#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутинБөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус йоҡторған граждандарҙың айырым категорияларын шифахана-курорт ойошмаларында һауыҡтырыуға сертификат биреү тәртибе ҡаралды.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников әйтеүенсә, сертификатты министрлыҡ ҡарамағына ингән “Ғаилә” үҙәктәре дәүләт бюджет ойошмалары бирә. Әле медицина, социаль учреждениеларҙан, полиция хеҙмәткәрҙәренән, ирекмәндәрҙән килгән 330 ғариза ҡаралған. Шуларҙың 265-е буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Ҡайһы бер ғаризаларҙың ҡәнәғәтләндерелмәүе, нигеҙҙә, техник сәбәптәргә бәйле: реквизиттар, мөрәжәғәт итеүсенең исем-шәрифе һ.б. тулыһынса күрһәтелмәгән.
"Әгәр кеше эштә саҡта коронавирус менән ауырып китеп, шул уҡ ваҡытта белешмә ҡағыҙын килтереп еткермәгән йәки ғаризаһында етешһеҙлек бар икән, законлы хоҡуғынан файҙаланыу мөмкинлеген бирергә кәрәк, – тине Андрей Назаров. – Медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә коронавирустан һуң һаулыҡты нығытыуға сертификат биргәндә бюрократия булмаҫҡа тейеш".
Ултырышта сертификат тапшырыу ғәмәлен ҡулайлаштырырға ҡарар ителде. Шулай уҡ уның ғәмәлдә булыу ваҡыты үҙгәртелде – 2021 йылдың 31 декабре урынына 2021 йылдың 30 октябре.
Автор: Лилия Давлетбакова