Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 16:20

“Нисек кәмһетелеп, барыһына түҙеп йәшәргә була, әсәй?!"

Ирем менән ҡырҡ йыл бергә йәшәгәндән һуң ғаиләбеҙ тарҡалды. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, ҡырҡ йыл! Ҡасандыр әхирәтем 21 йыл йәшәгәндән һуң ире менән айырылышҡас, был хәлде фажиғәләй ҡабул итеүем иҫтә.

Бер ни тиклем ваҡыт уҙып, күңел урынына ултырып, асыу-ярһыу баҫылғас, үткәнгә әйләнеп ҡарайым да, “ҡайһылай яҡшы булған, хәҙер үҙем өсөн ни тиклем күп буш ваҡыт бар”, тип ҡуям. Бынан бер нисә йыл элек бөтөнләй башҡа фекерҙә инем. Ғөмүмән, айырылышыу, ғаилә тарҡатыу һәм яңғыҙлыҡтың ҡасан да булһа үҙемә ҡағылырын башыма ла килтермәнем.
Ирем менән ҡырҡ йыл бергә йәшәгәндән һуң ғаиләбеҙ тарҡалды. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, ҡырҡ йыл! Ҡасандыр әхирәтем 21 йыл йәшәгәндән һуң ире менән айырылышҡас, был хәлде фажиғәләй ҡабул итеүем иҫтә. ”Нисек инде ул, шул ҡәҙәре ғүмер кисереп, күпме ауырлыҡтарҙы бергә үткәреп, балалар үҫтереп йәшә лә олоғайған көндә хушлаш?” - тип уйланғаным, әхирәтемде йәлләгәнем яҡшы хәтерҙә.
Үҙем дә ошо көнгә ҡалдым. Айырылышыу сәбәпсеһе мин түгел – ирем. Ошо матур һанға еткәс, мөнәсәбәттәргә нөктә ҡуйырға теләне. Үҙенә йәш ҡатын тапҡан икән. Бөтә үткән тормошомдо күҙаллап, үҙемдең ни тиклем хаталар яһағанымды әле генә аңлау дәрәжәһенә еттем. Ҡырҡ йыл эсендә ниҙәр генә кисерергә яҙманы! Хыянаттарҙы йәшлек иҫәрлегенә япһарҙым, рәнйетеү һәм кәмһетеүҙәрҙе тиҙерәк оноторға тырыштым, балаларыңды етем иткең килмәһә, тешеңде ҡыҫып булһа ла түҙәһең икән. Бер нисә йыл эшләмәгән сағында ла тауыш күтәрмәнем, тормош дилбегәһен хәлдән килгәнсә үҙем тарттым. Балаларым хаҡына бөтә көйһөҙлөктәрҙе үткәреп ебәрергә, ғәфү итергә тырыштым. Һәм бына шул хаталарымдың “емеш”тәрен бөгөн тирәм.
Балаларымдың һәр береһе үҙаллы донъя көтә, ейәндәрем дә һөйөндөрөп, бер-бер артлы үҫеп килә. Хәҙер ҡыҙҙарым үҙҙәре әсәй булғас, минең атайҙарын һәр саҡ ғәфү итеп йәшәгәнемә аптырай. “Нисек кәмһетелеп, барыһына түҙеп йәшәргә була, әсәй? Ғүмер бер генә... Үҙең беҙҙе ғорур булырға өйрәттең”, - тиеүҙәрен йыш ишетәм. Улар бәләкәйҙән атай менән әсәйҙең бергә йәшәп тә, бик бәхетһеҙ икәнлеген кескәй генә йөрәктәре менән тойғандыр, күрәһең. Алтмыш йәшкә еткәс кенә ошо хәҡиҡәтте аңланым, бик үкенесле...
(Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Фото: Dela-ruk.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: