙрәгә китте. Көҙгө сығарып, йөҙөнә баҡты. Үҙ йөҙөнән үҙе екһенде. Хәҙер ни эшләмәк кәрәк? Ит бүкәне Саркисҡа ла ярамағас!Теге ваҡыт экспедицияға ғына китеп барһа! Хәҙер икенсе курста уҡып йөрөр ине.Бахыр әсәй. Ни эшләп йөрөгән була икән? Уның Рәйсәһенән башҡа бер кеме лә юҡ бит. Техничка булып эшләгән, таҙалыҡҡа мантымаған әсәһенең таянысы кем булыр инде?Рәйсә уҡырға теләгәс, сикһеҙ шатланғайны. Бына уҡып сығырһың, уҡыған кешегә кейәүгә барырһың, ә мин бәпес ҡарап ҡына ултырырмын, тип хыяллана ине…Бишенсе ҡаттан аҫҡа ҡараны… Эйе, юл бер генә… Шулай кәрәк уға! Башына килгән фекер үтеп китмәҫ борон ашығып тәҙрә тупһаһына менде, тәҙрәне асты һәм … бушлыҡҡа атланы. Осоу оҙаҡҡа һуҙылманы, шаңҡытып, ҡот осҡос итеп башына килтереп һуҡтылар. Күҙ сағылдырғыс яҡты булып алды ла, бөтә донъя төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа сумды.
Тәскирә ДАЯНОВА
Читайте нас: