Яйыҡ
+1 °С
Ясно
Новости
26 Октября 2020, 11:05

"Минең бейегем килә"

Өфөлә Республика кардиология үҙәге табиптары 82 йәшлек иргә ҡатмарлы операция яһап, ғүмерен ҡотҡарған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Республика кардиология үҙәге табиптары 82 йәшлек иргә ҡатмарлы операция яһап, ғүмерен ҡотҡарған. Уға аортаның күкрәк өлөшө аневризмаһы йәрәхәте диагнозы ҡуйылған. Хиругтар командаһы ҡатмарлы эндоваскуляр операция эшләгән.«Уның үҙенсәлеге шунда: муйындағы тамырҙарға теймәйенсә, янбаш тирәһен тишеп, тамырҙарҙа башҡарыла. Операция ваҡытында протезда кәрәкле уйым яһайҙар, ә һуңынан протезды аортаға ҡуялар», - тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.Хәҙер пациент үҙен яҡшы тоя. Аяҡҡа баҫыу осоро еңел һәм тиҙ үткән.
"Башҡортостаным яңылыҡтары"
Читайте нас