Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 12:20

2020 – Башҡорт теле йылы

Беренсе урыналдылар

Республикала “Мостай уҡыуҙары” тип аталған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Исеменән аңлашыла – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим иҫтәлегенә арнала.
Сарала биш йөҙгә яҡын кеше ҡатнаша. Дүрт йүнәлеш буйынса эштәрен тәҡдим итәләр. Шул иҫәптән:«Мостай аҡылы» – мәктәп телестудияларының видеосюжеттары; «Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма... » - Мостай Кәрим шиғырҙарын Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәренә тәржемә итеү; “Еңеү балҡыуын мин күрәм” -инсценировкалар номинацияһы; «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» – Мостай Кәрим һүҙҙәренә башҡарылған йырҙар.
Тап һуңғы номинацияла учалылар еңеүгә өлгәште лә инде. Учалы ҡалаһы 10-сы урта мәктәбҽнҽң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Фәнил ҡыҙы Ибәтуллина һәм уның уҡыусыһы Алһыу Камалованы беренсе урын алдылар. Икәүләп бик тә килештереп уҡытыусы тураһында йыр башҡарҙылар. Бәйләнештә селтәренең “Яйыҡ” гәзите төркөмөнә инеп, был сығышты тереләй ҡарай алаһығыҙ.
Гөлнара Фәнил ҡыҙы 1999 йыл Белорет педагогия училищеhын тамамлай ( башлангыс класс укытыусыhы), 2006 йыл Башҡорт дәүләт университеты дипломы ала.
Укытыусы ғаиләһенән. Әсәһе Минзәлә Фуат ҡыҙы Ҡужаҡова күптәргә таныш ине – Ҡалҡан мәктәбе директоры, мәғариф бүлегендә методист булып хеҙмәт итте. Педагогтың йыр-моңға тартылыуы ла тәбиғи – атаһы Фәнил Фәррәх улы музыка уҡытыусыһы бит, ауыл клубында ла эшләй.
Быға тиклем дә ҡаҙаныштары байтаҡ, шул иҫәптән 2015 йыл муниципаль конкурс һөҙөмтәһе буйынса районда иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы тип таныла, 2017 йыл БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнә, төрлө кимләдәге Почет грамоталары бихисап.
Ә Алһыу әле 4-се класта уҡый. “Бик йәтеш, алсаҡ ҡыҙыҡай. Уның хыялы актриса булыу”, -ти уҡытыусыһы. Булыр ҙа! Бик йәш булыуына ҡарамаҫтан, төрлө конкурстарҙа гел генә тамашасыларҙың күңелен арбай һылыу ҡыҙсыҡ. “Башҡортостан таланттары”, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған нәфис һүҙ оҫталары конкурстары, Әхәт Мортазин иҫтәлегенә бағышланған дикторҙар ярышы һәм башҡа күп. Күҙ генә теймәһен!
Форсат менән файҙаланып, был йырҙың һүҙҙәрен баҫтырып сығарабыҙ. “Уҡытыусым” (Мостай Кәрим һүҙҙәре, Айрат Ҡобағошев көйө). Исемдә алтын һуҡмаҡҡа Тәү аяҡ баҫҡан көнөм. Тәү башлап мәктәп ишеген Үрелеп асҡан көнөм.
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап, Ҡараның күҙҙәремә. Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың Бәләкәс йөрәгемә.
Һин һөйләнең бәхетемдең Аҡлығы тураһында. Тыуған илдәге халыҡтың Шатлығы тураһында.
Һин етәкләп мендең мине Тауҙарҙың бейегенә. Алып киттең далаларға, Диңгеҙҙәр киңлегенә.
Һин яртырға өйрәттең Һәрбер биҙәген ерҙең. Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең Серҙәрен асып бирҙең.
Читайте нас: