Яйыҡ
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 12:35

Үҙәктәрҙе өҙөр үкенес

Хәләл тип, ризыҡты гел бер магазиндан мосолман кейемле ҡатындан ғына алырға ғәҙәтләнгәнмен. Мөләйем йөҙлө һатыусының биш намаҙын ҡалдырмай уҡығаны тураһында ла ишеткәс, саҙаҡаны ла уға бирергә тырышам. Ә бер көн аулаҡ саҡта ҡатын мине көтөлмәгән хәбәре менән аптыратты...

Хәләл тип, ризыҡты гел бер магазиндан мосолман кейемле ҡатындан ғына алырға ғәҙәтләнгәнмен. Мөләйем йөҙлө һатыусының биш намаҙын ҡалдырмай уҡығаны тураһында ла ишеткәс, саҙаҡаны ла уға бирергә тырышам. Ә бер көн аулаҡ саҡта ҡатын мине көтөлмәгән хәбәре менән аптыратты...
"Гонаһһыҙ кеше юҡтыр ул был донъяла. Мин дә ҙур яҙыҡ эшләнем йәшерәк саҡта. Уны оноторға теләп, ауылдан күсеп киттем, юҡ, барыбер күңелдән сыҡмай. Һәр намаҙым һайын, иң ҙур яман ҡылығымды ярлыҡауын һорап, Аллаһҡа ялбарам...
Ғүмер буйы берәүҙе генә яратып йәшәнем. Хәҙер ул турала һөйләһәм дә булалыр инде тип уйлайым: һөйгәнем тигәнем - кеше көнлө, көндәшем яҡты донъяла юҡ инде, беҙҙең тарихты белгән кешеләр ҙә бөтөп бара.
...Күрше Сәлим минән өс йәшкә өлкәнерәк ине. Бәләкәй саҡтан ул мине кәләш итеп алам тип шаяртып, гел оялта торғайны. Ошо һүҙҙәрен күңелемә һеңдереп үҫкәнгәлер, ҙурая төшкәс, үҙен күрһәм, йөрәгем дөп-дөп тибергә тотона, йыш-йыш тын ала башлайым, уңайһыҙлана инем. Сәлимгә эйәреп, уның ике ҡустыһы ла мине "еңгәй" тип үсекләй, ә әсәһе мәрхүмә күрһә, "ана минең килен килә" тигән була торғайны. Шуғамы икән, һөйгән кешем гел Сәлим ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫа, хыялым да - уның менән бергә бәхетле ғүмер кисереү, күп итеп бала үҫтереү... Әсәй менән икәү генә торғас, гел ишле ғаиләләргә көнләшеп ҡарай инем.Сәлим мәктәпте тамамлағас, армияға китте. Күрше булғас, оҙатырға тип мин дә ҡапҡа төбөнә сығып баҫтым. Һәр береһе менән ҡул бирешеп хушлашҡас, яныма килде лә, тағы шаяртып, мине көтөрһөң ул, хат яҙырһың, тип йылмайҙы. Яуап кәрәкмәй ине уға - ғәҙәттәгесә шаяртыуы. Ә мин был һүҙҙәрҙән ҡалтырап төштөм, йөрәгем урынынан ҡупты, бер һүҙ менән әйткәндә, башкөлләй ғашиҡ булдым. Миңә, уҡыусы ҡыҙ балаға, күңелде иләҫләндерергә, төн йоҡоларынан яҙҙырырға шул һүҙҙәр ҙә еткәндер. Күңелемдә оло сер йөрөткән мин иҫәр әллә ниндәй татлы хыялдар менән унан хат көткән булдым - килмәне, туғандары аша сәләм ебәрер тип өмөтләндем - остоҡ ҡына хәбәре лә булманы...
Мәктәпте тамамлағас, бухгалтерҙар курсына уҡырға индем, аҙаҡ ауылға ҡайтып, магазинға эшкә урынлаштым. Ә Сәлим армиянан һуң техникумға инде, каникулдарға ҡайтҡанда элекке кеүек шаярып-көлөп һөйләште, клубтан һуң бергә ҡайтҡылаштырҙыҡ. Мин, хәҙер инде еткән ҡыҙ, етди һөйләшеүгә, мөнәсәбәттәрҙе асыҡлап ҡуйырға өмөт итеп, осрашыу көттөм. Өс йыл икеле-микеле уйҙар, билдәһеҙлек менән үтеп китте. Ә Сәлимгә мин һаман бәләкәй күрше ҡыҙы булып ҡына ҡалдым, ахыры: шаярыуҙан ары китмәне, көтөлгән һөйөү хаҡында һөйләшеү булманы...
Уҡыуын тамамлаған йылда Сәлим ауылға яңғыҙы ҡайтманы, эргәһендә ҡыҫҡа сәсле, ҡупшы кейенгән ҡыҙ ҙа бар ине. Үтә матур ине буласаҡ кәләше: һомғол буй-һынлы, ғорур ҡиәфәтле, ҙур зәңгәр күҙле... Бындайҙы оҡшатмаған егеттең эсендә йәне булмаҫ. Сәлимдең дә ҡыҙға мөкиббән ғашиҡлығы һәр хәрәкәтенән, ҡыланышынан күренә ине. Оҙаҡламай никах уҡытып, туй ҙа үткәреп, йәштәр ата-әсә йортонда бергә йәшәй башланы. Минең ни кисергәнде үҙҙәре һөйөү утында янғандар ғына аңлар. Тәҙрәнән тәҙрәгә йүгереп йөрөп уларҙы күҙәтәм, ғазапланам... Ә урамда осрағанда Сәлим һаман шаян йылмайып ҡарай, күҙен ҡыҫҡылаған була. Мөхәббәт тигәнемдең бер яҡлы ғына икәнлеген танып, яҙмышыма күнергә көс табырға кәрәк булған да бит. Артымдан йөрөгән егеттәр ҙә бар ине, тик береһенә лә ҡарай алманым шул.
Яңы ғаилә миңә үс иткәндәй матур йәшәп алып китте. Кәләше, сибәр булыуы өҫтөнә, уңған да ине: өй-тирәһе лә, үҙенең, иренең өҫ-башы ла ялтлап торҙо. Оҙаҡламай тәүге балалары тыуҙы. Улар шатланды, мин ҡара яндым. Өй һалып сығып байрам иттеләр. Ә минең уйымда - насарлыҡ: эх, талашһындар ҙа, кәләше ҡайтып китһен ине, тип теләнем, бәхеттәренән үлә яҙып көнләштем. "Ҡыҙым, кешенән кеше кәм түгел, ана, Сабит ниндәй тәрбиәле егет. Сыҡ та ҡуй шуға", - тип өҙгөләнде әсәйем. Әммә минең йөрәктә, һәр күҙәнәгемдә - тик Сәлим. Ә уларҙың тормошо көйлө: тәүҙә ҡыҙ, шунан бер-бер артлы ике ул тапты ҡатыны.
Күршеләргә насарлыҡ теләүем генә әҙ тойолдо миңә, ҙур яҙыҡ аҙым яһаным: күрше ауылдағы яман эштәре менән даны таралған ҡатынға барҙым - Сәлимде сихырлатып үҙемә ҡаратырға. Бик оҙаҡ инәлтеп, аҙаҡ үҙеңә кире ҡайтыуы бар тип киҫәтеп, ҡара эште ҡылды ул барыбер. Бер нәмә лә уйлай алмаған хәлдә, һөйөүҙән, нәфрәттән аңым томаланып, шундай яман аҙымға барғанмындыр. Хәҙер ҡылғаныма үкенәм дә, ғәрләнәм дә ул, тик унан кемгә еңел? Мине ғаиләле итеп күреүҙән, бәпес һөйөүҙән төңөлгән әсәйем, сер сисер берҙән-бер яҡын кешем, 60-ын да тултырмаған көйө ҡапыл вафат булды, бөтә уйҙарым, кисерештәрем менән япа-яңғыҙ ҡалдым донъяла.
...Сихыр тәьҫир иттеме, яҙмыш ҡушыуы булдымы, матур йәшәгән ерҙәренән күршеләремдең тормошо сатнай башланы бит. Бер көн ишетәм: Сәлимдең ҡатыны ауырып түшәккә ятҡан, сиренең ниндәй икәнен дә белмәйҙәр икән. Дауахананан дауаханаға йөрөттөләр үҙен. Тик оҙаҡ ятмай баҡыйлыҡҡа күсте мине ғүмер буйы зар илатҡан көндәшем. Юҡ, ҡыуанманым - бындай уҡ ҡаты яза көтмәгәйнем бит, аралары боҙолһа, шул еткән ине. Аҙаҡ бер улдары аварияла үлеп ҡалды. Шулайтып, балҡып торған ғаилә күҙ алдында һүнә башланы...
Ҡатыны үлеп йыл да үтмәне, минең тырышлыҡ менән йортома инде мөхәббәтем. Төрлөһөн ишеттем, түҙҙем, ҡырын ҡараштарҙы ла күтәрҙем. Йыл тулғанын да көтмәнеләр, тип икебеҙҙе бер итеп әрләгәндәргә лә бирешмәнем. Балалары атаһынан ваз кисте. Көткән кешемдең, ниһайәт, янымда булыуына тәүҙә ышанмайыраҡ йөрөнөм, тора-бара ысынбарлыҡ аңыма барып етте. Ә ысынбарлыҡта күренеш ошондай ине: элекке шаян, шат Сәлим урынына яурындары төшкән, хәсрәткә батҡан, кәре бөткән ҡарт ине янымда. Ә бит ул саҡ ҡырҡ йәште үткәйне. Күңелдәге мөхәббәт тойғоһо эҙһеҙ юҡ булды, хәҙер унда - үҙемде йәлләү ҙә заяға үткән тормошомдоң бер өлөшө өсөн эс бошорғос үкенеү генә... Ошо ғазаплы көйөктө бар ғүмерем буйы көтөп, шундай гонаһҡа баттыммы? Күп булһа, ике ай түҙгәнмендер, кире ҡыуып сығарҙым уны - берҙән-берем тип төн йоҡоларын йоҡламай уйлап сыҡҡан кешемде. Өйөндә бер нисә йыл йәшәгәндән һуң, бигерәк хөртәйеп киткәс, оло ҡыҙы йәлләп үҙенә алып ҡайтҡан, тинеләр.
Бына шулай итеп, бер генә кешене уйлап ҡартайҙым мин. Хәҙер йәшәүемдең бер мәғәнәһе лә булмағанын аңлайым да бит. Үкенесле, мәғәнәһеҙ тормошом, ялған өмөттәргә алданып гонаһ ҡылыуҙарым иҫкә төшөп үҙәгемде өҙә. Тик ғүмер кире килмәҫкә үтеп киткән, бер нәмәне лә төҙәтеп булмай, ҡылғандарымды ярлыҡауҙы һорап Алланан ғына һорайым... "Ҡара һаҡалың" ҡайҙа барһаң да арттан ҡалмай икән шул: бер генә көн дә үткәндәремде уйламай, үкенеүҙән үҙәк өҙөлмәй үткәне юҡ..."
Фото: mirkrasim.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас в