Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе. Видеобәйләнеш тәртибендә ойошторолған сарала Хөкүмәт ағзалары, муниципалитет етәкселәре, төҙөүселәр ҡатнашты.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү барышы тураһында һөйләне.
"Быйыл беҙ 28 объектҡа ҡарата сараларҙы тамамлайбыҙ, 842 өлөшсөнөң хоҡуҡтарын тергеҙәбеҙ, – тине ул. – Был фатирҙарҙа быйыл 192 кеше йәшәй ҙә башланы".
Рәмзил Күсәрбаев белдереүенсә, 2023 йылға тиклем 126 проблемалы йорт буйынса мәсьәләне хәл итергә кәрәк, уларға 7500-ҙән ашыу кеше күсергә тейеш. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фонд менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә быйыл 87 проблемалы объект буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылған, был дүрт меңдән ашыу өлөшсөнөң мәсьәләләрен хәл итергә булышлыҡ ҡыласаҡ. 54 йорт буйынса компенсация түләнә йәки уларҙы төҙөп бөтөүгә субсидия бүленә. Ҡалған проблемалы объекттар буйынса документтар тикшерелә.
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар алдында банкрот тип табылған төҙөүселәрҙең йөкләмәләрен көйләү буйынса республика фонды генераль директоры Дамир Миңлебаев сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеүгә федераль бюджеттан алты миллиард һум аҡса алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан да финанслау кәрәк. Башҡортостан Башлығы тейешле үҙгәрештәрҙе 2021 йылға бюджет документтары пакетына индерергә ҡушты.
Рәмзил Күсәрбаев белдереүенсә, яҡын арала Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса фондтың Күҙәтеү советы ултырышы үтәсәк. Унда “Миловка паркы” объекттары буйынса ҡарар ҡабул итеү күҙаллана.
Бынан тыш, “Төҙөлөш сәғәте”ндә Өфөнөң Урман техникумы урамында тораҡ йорт төҙөүгә бәйле ҙур инвестиция проектын ҡаранылар. “Баҡса ҡулсаһы Өфө” махсуслаштырылған төҙөлөш компанияһы был башланғыс нигеҙендә алданған өлөшсөләрҙе лә торлаҡ менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө директорҙары Советы рәйесе Сергей Колунов белдереүенсә, әлеге объектты файҙаланыуға тапшырыу 184 "һауалағы" кешенең мәсьәләһен хәл итәсәк. Улар – төҙөлмәгән йорттарҙың юғары йәки түбән ҡаттарындағы фатирҙар өсөн түләгән өлөшсөләр.
Төҙөүсенең планында – 2020 йыл аҙағына тиклем тағы 846 алданған өлөшсөнөң килешеүҙәрен “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө төҙөгән йорттарҙағы яңы фатирҙарға киренән теркәү.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.