Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 10:42

Ҡурайсыларыбыҙ һынатмай

Гран-при яуланы

Ҡунаҡбай ҡурайсылары сираттағы еңеүҙәрҙе яуланылар. Түбәндә бәйән итәсәк конкурстар дистанцион формала үткәрелә. Йәғни, ҡатнашыусылар сығыштарын видеоға яҙҙыра ла, ойоштороусылар күрһәткән электрон адресҡа ебәрәләр. Былай ярышыуҙың ыңғай ҙа, кире лә яҡтары бар. Нисек кенә булмаһын, беҙҙекеләр бер ҙә заман һынауы алдында ҡойолоп ҡалманылар. БР атҡаҙанған артисы С.Абдуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы М.Ғәлиева, РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н.Хәсәнов приздарына Башҡорт йыры һәм ҡурайсыларҙың асыҡ республика конкурсы үтте. Ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау филиалы, Ейәнсура район хакимиәте. Ураҙ балалар сәнғәт мәктәбенең Ҡунаҡбай филиалы уҡытыусыһы Шәфҡәт Йосопов 1-се дәрәжә лауреаты булды, уҡыусыһы Нурислам Йәнтурин 3-сө дәрәжә дипломы менән билдәләнә. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта "Ҡаhым түрә ҡунаҡҡа саҡыра" тип аталған III башҡорт тарихи йырҙарының фестиваль-конкурсына йомғаҡтар яһалды. Ярыш өс номинацияла бара “Башҡорт халыҡ тарихи йыры”, “Инструменталь башҡарыу”, “Декоратив-ҡулланма ижад”. Бында иһә, музыка ҡоралы оҫталары араһында танылған ҡурайсыбыҙ Шәфҡәт Рәфҡәт улы Гран-при яуланы. Ошондай остаздың өйрәнсектәре лә һынатмай. 16 йәшкә тиклем башҡарыусылар араһында Ҡунаҡбай филиалында шөғөлләнеүсе Йәмил Ҡоләхмәтов 1-се дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ була, Нурислам Йәнтурин һәм Тимур Абдуллиндар – 3-сө дәрәжә лауреаттары тип таныла. 3-сө дәрәжә дипломына Уральск балалар сәнғәт мәктәбенән ҡурайсылар ансамбле лә (етәкселәре Дим Мөжәүиров) лайыҡ булды. Афарин, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! -Үҙем “Буранбай”, “Аҡ яурын сал бөркөт”, кеүек боронғо көйҙәрҙе уйнаным, уҡыусыларым “Ҡолой кантон”, “Азамат”, “Буранбай”, “Сура батыр”, “Байыҡ”, “Казачий” әҫәрҙәрен башҡарҙы. Үҙемдән дә, өйрәнсектәремдән дә ҡәнәғәтмен, -тип йылмайҙы Шәфҡәт Йосопов. Әңгәмәсебеҙ Ҡунаҡбайҙа 2003 йылдан алып балаларға ҡурай серҙәрен төшөндөрә. “Толпар” исемле ҡурайсылар ансамбле менән етәкселек итә. Шәфҡәт Рәфҡәт улының да, “Толпарҙың” да быға тиклем дә ҡаҙаныштары күп булды. Барыһын да иҫәпләй башлаһаң, гәзитебеҙҙең 4 бите лә етмәҫ! Иң мөһимдәрен генә иҫкә төшөрәйек - Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәтов, Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеләрендә тик беренсе урындар, Спиваков исемендәге Бөтә рәсәй музыканттар фестивалендә беренсе, "Салауат күпере" тип исемләнгән халыҡ-ара башҡорт һәм татар музыкаһын башҡарыусылар конкурсында беренсе урындар күп нәмә тураһында һөйләй.. Шәфҡәт Рәфҡәт улы үҙенең иң ҙур еңеүе тип Бөтә Рәсәй балалар сәнәғәт мәктәптәренең иң яҡшы уҡытыусыһы конкурсында еңеүен иҫәпләй, бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә, данлыҡлы Ҙур театр сәхнәһендә үткән була.
Шулай ҙа, остаз ҡурайсы еңеү-танылыуҙарҙы төп маҡсат тип тә иҫәпләмәй икән. Төп бурысы – мөмкин тиклем күберәк балаларҙы сәнғәт донъяһына йәлеп итеү, ижад һәләттәрен асыу, үҙҙәрен кеше араһында иркен тоторға өйрәтеү, сәләмәт йәшәйешкә ылыҡтырыу, рухи һәм милли тамырҙарға тоғролоҡ тәрбиәләү, ҡурайҙа уйнау оҫталығы камиллығын яңы юҫыҡтарға йүнәлтеү, замана зауығына яраҡлаштырыуҙы хәстәрләү, халыҡ сәнғәтен пропагандалау. Яҙа башлаһаң күп, ҡыҫҡа ғына әйткәндә, ҡурай тарта белгән уҙаман манҡортҡа ла әйләнмәҫ, ҡалғандар араһында кәм-хур ҙа ҡалмаҫ! Уның үҙе тураһында ла тулыраҡ яҙыу урынлы булыр. Шәфҡәт Рәфҡәт улы 1975 йыл Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуған. Ҡурайҙа уйнауҙа үҙенең тәүге остазы тип Мансур Баймөхәмәтовты иҫәпләй . 1991 йылда Учалы музыка училищеһына уҡырға килә Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова етәкләгән Башҡорт фольклор бүлегендә уҡый (бейеү, йыр, ҡурай ҡумыҙ, баян), уҡытыусыларына әле лә рәхмәтле. 2003 йыл Заһир Исмаһилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Юғары категориялағы уҡытыусы. Муса Мортазин премияһы лауреаты, яңыраҡ мәҙәниәт министрлығы ның "рәхмәт хаты"н тапшырҙылар. Ҡатыны Гөлнара Рифғәт ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы, ике ул бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, Айсар Магнитогорск ҡалаһында МГТУ ла уҡый икенсе курста Иштимер мәктәптә унынсы класста белем ала, Икеһе лә тырышып уҡыйҙар, икәүһе лә күп кенә ярыштарҙа ҡатнаштылар (БР Башлығы стипендияһына лайыҡ булалар). Ҡыҙҙары Арина әле икенсе синыфта уҡый, сәнғәт мәктәбенә бейергә йөрөй һәм флейта уйнарға өйрәнә. Ғаиләләре менән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашалар.
Читайте нас: