Рәсәй ғалимдары тикшереү үткәрҙе – тап ҡышыҡы осорҙа ризыҡҡа бәйләнгәнлек ныҡ арта икән. Кеше туҡланыу өсөн түгел, кәйеф күтәреү, борсолоуҙарҙан ҡотолоу өсөн мул ашай башлай. Был күренеш айырыуса 17-18 йәшлек үҫмерҙәргә һәм һуң йоҡларға ятырға күнеккән оло кешеләргә хас. Был башлыса яҡтылыҡ режимы үҙгәреүгә бәйле, сәлмәтлек өсөн бер ҙә яҡшы түгел инде. Ҡулса пәйҙә була: күберәк ашаған һайын кеше һимерә, ошо сәбәпле кәйефе болоҡһоулана, был хәлдән арыныу өсөн йәнә кәрәгенән күпкәрәк ашай..... Ҡотолоу өсөн физиолог Михаил Борисенков түбәндәге кәңәштәрен бирә: бала саҡтан, тәмле генә түгел, файҙалы аҙыҡ ашарға күнегеү; йоҡо режимын күҙәтеү; күберәк яҡтыла булыу һәм депрессияларға юл ҡуймау.