Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 18:50

Һунарсы Мәргән табышы

Элегерәк замандарҙа йәшәгән, ти, бер һунарсы : мәргәндәрҙән-мәргән егет. Исеме лә есеменә ҡулай – Мәргән булған, ти. Ул төлкө-ҡуян һуғып, айыу-бүре алып көн күргән. Үҙенең елдәй етеҙ, әллә нисә көн ашамаһа ла бирешмәй торған Турысай исемле аты ла булған.

Һунарсы Мәргән табышыӘкиәтЭлегерәк замандарҙа йәшәгән, ти, бер һунарсы : мәргәндәрҙән-мәргән егет. Исеме лә есеменә ҡулай – Мәргән булған, ти. Ул төлкө-ҡуян һуғып, айыу-бүре алып көн күргән. Үҙенең елдәй етеҙ, әллә нисә көн ашамаһа ла бирешмәй торған Турысай исемле аты ла булған.Шулай бер көн, һунар итеп йөрөгәндә, Мәргән бик һуңға ҡалып киткән. Атып алған табышы ла мул һәм ауыр икән. Алтын көҙ, тымыҡ төн, күктән тулған ай ҡарап тора. Әсе ел дә иҫмәй, себен-серәкәй ҙә маҙаһыҙламай, рәхәт. Егеттең йоҡоһо ҡаса. Шунда яҡында ғына мырт-мырт итеп Турысай утлап йөрөй, күл өҫтөнән көмөш ай нуры һуҙылған. Йыуан тирәккә арҡаһын терәп ултырған егет ай нурында ҡойоноп ятҡан күлгә ҡарап уйға сумған. Шул саҡ әллә ҡайҙан: күктәнме, айҙанмы тигәндәй, сихри бер моң ағыла башлай. Күлдең теге яғында серле монар төҫлө бер гүзәл һарай пәйҙә була. Ул күккә ашҡан матур манаралары, семәрле-селтәр ҡапҡалары, аҫыл уттары менән балҡып тора, ти. Егет иҫ-аҡылын юя. Һарайҙың ҡапҡаһы асылып китә: ҡапҡанан күл уртаһына көмөш юл һуҙыла. Еңел генә аҡ нәфис бөркәүестәр ҡаплаған ете ҡыҙ, әкрен генә сығып, юл буйлап килеп, күл уртаһында туҡтай.Айҙың ун дүртенсе кисе шул тиклем яҡты, хатта ҡыҙҙарҙың моңло ҙур күҙҙәре, оҙон керпектәренә тиклем күренеп тора, ти. Улар аҡ томан төҫлө генә нәфис кейемдәрен һалып, күлгә төшәләр ҙә ап-аҡ аҡҡоштарға әүереләләр. Һәр береһенең башында таж төҫлө алтын ҡаурый, тик ни өсөндөр иң алда йөҙгәненең тажы алтын түгел, ә ҡоромдан да ҡара ҡауырһындан. Егет, тынын да сығармай, сихырланып ултыра. Аҡҡоштар йөҙә-йөҙә бер-бер артлы егет тәңгәленә яҡыная. Ҡул һуҙһаң, тотоп алырлыҡ ҡыналар. Ә егет ҡыймылдай ҙа алмай ултыра. Төн уртаһынан таңға тиклем йөҙә аҡҡоштар. Уларҙың йөҙөүе ниндәйҙер бер сихри бейеүгә лә оҡшап ҡуя, ти.Таң ата. Күл ситендәге аҫыл һарай, ап-аҡ аҡҡоштар ҙа юҡ була. Күл өҫтөн ғазаплы бер ыңғырашыу ярып үтә. «Аһ!» тигән төҫлө.Егет, аңҡы-тиңке тороп, атын эйәрләй ҙә ҡайтып китә.Артабан икенсе, өсөнсө көндәрҙә лә - аҙна буйы шул күл буйын ҡарауыллай. Көндәр һалҡыная, әсе елдәр иҫә башлай, боҙ туңа. Ә егет тамам тыныслығын юғалта, хатта һунарҙы ташлай.Аптырағас, был хәлде атаһына һөйләй. Атаһы нимә әйтергә белмәй, шулай ҙа: « Күрше ауылда йәше йөҙҙән уҙған Шәмсинур әбей бар, белһә ул белер», - ти.Икенсе көн иртүк Мәргән Шәмсинур әбейҙең ишеген шаҡый. Йәше йөҙҙө уҙһа ла, теремек кенә, ҡаҡса ғына әбей ишек аса, егетте түргә саҡыра, сәй ҙә ҡуйып ебәрә. Әбейҙең хәл-әхүәлен һорашҡас, егет үҙен борсоған хәлде һөйләп бирә. Әбей ашыҡмай ғына һикегә табын әҙерләй, сәй яһай. Сәй менән тамағын ебетеп алғас, һөйләй башлай:- Беҙҙең яҡтарҙа йөҙ йылға бер генә мәртәбә була торған мөғжизәгә тап булғанһың, улым, - ти ул. - Әмәлгә ҡалғандай, был хәлде мин беләм. Ә хәҙер тыңла…Бик борон замандарҙа, бынан мең йыл элек булған был хәлдәр… Бер бик тә ҡөҙрәтле һәм мәртәбәле батшаның береһенән-береһе һылыу ете ҡыҙы булған, ти. Аралары берәр генә йәш шул ҡыҙҙар бер-бер артлы буй еткергәндәр. Батша ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә ашыҡтырмаған. Шулай йәшәй торғас, олоһо егерме бер йәшкә, кесеһе ун дүрт йәшкә еткән. Ул саҡта ун өс, ун дүрт йәшлек ҡыҙ - еткән, ә егерме бер йәшлек ҡыҙ инде ҡарт ҡыҙ һаналған.«Етте, - тигән батша, - һеҙҙе кейәүгә биреп, туған-тыумасалыҡты киңәйтеп алырға кәрәк. Батшалар ҡайғыһы – ер киңәйтеү инде. Үҙегеҙ теләгән егеттәрҙе һайлағыҙ.»Алыҫ-алыҫтарҙан егеттәр ағыла башлай. Ете ҡыҙ ҙа үҙҙәренә оҡшаған егеттәрҙе һайлап алған. Туй көнөн генә билдәләйһе ҡалған.Иң оло ҡыҙ һеңлеләренә баш баш булып, гел бойороп, үҙ һүҙле булып үҫкән. Тағы ла ул төрлө этлектәр ҡорорға, үсекләшергә әүәҫ булған. Үҙе сығасаҡ егеткә лә төрлө-төрлө үтәй алмаҫлыҡ эштәр уйлап сығарған.- Һөйөклө егеткәй, әгәр мине кәләш итеп алырға теләһәң, минең өс шартымды үтә, - тигән ул.- Беренсе шартым шул : бынан бик алыҫта ятҡан Чин батшаһының һарайында һөйләшә торған алтын балыҡ йәшәй, имеш. Бына шул балыҡты алып ҡайт. Ул балыҡ менән һөйләшкән кеше ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәй.Әллә ҡайҙа, ер ситендә, ятҡан илгә барып, батша һарайына үтеп инергә теләгән кешене мең үлем һағалаған, ти. Шулай ҙа был шартты үтәгән егет. Быяла ҡумта эсендә йөҙөп йөрөгән балыҡты алып ҡайтҡан.Алтын балыҡ менән һөйләшеп күңеле булған батша ҡыҙы егеткә икенсе шартын әйтә.- Бағдад ҡалаһы хәлифенең баҡсаһында бейей торған ағас үҫә, имеш. Шуны алып ҡайт, егеткәйем, - ти.Оҙон хәүефле юлды уҙып, егет был теләкте лә үтәгән. Һылыу ҡатын-ҡыҙ һынына оҡшаған ағас муйын, бил, ҡулдарын шул тиклем һығылдырып бейей, ти. Ағасты көршәккә ултыртып, бейетеп кинәнгән ҡыҙҙар.- Өсөнсө шартым, бәлки, иң ауырылыр : ендәр батшаһының серле ҡурайы бар. Шул ҡурай хужаһына бөтә ен-пәрей халҡы хеҙмәт итә икән. Шуны алып ҡайтҡан көндөң икенсе көнөнә үк һеҙгә килен булып төшөрмөн.Егет тағы юлға сыҡҡан. Ниндәй ауырлыҡтар кисереп маҡсатына ирешкәнен бер хоҙай ғына белгән. Ҡыҙҙың был теләген дә үтәгән ул. Ниһәйәт, иркен тын алдым тигәндә генә, яуыз ҡыҙ : «Әй, мин һиңә бармайым,» - тип әйтмәһенме!Егет өнһөҙ ҡалған. Күкрәгенән «аһ-һ!» тигән иңрәүле ауаз ғына сыҡҡан. Был иңрәүҙән ер тетрәгәндәй итеп ҡуйған хатта. Башҡа һүҙ өндәшмәгән егет, боролоп китеп барған. Ҡыҙ, аптырап, уның артынан йүгереп сыҡҡан. «Fәфү ит, мин шаярҙым ғына,» - тимәксе булған ул. Тик егет юҡҡа сыҡҡан.Бына шундай айлы төн, айҙың ун дүртенсе кисендә булған был хәл. Һауала егеттең иңрәүле ауазы ғына аҫылынып торғандай тойолған еңмеш ҡыҙға. Ул, аптырағас, муйынын һуҙып, башын сайҡатып күккә ҡараған. Үҙе лә һиҙмәй ҡала: муйыны аҡҡош муйынына, ҡулдары ҡанатҡа әйләнгән.Шулай итеп, ҡыҙға егеттең рәнйеше төшкән. Һеңлеләре лә, апаларына эйәреп, уның хатаһын ҡабатлай һәм аҡҡоштарға әйләнгән. Алтын тажлы аҡҡош-ҡыҙҙар һарай алдындағы күлгә төшә, ә иң алдағыһының тажы алтын түгел, ҡара яҡут, ти. Ҡәҙер белмәгән тәккәбер ҡыҙҙы хоҙай тәғәлә бына шулай язалаған, ти.Был хәл йөҙ йыл һайын ҡабатлана, әҙәм күҙенә күренә икән. Әгәр бер һиҙгер батыр егет табылып, ете төн уртаһында оло аҡҡошто тотоп, башынан ҡара ҡаурыйҙарҙы йолҡоп ташлаһа, бөтә хәл үҙгәрәсәк, имеш. Ҡыҙҙар ғәҙәти ер ҡыҙына әйләнәсәк.Тик бына мең йыл инде батыр егет табылмай. Табылһа, аҡҡоштарҙың тарихын белмәй. Тарихын белһә, ваҡыты уҙып киткән була.Бына шулай, улым, әҙәм зары, ғашиҡ рәнйеүе нимәгә килтергән, - тип әбей тынып ҡалған.Егет рәхмәт әйтеп, әбейгә бүләк биргән дә, ҡыҙҙарға ярҙам итә алмауына борсолоп, өйөнә ҡайтып киткән.
Тәскирә ДАЯНОВА
Читайте нас: