Өфө эргәһендә бәләкәй балалы ғаилә янғында һәләк булғанӨфө районы Лебяжий ауылында йәш ата-әсә 4 йәшлек ҡыҙҙары менән дүрт йыл инде баҡса участкаһында йәшәгән. Һәләк булған ирҙең әсәһе әйтеүенсә, улар айырым, ҡаланан ситтә йәшәргә теләгән.«Тырыштылар, ҡыҙҙары өсөн йәшәнеләр ,уның өсөн бөтәһен дә эшләнеләр. Һәйбәт йәшәнеләр. Ариша ата-әсәһен ныҡ ярата ине», — тип һөйләне улын һәм яратҡан ейәнсәрен юғалтҡан ханым.Әлегә янғындың сәбәптәре билдәһеҙ, хатта фараздар ҙа юҡ. Ханым һүҙҙәренсә, өйҙә сәйнүк, һыуытҡыс һәм йылытҡыс ҡына булған. Мейесте алып ташлағандар.