Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 16:20

Диспансеризация үткәреү туҡтатыла

Коронавирус инфекцияһы арҡаһында ҡатмарлы эпидемиологик хәл күҙәтелгән райондарҙа диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреү ваҡытлыса туҡтатыласаҡ.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы арҡаһында ҡатмарлы эпидемиологик хәл күҙәтелгән райондарҙа диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға тәҡдим итте. Дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин ошондай тәҡдим индерҙе.
Республика башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм шул уҡ ваҡытта «диспансеризация — мөһим эш, әлбиттә, ләкин хәҙер табиптарҙың күпселеге тап коронавирусты дауалауға йәлеп ителгән» тип билдәләне.
"Шуға күрә муниципалитеттар үҙҙәре ҡараһын һәм шундай ҡарар ҡабул итһен», — тип өҫтәне Хәбиров.
Әлегә диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреүҙе 16 ноябргә тиклем туҡтатыу планлаштырыла.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә Башҡортостанда тағы 83 кешелә COVID-19 асыҡланған.
Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 10 330 осрағы раҫланған.
https://www.bashinform.ru/news/1512586-v-ryade-rayonov-bashkirii-priostanovyat-provedenie-dispanserizatsii-/
Читайте нас: