Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 12:40

Ҡурайсы ҡыҙ – “Мөғжизәләр яланы”нда

“Башҡортостан” дәүләт концерт залының “Ҡолонсаҡ” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, ҡурайсы Земфира Рәшитова “Беренсе канал”дың “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында ҡатнашты.

Земфира Рәшитова “Таврида” Бөтә Рәсәй йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының икенсе ижади музыкаль йүнәлештәр антимәктәбенең грантын яулауға өлгәшә һәм Мәскәүҙә республикабыҙ исеменән сығыш яһау мөмкинлегенә эйә була. “Мөғжизәләр яланы” студияһы ҡунаҡтарына ҡурайҙа уйнап күрһәтеп, Земфира миллионлаған телевизор ҡараусыларҙы халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы менән яҡындан таныштырҙы, уның барлыҡ аһәңен, моңон күрһәтергә тырышты.
“Барыһын да һөйләп тормайым, 20 ноябрҙә эфирға сығасаҡ тапшырыуҙа үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрерһегеҙ”, - тип яҙҙы ҡурайсы ҡыҙ “Инстаграм”да.
Ул шулай уҡ ошондай матур мөмкинлек биргән өсөн Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына, Халыҡтар дуҫлығы йортона, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы етәкселегенә һәм коллективына рәхмәтен белдерҙе.
Фото: kulturarb.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в