Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 12:45

Ир сабыйҙың башына бер нисә тапҡыр һуға...

Силәбе ҡалаһында йәш ата-әсәнең ете айлыҡ улдарын Мейәс йылғаһына ырғытып, аҙаҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә, баланы урланылар, тип хәбәр иткәне хаҡында яҙғайныҡ. Ваҡиғаның ысынында нисек булғаны асыҡланды.

Силәбе ҡалаһында йәш ата-әсәнең ете айлыҡ улдарын Мейәс йылғаһына ырғытып, аҙаҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә, баланы урланылар, тип хәбәр иткәне хаҡында яҙғайныҡ. Ваҡиғаның ысынында нисек булғаны асыҡланды.
Башҡортостандан булған 24 йәшлек Татьяна П. бергә йәшәгән 29 йәшлек һөйәре менән ете айлыҡ сабыйҙы үлтереүҙә ғәйепләнә. Ныҡ һыуыҡ көндә Евгений баланы бер ҡат кейеме менән балконға сығара. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатын улын индереп, йоҡлатырға һала. Спиртлы эсемлектәр ҡулланып, кәйеф-сафа ҡорған ғаиләнең байрамын сабыйҙың илаған тауышы боҙа. Шул саҡ ир уның башына бер нисә тапҡыр һуға, бәпес тын ҡала...
Баланың үле кәүҙәһе өс көн фатирҙа була, аҙаҡ уны бер нисә ҡат пакетҡа төрөп, эргәһенә кейем-һалымын һалып, таш бәйләп, йылғаға ташлайҙар.
Әле әсә лә, уның һөйәре лә Силәбе ҡалаһының Киров районы суды тарафынан ҡулға алынған. Уларға ҡарата енәйәт эше асылған.
Үҙ әсәһе һәм уның һөйәре ҡулынан һәләк булған меҫкен сабыйҙы ерләү 28 октябрҙә була. Баланы ерләү өсөн аҡса йыйылған.
Әсәнең балаһын дәүләт ҡарамағына ҡалдырып китергә теләгән ғаризаһы булып та, уға сабыйҙы ни өсөн кире биреүҙәре; эскән, имен булмаған ғаиләнең ниңә махсус иҫәптә тормауы - тәфтиш комитеты алдында ошо һәм башҡа факттарҙы ла тикшереү бурысы тора.
Фото: "ГорОбзор".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: