Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 13:20

ПРЕЗИДЕНТ РӘХИМОВ. ЕР ҺУЛЫШЫ

Һай, донъяның матурлығы! Ҡояш йылыһы менән иркәләй, болон өҫтөнән еләҫ ел иҫеп үтә, йәшелгә сумған ағастар араһында ҡоштар сутылдаша. Белә Мортаза: оҙаҡламай, 22 июнь уҙғас, иң оҙон көн, иң ҡыҫҡа төн үткәс, ҡоштар һайрауҙан туҡтай. Шуны самалаптыр, моғайын, кемуҙарҙан моңдарын түгеп ҡалырға тырыша улар. Бының шулай икәнлеген Мортаза үҙе күҙәткәне юҡ-юҡлығын. Атаһы Ғөбәйҙулла әйтә. Атаһы белмәй һөйләмәҫ.

- 1 -Һай, донъяның матурлығы! Ҡояш йылыһы менән иркәләй, болон өҫтөнән еләҫ ел иҫеп үтә, йәшелгә сумған ағастар араһында ҡоштар сутылдаша. Белә Мортаза: оҙаҡламай, 22 июнь уҙғас, иң оҙон көн, иң ҡыҫҡа төн үткәс, ҡоштар һайрауҙан туҡтай. Шуны самалаптыр, моғайын, кемуҙарҙан моңдарын түгеп ҡалырға тырыша улар. Бының шулай икәнлеген Мортаза үҙе күҙәткәне юҡ-юҡлығын. Атаһы Ғөбәйҙулла әйтә. Атаһы белмәй һөйләмәҫ.Мортаза ошолай хозурланып йәйге ялан юлынан килә ине, ғыршлатып бесән сапҡан тауышҡа шып туҡтаны. Ҡараһа, алыҫ та түгел, юлдан егермеләп аҙым урман яғында берәү бесән саба. Ридуан, йәғни бесән ташый торған арбаға егелгән аты ла шунда үлән утлай. Мортаза аптырап ҡарап торҙо. Был ниткән эш ти инде? Бесән өҫтө етмәгән, ә был кирелеп һелтәп саба. Өҫтәүенә ялан ситенән дә түгел, уртаһынан тотонған. Ни ғорлом үләнде әрәм итә. Кем икән был? Әлбиттә, үҙҙәренең ауылынан түгел. Үҙҙәренекеләр ошолай бесән тәләфләй буламы? Ридуандың тәпәшлегенә, бесәнсенең күлдәген билбау менән быуғанлығына ҡарап, Алмалыныҡы, тип һығымталаны. Шунда уҡ урыҫсалап ҡысҡырҙы:- Эй, ты что делаешь? Ҡысҡырғанға теге тертләп китте. Шулай ҙа:- Күрмәйһеңме ни, сабам, - тине.- Ни эшләп сабаһың? Кем рөхсәт итте? Был бит Алмалы ере түгел, Сәңкемдеке.- Башҡорттоң ере күп, мин сапҡандан ғына бөтөп китмәҫ.- Бөтмәҫ нәмә булмай ул. Туҡта! Кит беҙҙең ерҙән!Бесәнсе, ысынлап та, туҡтаны, Мортазаға һынамсыл ҡарап торҙо. Уның янында - танау төбөндә йөнө лә сығып бөтмәгән малай. Һуңғы арала һонтор буйлы булып үҫеп киткәйне-китеүен, ләкин ҡаршыһындағы ир менән сағыштырырлыҡ түгел инде. Теге бер Мортазаға, бер салғыға ҡарап алды, егет арбала ятҡан һәнәккә күҙ төшөрҙө. Салғысы йән көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе:- Кит бынан! Хәҙер салғы менән эсеңде ярам!Әммә Мортаза етеҙерәк булып сыҡты, күҙ асып йомған арала арбалағы һәнәкте эләктерҙе һәм ҡаршыһындағы бәндәнең салғыһына һуҡты, уныһы ҡулынан ысҡынып, һәнәк сатаһы араһында ҡалды. Теге бәндә арбаға ырғып менде һәм ҡысҡырып ебәрҙе:- На!..Ат ауыл яғына елдерҙе. Мортаза салғы менән һәнәк тотоп, тегенең артынан ҡарап ҡалды. Хужаһы ҡасты тип эш ҡоралын ташлап китеп булмай бит, егет уларҙы күтәреп Алмалыға барып инде. Урам буйлап күп тә уҙманы, ҡаршыһына класташтары Ваня менән Сергей килеп сыҡты. Мортазаны Алмалыға уҡырға килтергәс тә атаһы Ғөбәйҙулла ошо Ваня йәшәгән өйгә фатирға урынлаштырҙы. Беренсе күрешкән саҡта Ваняның атаһы ике малайҙы йәнәш баҫтырып:- Был егет һинең тиҫтерең, һабаҡташың була, бер класта уҡыясаҡһығыҙ. Беҙҙең ауыл уның өсөн ят. Үҙ кеше булып киткәнсе, Мортазаны ҡарап йөрө, теге-был ҡулсыр бәндәләр ынтылып ҡуймаһын, һағауыл булырһың, - ти әйтеп ҡуйҙы. Уны Ваня тәүҙә бәләкәй туғаны кеүек ҡараны, аҙаҡтан типә-тиң иптәш, дуҫ булып киттеләр. Ваня киң күңелле, йор һүҙле, шаян да ине. Әле лә Мортазаның ҡиәфәте быға ауыҙ йырырға етә ҡалды:- Мортаза, һине Варвара көтәм ти ине, ышанмағайным, дөрөҫөн һайраған икән, - Ваня хәйләкәр йылмайҙы.Варвара ла - быларҙың класташы. Малайҙар, шаярып, уны Мортазаға ҡушып һөйләгән була.- Нишләп?- Мортаза мине әйттерергә килә, ти ине. Ана бит, кейәү рәүешендә бик матур кейенгәнһең. Класты бөттөң, танытма кеҫәлә тиһәң дә була. Варвараны алаһың да ҡайтаһың инде. Тик уны салғыға ултыртып, һәнәк менән ҡыуып алып ҡайтмаҡсы булаһыңмы ни? Шуныһын ғына аңламайым.Бының һүҙенә Сергей шарҡылдап көлә башланы. Уның хахылдауы Мортазаның да күңелен күтәреп ебәрҙе. Ваняға ҡарап:- Тыңла! Аҙаҡтан, ишетмәнем, тип йөрөмә, - тине.- Ҡаты ҡолаҡтар өсөн айырым әйтәм: был ҡорал салғы тип атала, ул үлән менән ҡуша ҡайһы бер оҙон телдәрҙе лә саба. Ә икенсе ҡорал - һәнәк. Ул сабылған нәмәләрҙе сәнсеп алып, бер урынға өйөү өсөн яраҡлаштырылған. Бармы бында оҙон телдәр?Ваня сәбәләнгән булды.- Юҡ, юҡ, Мортаза ағаҡайым. Оҙондар ҡыҫҡарып бөттө.Ул арала урамда бер малай һөрәнләне:- Әйҙәгеҙ, тиҙерәк! Башлана бит!..Ваня менән Сергей аҙымын йышайтты. Мортаза бер үҙе торҙо ла ҡалды. Бының ҡуҙғалмағанын күргән Сергей ҡысҡырҙы.- Әйҙә, һин бармайһыңмы ни?- Барам да ул, тик быларҙы ҡайҙа ҡуяйым? - Ҡулындағы эш ҡоралдарына ишараланы.- Кемдеке һуң ул?Мортаза яланда ни булғанын һөйләп бирҙе.- Ә-ә, Харитон булған инде. Башҡорт - контра ул, борон-борондан ере күп булған, тип ул һөйләнеп йөрөй торған. Унан башҡа берәү ҙә түгел.- Ҡайҙа тора һуң ул? Салғы менән һәнәген илтеп бирергә кәрәк бит.- Давай, былай итәбеҙ... - Ваня хәйләкәр йылмайҙы. - Анауында, кәртәләү артына һалып торабыҙ. Берәү ҙә теймәҫ. Йыйылыштан һуң ҡыҙыҡ яһарбыҙ...Мәктәптә ҙур йыйылыш булды, балалар ғына түгел, атай-әсәйҙәр ҙә йыйылғайны. Сираттағы класты тамамлағандарға танытма тапшырҙылар. Директор беренсе итеп сәхнәгә Мортазаны саҡырҙы.- Беҙҙең мәктәптә был егет бер генә йыл уҡыны. Башҡорт ауылынан урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәй килгән малай бындағы иң алдынғы уҡыусыға әүерелде. Булғас, бына ошолай булһын ул егет кеше!Ваня янында ултырған Варвараның бөйөрөнә төрттө:- Һинекен маҡтай!- Кит, нишләп минеке булһын ул! Уның ҡыҙы үҙенең ауылында тора.- Шаяртам инде, әллә белмәй тиһеңме?Егеттәр, ҡыҙҙар танытма алғас, бер-береһе менән хушлашты. Мортаза алты саҡрымды йәйәүләп ауылына ҡайтып китте.Салғы менән һәнәк тураһында онотҡайны инде ул. Мортаза танытма алған көндөң кисендә Алмалының колхоз рәйесе Ғөбәйҙулланың ҡапҡаһы төбөндә атын туҡтатты.- Ғөбәй! Һин өйҙәме?- Өйҙә. Әйҙә, ин. - Үҙе шул арала ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе, - Ғөбәй түгел, Ғөбәйҙулла. Әйттем бит мин һиңә: исем беҙҙә үҙгәрмәй ҙә, ҡыҫҡармай ҙа, тип. Һеҙҙә үҙгәрһә лә, мин һиңә Саша тимәй, Александр тим бит. Александр олпатыраҡ. - Ярар инде, Ғөбәйҙулла. Беҙҙең тел тупаҫыраҡ шул. Һеҙҙеке һымаҡ яғымлы ла, быуынлы ла түгел.- Әйҙә, - тип саҡырҙы Ғөбәйҙулла. - Ҡапҡа аша ҡысҡырышып тормайыҡ. Түрҙән уҙ. - Үҙе өй яғына боролоп өндәште. - Әсәһе, сәйеңде йүнәт. Ҡунаҡ бар.- Сәйләп тормаҫҡа ине бит әле. - Александр ашыҡҡанын белдерҙе. - Бер йомош бар.- Әйҙә, сәй янында әйтерһең. Көнө буйы ас йөрөгәнһеңдер әле.- Ҡайҙан белеп тораһың, әллә әүлиәме һин?- Эйе, әүлиә, ти. Ана, атыңа ҡара. Бөтөнләй әлһерәгән бит. Көнө буйы ялһыҙ йөрөткәнһең.- Эйе шул. Уныһын уйламай ҙа торам. Районға барғайным, әле бер, әле икенсе конторҙа йөрөп, шунан ауылдарға һуғылып үтте көн. Юл ыңғайы булмаһа ла, һиңә лә һуғылдым.Тамаҡ ялғап алғас, Александр төп һүҙгә күсте:- Ғөбәйҙулла, мин һиңә яусы рәүешендә килдем бит әле.- Кемде кемгә һоратаһың инде?- Һинең малайыңды беҙҙең колхозға.- Нисек була инде ул?- Мортазаң беҙҙең мәктәптә бик яҡшы уҡыны. Кисә сираттағы класты тамамлау тураһында танытма алды. Гел "дүртле" лә "бишле". Һин малайыңды беҙҙең мәктәптән алып, икенсе ергә бирергә ниәтләйһең икән, тип һөйләйҙәр. Мортаза беҙҙә уҡып, етене бөтөрһөн. Теймә һин уға. Бөгөн райкомда мәктәпте тамамлағандарҙы артабан уҡытып, ауылға кадрҙар әҙерләү тураһында әйттеләр. Техникумға, училищеға ебәрергә уйлайҙар. Үҙең беләһең, мәктәпкә һигеҙенсегә барһа, уҡыу түләүле. Ә беҙҙең йүнәлтмә менән китһә, бушлай уҡый, өҫтәүенә аҙмы-күпме стипендия түләйҙәр. Биш-алты балалы беҙҙең ғаиләләр өсөн был бик мөһим. Әлбиттә, Мортазаны һин үҙегеҙҙең колхоздан да ебәрә алаһың. Бигерәк тә һинең бай хужалығыңа был бер ни ҙә тормай. Тик үҙегеҙҙән уҡырға китһә, Рәхимов ана үҙ балаһын колхоз иҫәбенә уҡыта, тиәсәктәр күҙеңә бәреп.- М-дә... Дөрөҫ әйтәһең, ҡорҙаш. Малайҙың яҙмышы тураһында уйларға кәрәк. Әлегә өҙөп бер нәмә лә әйтә алмам, үҙемдекеләр менән һөйләшәйем.- Һөйләш, ә һинең малайҙан рәт сығасаҡ ул.- Ҡайҙан беләһең?- Кисәге хәлдән.- Ниндәй хәлдән?- Бәй, үҙең дә белмәйһеңме ни? - Александр кисә Алмалыла Мортаза менән булған хәлде һөйләп бирҙе. - Күрәһеңме, колхоз милкен хәстәрләп йөрөгән ир үҫә һинең ғаиләлә?Александрҙың әйткәне Ғөбәйҙулланың күңеленә май булып ятты, йөҙө яҡтырып китте. Иптәше быны маһайыу тип ҡабул итмәһен өсөн башын ситкә борҙо ла:- Салғы менән һәнәкте ташлап киткәнме? - тигән булды.- Уныһы бер әңгәмә әле ул, - Александр көлөп ебәрҙе. - Мортаза ҡайтып киткәс, Ваня менән Сергей Харитонды эҙләп тапҡан. "Салғы менән һәнәк һатабыҙ, - ти икән былар. - Хаҡы - бер шешә сәмиғулла".Харитон һорағандарын биргән. Өсәүләп эскәндәр. Етмәгән. Шунан Ваня:- Һин, Харитон, тағы бер шешә ҡуй инде. Мортазаға бирербеҙ, - ти икән. - Бер аҙ майламаһаҡ булмаҫ, юҡһа районға милицияға барам, тип йөрөй. Харитондың колхоз бесәнен урлап сапҡаны аҙ, өҫтәүенә миңә салғы менән киҙәнде, тип әйтә, ти. Ҡайҙа барһын Харитон, йәнә бер шешә сығарған. Шулайтып, шуҡ малайҙар ныҡ ҡына һемәйткән тауыҡ башты. Был турала Мортаза үҙе белмәйҙер ҙә әле?- Белмәйҙер. Шул турала һорамаҡ булып, Ғөбәйҙулла Мортазаны саҡыртып алды.- Көнө буйына күренмәнең, бөгөн дә Алмалыға барҙыңмы?- Юҡ. Танытма алдым бит, унда бүтән йомошом ҡалманы. Бөгөн Ҡашҡарға барҙым.- Унда ни эшләнең?- Мәктәпкә индем, уҡырға алалармы икән тип белештем.- Шунан, нимә тинеләр?- Алабыҙ, тинеләр. Тик китап, дәфтәр күп кәрәк, улары - түләүле. Йәйгелеккә эшкә төшһәм, бер аҙ аҡса эшләй алмаммы икән, тип һинең менән һөйләшәйем, тигәйнем.- Ҡайҙан табырһың икән ундай эште? Колхозда трудденгә йөрөһәң, бер нисә тинлек эшләйһең инде. Яҡын-тирәлә ҡала-маҙар ҙа юҡ бит.- Күмертауға барып ҡараһам. Иң яҡыны шул инде.- Күмертауҙа ла эш табыуы анһат булмаҫ шул. Уларға махсус белемле кешеләр кәрәк. Ә ҡара эшкә алмаҫтар, һинең бит рәсми хеҙмәткә йәшең етмәгән.- Һы... Ҡайһылайтып ҡарарға икән һуң?- Ярар, улым, уйлашырбыҙ. - Ғөбәйҙулла ҡапыл ғына бер өҙөп әйтә алмаһа ла, улының үҙ яҙмышын ҡорорға тырышып йөрөүе оҡшаны. Дөрөҫ әйтә бит Александр, был малайҙан рәт сығасаҡ. Әлегә Алмалы рәйесенең тәҡдиме тураһында ла өндәшмәй торорға булды.Мортаза иртәгәһенә үк колхозға сыҡты. Сыҡты тип инде, бригадир нимә ҡуша, шуны үтәйһең, төбәп кенә башҡара торған эше лә юҡ. Бер көн киске аш мәлендә Мортаза:- Атай, мин иртәгә Күмертауға барып эш эҙләп ҡарайым әле? - тине.- Бар шул.Күмертауға Сәңкемдән ике яҡтан йөрөйҙәр: район үҙәге Йомағужа юлынан Воскресенск ауылына барып, оло юлда берәр атҡа эләгеп китергә тырышаһың, йә булмаһа, туранан Ҡаҙарма аша бараһың. Тик бында баштан аҙағынаса тәпәйләйһең, ҡырҡ саҡрым тирәһе.Мортаза Ҡаҙарма аша китергә булды. Ворошилов ауылына барыусы еләк һатыусылар менән биш-алты саҡрымды үтте, артабан үҙе генә. Ҡараңғы төшөр алдынан Күмертауға етеп, атаһының бер танышында ҡунып сыҡты. Шунан эш эҙләргә тотондо. Атаһы, белгән кеүек, дөрөҫөн әйткән икән. Ҡайҙа барһаң да, йә махсус белем, йә тулы 16 йәш һорайҙар. Мортазала тегенеһе лә, быныһы ла юҡ. Шахтаның кадрҙар бүлегенә инеп ҡарарға булды. Оҙон барактың бер бүлмәһенә инде. Дүрт кеше ултыра. Ике ир, ике ҡатын. Тәҙрә янындағы ҙур өҫтәл артындағы кеше мөдирҙер, тип шуның алдынараҡ бармаҡ булғайны, ишек төбөндәге өҫтәл янында баҫып торған ир өндәште:- Ни йомош?- Берәр эш булмаҫмы тип килгәйнем.- Документтарың бармы?- Бына.Теге ир ҡағыҙҙарҙы ҡарап сыҡты ла башҡортсалап өндәште:- Белемең тураһында таныҡлыҡты күрһәт, ә ҡайҙа йәшәгәнлегең хаҡында ҡағыҙҙы йәшер, бер урында ла уның барлығын әйтмә.- Нишләп?- Ауыл кешеһенең паспорты булмаһа, йәшәгән урындан сығып китергә ярамай икәнлеген һин белмәйһеңдер, ахыры.- Белмәйем.- Бынан һуң ул ҡағыҙыңды күрһәтмә, төрмәгә ултыртып ҡуйырҙар: ауылдан ҡасҡан, тип. Мәктәптә уҡып йөрөүең тураһындағы ҡағыҙ һиңә ситкә сығырға хоҡуҡ бирә. Шуның менән йөрөй бир. - Унан урыҫсалап өндәште. - Бына һиңә иғлан, оҡшаһа, шунда уҡырға ин. - Ир кеше бер бит ҡағыҙ тотторҙо. Күмертау ойошмаларында эшләү шарты менән техникумға ҡабул итеү тураһында иғлан ине был. Мортаза уҡып сыҡты ла өндәшмәй генә ултыра ине, теге кеше:- Оҡшамаймы? Улайһа, быныһын ҡара, - тип икенсе иғлан тотторҙо. Быныһы нефть техникумы тураһында ине.Мортазаның күҙҙәре уйнап китте. Мәктәптә нефтселәр тураһында әллә күпме һөйләнеләр бит. Иң алдынғы, маҡтаулы эш, ти торғайнылар. Баяғы ир Мортазалағы үҙгәреште шунда уҡ күрҙе.- Нефть эше оҡшаймы? Һәйбәт һөнәр. Тик техникумдың ҡайҙа икәнлегенә иғтибар иттеңме һуң? Өфөлә. Ә күмерселәрҙең техникумы бында - Күмертауҙа. Әллә ҡайҙа ятҡан ергә бараһы түгел.- Ярар, - тине Мортаза. - Ҡайтып, өйҙә һөйләшәм әле.- Дөрөҫ, һөйләш.Ҡырҡ саҡрымды кире үткәнсе Мортаза техникум тураһында ғына уйланы һәм үҙе өсөн ҡарар сығарып бөттө. Ул ғына ла түгел, ҡайтҡас та техникумға яҙасаҡ хатының йөкмәткеһен дә төҫмөрләп ҡуйғайны инде. Шуға өйҙә был турала атаһы менән тәфсирләп һөйләшеп торманы.- Үҙеңә шул техникум оҡшай икән, тәүәккәллә, - тине атаһы. - Тик яҡын ара түгел, ҡайтып-китеп йөрөүҙәре ҡыйын буласаҡ.Мортаза шул уҡ көндә техникумға хат яҙҙы, йәнә ике аҙнанан яуап килде. "Техникумға инеү имтихандарын яҡшы тапшырып, конкурста еңһәң, дөйөм ятаҡтан урын бирелә, стипендия түләнәсәк. Быйылдан башлап стипендия күләме арттырылды. Мәктәптең етенсе класын тамамлағас, беҙгә килерһең".- 2 -Беҙҙең халыҡта, өйҙәге иҫәпте баҙар боҙа, тигән һүҙ бар. Һин бер төрлө уйлап, шуны эшләргә ниәтләп кенә бөткәс, донъяның бүтән ғәмәлдәре килеп сыға ла, уйлағаныңдың бер остоғо ла ҡалмай. Мортаза, көҙгә Ҡашҡарҙа уҡый башлармын, шуны тамамлармын да Өфөгә техникумға китермен, тип уй нығытып ҡына йөрөй ине. Бер көн атаһы, һәр ваҡыттағыса кискә ҡалмайынса, өйгә ҡайтты. Ҡатыны Ғәлимә, уландары Гәрәй, Мортаза, Рафиҡ сәй табынына ултырышып, ашап алғас, Ғөбәйҙулла тамаҡ ҡырҙы:- Әсәһе, балалар, мине бүтән эшкә күсерәләр. Беҙгә Йомағужаға барып йәшәргә тура килә.Табын шып-шым булып ҡалды. Шунан Мортаза һораны:- Воскресенканан аша китәһең, шул Йомағужамы? - Эйе. - Уны бик ҙур ауыл, тиҙәр.- Эйе, ҙур ауыл.- Ҙур ауыл булғас, мәктәбе лә барҙыр?- Эйе, ун йыллыҡ.- Башҡорт мәктәбеме?- Юҡ. Урыҫ. Йомағужаға яҡын ғына ауылда башҡортса уҡыталар, ти.- Мин шунда уҡыйыммы? - Гәрәй һораны.- Эйе.- Мин урыҫ класына барам. - Быныһын Мортаза ҡыҫтырҙы.- Нишләп? Башҡортса уҡымайһыңмы инде?- Әллә. Алмалыла урыҫса уҡыным да инде. Һуңынан техникумда барыбер урыҫса уҡырға тура киләсәк. Бер телдән икенсеһенә күсеп йөрөгәнсе.Башҡалар фекер төйнәгәнсе, был малай үҙенекен хәл итеп тә ҡуйҙы, тип уйланы Ғөбәйҙулла.- Гәрәй, ә һин ни эшләп өндәшмәйһең? Һин дә Мортаза менән бер мәктәптә уҡыйһыңмы?- Урыҫсамы?- Ул мәктәптә башҡорт кластары юҡ.- Урыҫ мәктәбендә бер класҡа кире төшөп уҡырғамы? - Шулай була инде. Мортаза менән бер класта.- Кит әле. Мырҙам менән бер класта уҡып йөрөргә ни. Улайтып әҙәм көлдөрөп йөрөгәнсе, уҡымағаның мең артыҡ.Ярар, тип уйланы Ғөбәйҙулла, быныһы яйлап көйгә килер әле.- Әсәһе, ә һин ни эшләп өндәшмәйһең?- Өндәшеп тә нимә генә тип әйтәйем инде, атаһы. Һин хәл итеп бөткәнһең бит инде. Минең һүҙемдән барыбер бер ни ҙә үҙгәрмәй. Шулай булғас, һеҙҙән айырылып, ҡайҙа барайым инде. Рафиҡ менән яйлап өйрәнербеҙ инде Йомағужаға ла. Ҡатынының һүҙе аҙыраҡ хәтерен ҡалдырҙы Ғөбәйҙулланың. Ҡаты ғына өндәшмәксе лә булғайны, кире ҡайтты. Һуғышҡа киткәндә ни хәлдә ҡалдырып китте бит ғаиләһен. Уғаса "Иртөбәк" промартелендә эшләй ине. Ғаиләһе янында, тик йәшәр урындары ғына юҡ. Промартелгә килгәс тә, әлегә ошонда тороп тороғоҙ, тип бер йәйге аласыҡҡа индергәйнеләр. Йәй үтте, ҡара көҙ етте, Рәхимовтарға йәшәр торлаҡ ҡына табылманы. Ғөбәйҙулла райсовет рәйесенә әйләнгән һайын шуны иҫләтте, тик файҙаһы теймәне. Ноябрь айында үҙен һуғышҡа алып киттеләр, ә Ғәлимә ҡулындағы ике бала менән һыуыҡ аласыҡта тороп ҡалды. Улайтһаң да, былайтһаң да, туғандарыңа һыйынаһың, тигән кеүек, ярар Ғөбәйҙулланың ғаиләһен уның туғандары онотманы. Мозафар ағаһы килеп, Тәүәкәнгә (Сәңкемгә) күсереп алып ҡайтты. Тупраҡ ныҡлап туңғансы ерҙән өй әтмәләп индерҙе. Һуғыш бөткәнсе шунда көн күрҙеләр...Шуға үпкәләгәндәй була Ғәлимә. Ни хәл итәһең, үпкәләһә лә, урыны бар. Борон тәүҙә кеше тураһында түгел, производство хаҡында ҡайғырталар ине бит. Көтөү ҡайтыр алдынан Мортаза мал ҡаршыларға тип өй алдына сығып ултырғайны, янына Гәрәй килеп сүгәләне.- Урыҫҡа әйләнәһең инде һин былай булғас, - тине ул Мортазаға тура ҡарамайынса ғына.- Нишләп улай тиһең? - Мортазаның тауышында аптырау ишетелде.- Алмалыла уҡығаныңда урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырып һөйләшергә өйрәнгәйнең, хәҙер ни башҡортса бөтөнләй онотоп бөтөрһөң инде.- Онотмам. Бына һинең менән башҡортса һөйләшеп ултырам да баһа, ә Ваня менән - урыҫса. Береһен дә бутамайым.- Түбәнге сыуашта - сыуашса тип тә ебәр.- Юҡ, сыуашса белмәйем. Ана ҡаҙарманыҡылар сыуашса тап-таҙа һөйләшә. Шулар кеүек булһаң, килешер ине.- Ишеткәнең бармы?- Эйе, анау ваҡытта Кумертауға барғанда Ҡаҙарманың бер кешеһе менән сыуаштың һөйләшкәнен тыңлап торҙом. Сутырлығын сыға, башҡорт тип уйламаҫһың да.- Әйттем бит, урыҫ һүҙен ҡыҫтыраһың тип.- Нимә тип ҡыҫтырҙым?- "Кумертау" тинең.- Кумертау - башҡорт һүҙе ул.- Башҡорттоҡо - Күмертау. Күмер һүҙенән. Белгең килһә, уның беренсе исеме - Бабай.- Ҡыҙыҡ икән. Бабай исемле кеше булғанмы?- Юҡ, Бабай тигән йылға бар унда, шуның буйына килеп ултырған Күмертауҙың беренсе кешеләре. Шуға Бабай ауылы тигәндәр. Ауыл ҙурайған, ҡасаба булған, шунан уны Күмертау ҡалаһы тип атағандар.- Ҡайһылай күп беләһең һин.- Мин үҙебеҙҙең ауыл тирәһендәге исемдәрҙе лә беләм.- Йә-йә, әйт әле.- Күнйәп, Наҡаҫ, Сәүкә, Сыбартау, Ҡойо башы, Кәзә төбәге... - Гәрәйҙең тағы ла теҙергә иҫәбе бар ине, мырҙаһы туҡтатты.- Һе, уларҙы мин дә беләм.- Ә Кешеҡырылғанды белмәйһең. Урыҫ үткәүе менән Шаһи һаҙын, Талаҡланды ла белмәйһең. - Гәрәйҙең тауышында еңеү тантанаһы ишетелеп ҡалды.- Ә һин ҡайҙан беләһең быларҙы?- Һин урыҫ араһында йөрөгәндә, Мозафар бабайым менән урман-ҡырҙа булам бит. Ул һөйләй. Бабайым әйтмешләй, ишеткәнемде мыйыҡҡа урап барам.- Маладис. Һин минең авзыйым ғына түгел, ағайым да булдың...Ул арала көтөү күренде, малайҙар мал ҡаршыларға йүгерҙе.Был һөйләшеүҙең дауамы байтаҡ ваҡыт үткәс булды. Ғөбәйҙулла ҡатыны менән балаларын Йомағужаға күсереп килтергәйне инде. Бер көн Ғәлимә ауылға хат яҙырға булып китте. Яҙҙы, һуғыш ваҡытындағы кеүек өсмөйөшләп, һыуынған картуф менән елемләп йәбештерҙе. Шунан Мортазаға тотторҙо.- Мә тышына әҙрисен яҙ. Урыҫса кәрәк бит.Мортаза яҙа башланы. Деревня Тауаканово тип яҙғайны, әсәһе ҡысҡырып ебәрҙе:- Ауылға тинем дә инде! Һин әллә нимә яҙып ултыраһың...- Һуң ауылға яҙып ултырам да инде. Бына "Деревня Тауаканово" тинем.- Ниндәй Тауаканово булһын? Ауылыңдың Сәңкем икәнлеген оноттоңмо әллә?- Урыҫса - Тауаканово, башҡортса Сәңкем була, - тине Мортаза белдекле ҡиәфәт менән.Шым ғына тыңлап ултырған Гәрәйгә ҡыҫылырға тура килде.- Беҙҙең ауылды башлап ебәргән кешенең исеме Тәүәкән булған. Шуға әле лә рәсми рәүештә Тәүәкән тиҙәр. Сәңкем ҡыпсаҡ башҡорттары йәшәгәнгә, кеше араһында Сәңкем ти ҙә ҡуялар.Ғәлимә менән Мортаза белдекле кешенең һүҙенә, ҡайтарып әйтергә дәлилдәре булмағас, өндәшмәүҙе хуп күрҙе.Шул йылды Йомағужала ҡышланылар. Кеше өҫтөндә йәшәү тормошмо ни инде, ялыҡҡайнылар. Уҡыу йылы бөтөү менән үҙҙәренең ауылына ҡайтып йәйҙе үткәрербеҙ, тип йөрөйҙәр ине, икенсе әмәл сыҡты. Ғөбәйҙулланы эшкә үҙҙәренең ауылына - Тәүәкәнгә ебәрергә булдылар. Иң ҡыуанғаны малайҙар һәм Ғәлимә булды. Гәрәй менән Мортаза иҙән уртаһына төшөп ырғаңланы хатта, Ғәлимә өндәшмәй генә йылмайҙы. Быларҙы ҡарап ултырған Ғөбәйҙулла:- Ни эшләп ҡыуанышҡан булаһығыҙ? Мортаза, бигерәк тә һин. Унда мәктәп өйөңә терәлеп тормай, Ҡашҡарға тиклем тәпәй туратта йөрөргә тура киләсәк.Әле генә ауыҙҙарын йыйып ала алмай көлөшкән малайҙар шым булды.- Әй, миңә барыбер. Бында Бикҡужаға йөрөнөм, унда - Теләүембәткә. Икеһенең араһы бер тиерлек.Гәрәй Йомағужала урыҫ мәктәбенә барыбер барманы, Бикҡужала уҡыны.- Ҡашҡар алыҫ бит әле ул. Көн һайын егерме саҡрымды ике яҡҡа үтеүҙәре... - Мортазаның күңеле төштө.Был мәсьәләне Гәрәй үҙенсә хәл итте:- Ҡайғырма, башҡорт телен онотоп бөтмәгәнһеңдер әле. Теләүембәттә башҡортса уҡырһың.Мортазаның ауырһыныуын Хоҙай бабай ишеткәндер, күрәһең. Шул йылда Теләүембәттә урыҫ телле туғыҙынсы класс астылар һәм малайҙар шул мәктәпкә китте.Унынсыны бөткәс, артабан ни эшләргә, тип торманы Мортаза. Был һорауға яуапты ул әллә ҡасан әҙерләп ҡуйғайны инде.- Атай, мин Өфөгә нефть техникумына уҡырға китәм, - тине ул бер көн кис Ғөбәйҙуллаға.- Йәне теләгән йылан ите ашаған, ти. Шул техникум тип хыялландың, барһаң, бар. Паспорт юллашып бирермен. Бер аҙ аҡса ла табышырмын. Ҡалғаны - үҙеңдән. Имтихандарҙы яҡшылап бирерһең, техникумыңа ингәс, стипендияғаса ауыҙыңды күккә элеп тормаҫ өсөн үҙең аҡса йүнләрһең, бер миңә генә өмөтләнеп ултыра алмаҫһың.- Ярар.- Имтихандар башланырға бер ун биш көн элек барырға, баш-күҙ алырға, ундағы ваҡиғаларға өйрәнергә кәрәк.- Ярар.Ул заманда ауылдан сығып уҡырға урынлашҡан кеше бик һирәк була торғайны. Мәктәпте бөткәс, артабан уҡый торған йорт уҙа барһа техникум, тип белделәр. Унынсыны тамамлағас, тура институтта уҡый алыу уйы ни эшләптер башҡа кермәй торғайны. Унды бөтөү, шунан техникум, тик һуңынан ғына институт. Тәүәкәндә генә түгел, тирә-яҡта ла ошо фекер таралғайны. Мортаза техникумға документтарын тапшырып, еңел һулап тупһала тора ине, берәү килеп:- Документы где принимают, здесь? - тип һораны.- Да, - тине Мортаза. Үҙе, башҡортса әйтһә лә, аңлар инем инде, тип уйланы. Теге кешене көтәүелләп алды шулай ҙа. Ишек төбөндә был пәйҙә булғас:- Башҡорт икәнлегең әллә ҡайҙан беленеп тора, нишләп башҡортса өндәшмәнең? - тип бәйләнде. Гәрәй ағаһының башҡортто туҡтауһыҙ күтәреүе эҙһеҙ үтмәгән инде.- Бәй, һин дә башҡортмо ни? Белмәнем, - булды яуап.- Әйҙә, танышайыҡ, мин - Мортаза, Тәүәкән тигән ауылдан, Йомағужа районынан.- Сәңкемдән тип әйт. Мин Әхмәт булам, Ҡаҙарманан - Көйөргәҙе районынан.- О-о! Ҡаҙарманан булғас, Сәңкемде беләһең инде. Һаумы, күрше!Яҡташтар ошолай күреште һәм бер бүлмәгә урынлашты. Әхмәт мәктәпте Күмертауҙа бөткән. Атаһы һуғышта һәләк булған, өйҙә әсәһе менән һеңлеһе бар. Мортазаның ярҙам итерлек атаһы булһа, Әхмәттең бер кеме лә юҡ. Етмәһә, өйҙәгеләре уға күҙ төбәп тора. Шуға иң алда уның аҡсаһы ҡалмауы ғәжәп түгел. Бер көн Мортаза дәрестән һуңлабыраҡ ҡайтҡайны, Әхмәт мөжөрләп йөрөй:- Әллә ҡайҙа ғәйеп булдың. Мин бында эш һөйләшеп, һине көтәм.- Ниндәй эш?- Тимер юл станцияһында вагон бушатырға.- Әйҙә һуң.Эш ауыр ине. Иллешәр килолыҡ тоҡтарҙы йөкмәп, вагондан келәткә ташырға кәрәк. Ярар әле иңгә кәлепләп һалына торған нәмә бар, юҡһа өҫтөңдәге кейем таушалып бөтөр ине. Былай ҙа Әхмәттең күлдәге яға аҫтынан бүҫелеп сыҡты. Ни хәл итәһең, ултырып илап булмай. Ярар әле эш хаҡын яҡшы ғына бирҙеләр, баҙарҙа тотонолған бер күлдәк һатып алдылар.- Бер һылтауҙан ике һылтау, - тип көлдө Мортаза. - Бына күлдәкле булдың, юҡһа йөрөр инең әле иҫкелә. Хәҙер вагон бушатырға тотона торған әҙер күлдәгең булды.Күрҙе инде Мортаза менән Әхмәт вагондарҙы, һәр төрлөһөн бушатты. Эшкә кейер өсөн әрһеҙ кейем дә йүнләп алдылар. Техникумды тамамлағансы улар бушатҡан вагондарҙы бергә теҙһәң, әллә нисәмә состав булыр ине. Шуның арҡаһында улар ас йөрөмәне, өҫтәре лә бөтөн ине, кино-фәләнгә лә барыштырҙылар. Уның ҡарауы, аяҡтарына, беләктәренә ит ултырҙы, кәүҙәләре ҡалын ирҙәрҙекеләй булып китте. Тик вагон бушатҡандан ғына түгел инде: Мортаза алыҫ араларға йүгерергә, саңғыла йөрөргә яратты, Әхмәт бокс менән мауыҡты. Кәрәк булһа, береһе гармун тартып, икенсеһе бейеп тә ебәрә торғайны...
(Дауамы бар).
Читайте нас в