#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында төбәктә туризм тармағын үҫтереү эшмәкәрлеген алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам күрһәтеү саралары тураһында һөйләштеләр.
Республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Элина Ғатауллина белдереүенсә, тормошҡа ашырыу өсөн субсидия бирергә планлаштырылған башланғыстар төрҙәре исемлеген киңәйтергә уйлайҙар. Мәҫәлән, өлкән быуын кешеләре өсөн экскурсия-белем алыу турҙарын ойоштороусыларға ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ аналитик тикшеренеүҙәр, дизайн булдырыу, урынлаштырыу схемалары, интеграция ҡағиҙәләре, технологик ҡарарҙар, эскиздар, макеттар, етештереү, монтажлау һәм эшләү, туристик навигация системаһын тормошҡа ашырыу сараларына ла субсидиялар бирелер тип күҙаллана.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров туристик навигация билдәләрен ҡуйыу барышы менән ҡыҙыҡһынды.
"2020 йылда 37 муниципалитетта 685 туристик навигацияның юл билдәһе ҡуйылды, улар 877 йүнәлеште күрһәтә", – тине Элина Ғатауллина.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.