Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 16:35

Ҡыҙыл кәбеҫтә эшләп ҡалайыҡ, дуҫтар!

Ике ҙур кәбеҫтәгә 3 сөгөлдөр, 2 баш һарымһаҡ, 4 ҙур кишер алабыҙ. Кәбеҫтәне эре итеп турағыҙ, ҡалғандарын үҙегеҙ теләгәнсә. 3 литрлыҡ банкаға уларҙы ҡатлап һалығыҙ.

Ҡыҙыл кәбеҫтә эшләп ҡалайыҡ, дуҫтар!Ике ҙур кәбеҫтәгә 3 сөгөлдөр, 2 баш һарымһаҡ, 4 ҙур кишер алабыҙ. Кәбеҫтәне эре итеп турағыҙ, ҡалғандарын үҙегеҙ теләгәнсә. 3 литрлыҡ банкаға уларҙы ҡатлап һалығыҙ.Хәҙер инде маринад әҙерләйбеҙ. 1 литр һыуға 2 аш ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 10 бөртөклө борос, 3-4 лавр япрағы һалып 3 минут ҡайнатығыҙ. Унан 150 мл 9% уксус , ярты стакан көнбағыш майы өҫтәгеҙ. Ҡайнап сыҡҡас та һүндерегеҙ һәм лавр япраҡтарын алып ташлап, кәбеҫтә өҫтөнә ҡойоғоҙ. 12 сәғәттән әҙер була.Һыуыҡ төшкән ваҡытта биҙрәгә эшләп, 12 сәғәт өйҙә тотҡандан һуң, тышҡа сығарып ҡуйырға була. Туңһа ла тәмен юғалтмай ҡыҙыл кәбеҫтә! Әсе яратҡандар маринадҡа әсе борос өҫтәй ала.Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтар!
Читайте нас: