Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 18:10

Мал юлға сыға...

Юлдарҙа яҙғы-йәйге миҙгелдә малдарҙың күпләп йөрөүе ҙур хәүеф тыуҙыра.

Юлдарҙа яҙғы-йәйге миҙгелдә малдарҙың күпләп йөрөүе ҙур хәүеф тыуҙыра. Ошо сәбәпле, юл-транспорт фажиғәләре йыш теркәлеп тора. Йорт хайуандары күпселектә юлға ҡараңғы мәлдә, йә кинәт йүгереп килеп сыға, водителдәр тормозға баҫҡан хәлдә лә, транспортты туҡтатып өлгөрә алмай ҡала.
Кисә Асҡын районында ла ошондай аяныслы хәл теркәлде. БР буйынса ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, Skoda Octavia автомобиле менән идара иткән 25 йәшлек водитель юлда йөрөгән аттарға барып бәрелә. Автомобиль янып китә һәм тулыһынса юҡҡа сыға. Ә водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Ике ат үлә.
Малығыҙҙы ҡарап ҡына көтөгөҙ! Юлға сығып, фажиғәгә сәбәпсе булмаһындар!
Фото: БР буйынса ЮХХДИ-нан.
Автор: Римма Султанова.
Читайте нас: