Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указға сираттағы тапҡыр үҙгәрештәр индерҙе. Был юлы сикләү ресторан, бар, кафе, фуд-корт хужаларына һәм килеүселәргә ҡағыла.
Республика етәксеһе ҡул ҡуйған документта төнгө 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем уларҙың эшен сикләү тураһында әйтелә. Был юл буйы сервисы объекттарына ғына ҡағылмай.
Шуны билдәләп үтәйек: указға һуңғы үҙгәрештәр 2020 йылдың 20 октябрендә индерелгәйне.
https://www.bashinform.ru/news/1512014-glava-bashkirii-vnes-izmeneniya-v-ukaz-o-povyshennoy-gotovnosti-dlya-restoranov-i-fud-kortov/