Яйыҡ
-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 17:10

Машинала айыу баҫтырған

Автомобиль хужаһы төндә юлға сыҡҡан айыуға ситкә тайпылырға ирек бирмәй ҡыуып барыуын сағылдырған видеояҙманы социаль селтәргә һалған. Меҫкен хайуан саҡ юлдан ситкә сығып ҡаса, ҡараңғыға инеп юғала. Был хәл Ишембай районында булған тип яҙҙы “Йәшлек” гәзите. Яҙма халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. "Ниңә хайуандарҙы ҡурҡытырға? Күҙҙән юғалғансы көтөп торор ине, юҡ... Юрамал бара. Беренсе тапҡыр хайуан күрҙеңме?" – тип һорап яҙғандар автомобиль хужаһынан.

Автомобиль хужаһы төндә юлға сыҡҡан айыуға ситкә тайпылырға ирек бирмәй ҡыуып барыуын сағылдырған видеояҙманы социаль селтәргә һалған. Меҫкен хайуан саҡ юлдан ситкә сығып ҡаса, ҡараңғыға инеп юғала. Был хәл Ишембай районында булған тип яҙҙы “Йәшлек” гәзите.
Яҙма халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. "Ниңә хайуандарҙы ҡурҡытырға? Күҙҙән юғалғансы көтөп торор ине, юҡ... Юрамал бара. Беренсе тапҡыр хайуан күрҙеңме?" – тип һорап яҙғандар автомобиль хужаһынан.
Шулай уҡ “Быны төшөргән авторҙы хайуандарға ҡаты мөғәмәлә иткән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк”, “Авторҙы машинаға бәйләп, бер биш километр үтергә ине” тип тә асыуланалар.
Көҙ ҡырағай хайуандарҙың оло юлға сығыу осраҡтары ҡырҡа арта. Шуға ла республиканың ЮХХДИ идаралығы автомобиль хужаларын һаҡ булырға саҡыра. Көҙөн йорт малдары ла юлда йыш осрай. Мәҫәлән, былтыр Йылайыр районында мал ҡатнашлығында туғыҙ авария теркәлһә, быйыл 19 осраҡ булған.
Ҡырағай хайуандар, ғәҙәттә, юлға шәп итеп йүгереп сыға, шуға ла уларҙы абайлауы ауыр. Күп осраҡта бындай осрашыуҙар күңелһеҙ тамамлана. Быйыл ҡырағай хайуандар, йәнлектәр ҡатнашлығында 53 юл ваҡиғаһы теркәлгән.
Фото: скриншот
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в