Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 15:35

Имен-һау табылғандар

Учалы районының Мансур ауылында йәшәүсе ике дуҫтың, 19 йәшлек Артем Сычевтың һәм 16 йәшлек Вадим Кондрашиндың ғәйеп булыуҙары яҡындарын ғына түгел, республика халҡын да борсолорға мәжбүр итте.

Мансур ауылында йәшәүсе ике дуҫтың, 19 йәшлек Артем Сычевтың һәм 16 йәшлек Вадим Кондрашиндың ғәйеп булыуҙары яҡындарын ғына түгел, республика халҡын да борсолорға мәжбүр итте. Егеттәр 24 октябрь "Лада" машинаһында сығып китә һәм ҡайҙа юлланғандарын береһенә лә әйтмәйҙәр. Уларҙы өс тәүлек эҙләйҙәр, эҙләү эштәренә «Лиза Алерт. Башҡортостан» ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре лә ҡушыла. Ниһайәт, яҡшы хәбәр ишетелде, улар табылған. Әлеге ваҡытта егеттәрҙең өйҙән ни сәбәпле сығып китеүҙәре асыҡлана.
Читайте нас: