Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 18:45

Йәшлеккә күпер

Ҡапыл телефон шылтыраны. Әсәйем трубканы алып:- Гөлсимә, һине һорайҙар,- тигәс, аптырай төштөм. Минең ауылға ҡайтҡанды кемдер белеп тә өлгөргән.- Сим-Сим?! Сәләм!- Һayмыһығыҙ. Ә был кем?- Һинең йәшлегең.- Ой! Ә ҡайҙа осрашабыҙ?- Күпер төбөндә...- Остом!

Ҡапыл телефон шылтыраны. Әсәйем трубканы алып:- Гөлсимә, һине һорайҙар,- тигәс, аптырай төштөм. Минең ауылға ҡайтҡанды кемдер белеп тә өлгөргән.- Сим-Сим?! Сәләм!- Һayмыһығыҙ. Ә был кем?- Һинең йәшлегең.- Ой! Ә ҡайҙа осрашабыҙ?- Күпер төбөндә...- Остом!Вәғәҙә бирҙем, ә кем шылтыратҡанын да һораманым. Әхирәттеремдең береһелер инде!Мин бөгөн генә тыуған йортома “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына тип ҡайтып еткәйнем. Ауылыма күптән юл төшкәне булманы. Туғандар менән йыш ҡына күрешеп торабыҙ ҙа ул, күберәк улар, йомоштары төшөп, йә дауаханаға, йә уҡырға инергә, йә Өфөгә ҡунаҡҡа үҙҙәре килә. Ә бына синыфташтарҙы күрмәгәнгә байтаҡ йылдар үтеп киткән. Улар ҙа төрлөһө төрлө яҡта, ауылда ҡалғандары ла хәтһеҙ генә. Һағындырған! Мин улар янына ашығам.Ана ул күпер төбө. Бынан егерме йыл тирәһе элек беҙ кистәрен “ритайым”ғa йыйыла торған урыныбыҙҙа бөгөн дә кешеләр күренә, араларында бала-саға ла бар. Ситтәрәк машиналар, мотоцикл, хатта арбаға егелгән, ялы төрлө таҫмалар менән биҙәлгән ат та күҙгә салынды. Ҡыҙыл йылғаһының тал, ерек, тирәктәр ҡаплаған ярында усаҡ яғып ебәргәндәр, янына төрлө сумка, йәшник, ҡағыҙ ҡумталар теҙәләр, магнитофондан таныш көйҙәр янғырай. Бөтәһе лә мәш килә.- Һаумыһығыҙ, барығыҙ ҙа!- О! Сим-Сим килә...- Кәтәләү, һин бит был! Һаумы!- Ой, Ҡоршой...- Ә-ә, Ситекәй, һаман да йырыҡ ауыҙ...- У-у, Айыу апа!Беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, бер-беребеҙҙе элеккесә ҡушаматтарыбыҙ ме¬нән сәләмләйбеҙ икән дәһә! Юҡ-юҡ, бының өсөн әүәлге кеүек үпкәләү юҡ, киреһенсә, нисектер рәхәт, еңел, күңелле булып китә. Әйтерһең дә, беҙ барыбыҙ ҙа йылдар томанында аҙашып, ауылыбыҙ урамдарында ялан аяҡ йөрөп ҡалған, бер ҡайғыһыҙ, ғәмһеҙ бала сағыбыҙға ҡайтҡанбыҙ. Бер сәбәпһеҙ көләһе, шаяраһы килә...Синыфташтар - йән дуҫтарым! Һәр бepehe шундай үҙ, таныш һәм үҙгәргән, ят та. Ah-ah, хатта күперебеҙ ҙә элекке түгелсе...- Ә беҙҙең күпер ҡайҙа булған?- Һуң уның ағып киткәненә ҡасан.- Ә-ә, эйе бит әле. Яңыны ҡасан һалдылар?- Бер йыл элек кенә. Үҙебеҙҙең Таһир төҙөнө.Ҡараштарым Таһирҙы эҙләй. Ана ул... Элеккесә оялсан йылмайып, яр буйынан миңә табан атлай. Ҡулында ҡармаҡ сыбығы, күҙҙәре миндә. Күрешәбеҙ. Аҙыраҡ ҡаушау, уңайһыҙланыу тoйғoho менән бергә ми¬не шатлык хистәре солғап ала. Ике сикәмдең “гөлт” итеп янып китеүен тоям.Таһир... Тәүге мөхәббәтем минең. Бала сағымдың, мәктәп йылдарымдың онотолмаҫ бер өлөшө, яҡты иҫтәлеге. Мине балалыҡтан сығарған, танауыма еҫ һиҙҙерткән, тәүге hөйөүҙең шатлығын да, ғазабын да татытҡан егет ул. Әле ҡаршымда баҫып торған мыҡты кәүҙәле, саллана башлаған сәсле, үҙенә һәләк килешле һаҡал-мыйыҡ үҫтергән был олпат ирҙең ҙур күҙҙәре һәм haғыш тулы ҡараштары ғынa элек мин белгән һәм яратҡан малайҙыҡы... Иҫемә килеп:- Күпер бик матур булған,-тигән булам.- Беҙҙең йәшлек кеүек...- Эйе шул...-Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, барығыҙ ҙа табынға,- элекке старостабыҙ, әлеге ваҡытта ауыл хакимиәтендә иҫәп-хисапсы булып эшләгән Гүзәлгә ғәҙәт буйынса бер һүҙһеҙ буйһонабыҙ. - Байрамдың рәсми өлөшө башланғансы, беҙгә йыйылып бөтөп, исемлекте барлап, килгәндәрҙе билдәләп, кискелеккә план төҙөп өлгөрөргә кәрәк, класташтар.Гүзәлебеҙ һәр ваҡыттағыса эшлекле, етеҙ, булдыҡлы. Осраҡлы тура килдеме, әллә юрый ҡалдырҙылармы-түңәрәк табында Таһир ме¬нән урындарыбыҙ йәнәш тура килде.- Ниңә яңғыҙ килдең?—тип һорай ул.- Иптәшем байрам, һабантуй, осрашыуҙарға йөрөргә яратмай, ваҡыты ла юҡ инде уның... Ә мине тыймай, - тип көлгән булам. -Бик етди кеше бит...- Балалар? -Таһир ғәҙәттәгесә аҙ һүҙле, әммә етди.- Икәү. Улым менән ҡыҙым, байрам башланғансы тип, әсәйемдә ҡалдылар. Өләсәләрен күреп туймағандар әле. Ә һинең ғаиләң?- Мин әле бер үҙем... —ул минең аптыраған йөҙөмдө күрмәмешкә haлышты.Хәл-әхүәл hopaшып, осрашыу өсөн ауылыбыҙҙың матур киләсәге һәм данлы кешеләре өсөн тостар әйтелеп, бер аҙ ҡапҡылап алғас, барыбыҙ ҙа мәҙәниәт йортона йыйындыҡ. Унда бөгөнгө “Һayмыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын асыу, доклад, сығыштар, концерт булырға тейеш. Аҙаҡ спорт уйындары, төрлө ярыш-бәйгеләр, уйын-көлкө йылға буйында дауам итәсәк.Ҡыҙыл йылғаһы ауылыбыҙҙы икегә бүлеп aғa. Халыҡ шуға ла “аръяҡтарға” һәм “биръяҡтарға” бүленә. Мәҙәниәт йорто аръяҡта. Бөтә синыф менән яңы күпер аша үтәбеҙ. Киң, матур, мөһабәт, семәрле тимер рәшәткәле ул.- Таһир, афарин, ныҡ тырышҡанһың, ҡала күперҙәренә биргеһеҙ, - тине Магнитогорскиҙан ҡайткан Кәтәләү—Ғиниәт.- Был күперҙе хәҙер бер ниндәй ташҡындар ҙа алып китә алмаҫ,- тип ҡыуанды ауылда йәшәгән Клара.- Ауылыбыҙ күрке. Архитектура һәйкәле,-тип маҡтанды мәктәбебеҙҙең физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы Фәиз.- Архитектура һәйкәле генә түгел, ул - беҙҙең йәшлегебеҙгә һәйкәл!—был һүҙҙәре һәр вaҡыттағыса “аҡыллы баш” Гүзәлебеҙ әйтте.- Тырышылды инде,- ти Tahиp яуапһыҙ ҡалмаҫ өсөн баҫалҡы ғынa итеп hәм миңә боролдо. -Сөнки иҫке aғac күпер беҙҙе айырҙы бит,-тип саҡ ишетерлек итеп шым ғын өҫтәп ҡуйҙы.- Ни өсөн айырҙы? Ул бит, киреһенсә, беҙҙең осрашыу, күрешеү урыны ине. Икебеҙҙең генә лә түгел, ә бөтә ауыл йәштәренең...- Эйе, тәүҙә шулай ине,- ул уйсан ҡараштарын ергә төбәп атлап, оҙаҡ өндәшмәй барҙы. Мин дә шымам.Эйе, ул йылдарҙа яңы мәҙәниәт йорто төҙөйбөҙ тип, иҫкеһен боҙоп ташланылар. Төҙөлөш өс-дүрт йылға һуҙылды. Ә дәрте ташып, көсө урғылып торған йәштәрҙе өйҙә тотоп буламы һуң? Улар уйнап-көлөргә, йырларға, бейергә теләй. Ҡыҙыл аша һалынған aғac күпер беҙгә клуб иҙәнен алыштырҙы. Гармун тауышына, йәштәр йырына йылға буйындағы талдарға ҡунған һандуғастар моңо ла ҡушыла ине. Күперҙең ике башынан да яр буйлап әрәмәлеккә парлылар тарала, уйнап арығaн гармунсы егеттәр һыy инергә, кемдер усаҡ яғырғa өлгөрә. Уйын-көлкө, йәйге төн үтеп, таң беленә башлағансы дауам итә торғайны...- Айырҙы шул,- баяғы һүҙен ҡабатланы Таһир. - Иҫләйһеңме 1990 йылдың 1 майындағы ташҡынды? Бөтә Башҡортостанды hыy баҫты.- Әлбиттә, хәтерләйем. Мин, байрамға ҡайтып, кире Өфөгә китә алмай, уҡыуға бер аҙна һуңлап барғайным.- Ә мин иртәгеһенә әрмегә китергә тейеш инем... Оноттоңмо?- Ә-ә, эйе шул...-Мин бит, әрме хеҙмәтенә саҡырылыуымды белдертеп, һине хушлашыу табынына саҡырып, хат яҙғайным. 30 апрель көндө яуа башлаған ямғыр төнө буйы ҡойҙо, иртәгәһенә лә туҡтаманы. Кискә мине оҙатырға тейеш булған туғандар, класташтарым йыйыла башланы. Һинең иртәнге поезд менән ҡайтып еткәнеңде ишеткәйнем, шуға ла өйөгөҙҙән барып алып килергә тип мотоциклды ла ҡабыҙҙым. Әсәйем: “Йәйәү генә йөрө, бынау бысраҡта...”— тип әйтеп кенә өлгөрҙө, мин ҡапҡанан сығып та киткәйнем инде. Аръяҡҡа сығырға күпергә килһәм, ни күҙем менән күрәйем: Ҡыҙыл ташҡан, аждаһа кеүек ажғырған ялбыр тулҡындар күперҙе йыуа, ике яҡтан да рәшәткәләре ағып киткән, яҡын барырлык түгел. Күперҙең ике яҡ осона кешеләр йыйылған, кемгәлер биръяҡҡа, кемгәлер аръяҡҡа сығырға кәрәк, ә юл ябыҡ. Күп тә үтмәне күпер таҡталары шығырлап ысҡына башланы, ә шомло даръя уларҙы төпһөҙ тамағына ҡомһоҙланып йота ғына... Күпер иң йыуан бағаналары менән бергә шырпы ҡабы кеүек кенә ағып та китте. Ә минең йөрәк өҙөлөп төштө... Ә беҙ... Ә һин?Ямғыр тағы ике көн яуҙы. Күпме кәртә, йорт-ҡура, техника, мал ағып китте, хатта кешеләр һәләк булды. Мин иртәгәһенә әрмегә киттем, ә һин аръякта, утрауыңда ҡамалып, ятып ҡалдың... “Көтәм”,— тиеп анттар итмәнең, көн дә хаттар яҙырға вәғәҙәләр бирешмәнек... Әлбиттә, хаттарҙы мин көн дә тиерлек яҙҙым... Башта. Ләкин һинең хаттарың һирәкләнә, һүҙҙәрең ҡоролана барҙы. “Юғары уҡыу йортонда белем алыуы ауыр, ваҡыты юҡтыр",-тип үҙ-үҙемде йыуатҡан булдым, ләкин был ғына сәбәп түгеллеген күңел һиҙҙе... Беҙҙең ауылдағы ике ярҙы тоташтырған күпер менән бергә йөрәктәребеҙҙе ялғап торған күперебеҙ ҙә ағып киткән, шикелле, аҙ һүҙле Таһирҙың баяғы шараптанмы, осрашыу шатлығынанмы теле асылған ине...Таһир хаҡлы. Ул саҡта минең баш ҡаланың шаулы тормошона сумып, яңы урындан, яңы дуҫтарҙан, яңы тәьҫораттарҙан башым әйләнеп, ерҙә түгел, күктең етенсе ҡатында йәшәгән сағым ине. Яңы ғынa төпкөл ауылдан килгән тәжрибәһеҙ ҡыҙҙы миллионлы Өфө, күңелле студент тормошо үҙенең ярһыу ҡосағына алып, тыңғыһыҙ ағышы ме¬нән сорнап алғайны. Тыуған ауыл, яҡындарым, дуҫтарым бер aҙғa онотолған кеүек булды. Киләсәген ауылһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған Tahиp һөнәрселек училищеһына уҡырға инде, ауыл яңылыҡтарын белеште, класташтары тураһында хаттар яҙып торҙо, бер-ике тапҡыр Өфөгә минең янға килеп тә китте. Ләкин ауылда матурлығы, батырлығы буйынса башҡаларға тиң булмаған егет Өфөлә, минең студент дуҫтарым янында, нисектер баҙап, юғалып, кесерәйеп ҡалған кеүек була ине. Бәлки, миңә генә шулай тойолғандыр... Ул - шул уҡ кисәге Таһир, күпте белгән, аҡыллы, төплө фекерле, киң эрудициялы, ләкин үтә баҫалҡы егет. Ә ҡалала уҡып йөрөгән артыҡ ҡыйыу, үҙ-үҙенә ныҡ ышанған тәкәббер егеттәрҙең, хатта ҡайһы бер иптәш ҡыҙҙарымдың да Таһирға түбәнһетеп ҡарағаны миңә лә йоҡтомо икән? Ни генә тигәндә лә, миндә yғa ҡарата булған элекке hөйөү, уның менән ғорурланыу, yғa табыныу, ашҡыныу, ылығыу, уны haғыныу, юҡһыныу тойғолары юҡ ине инде.Ә нисек матур йөрөгәйнек беҙ ауылда?! Һоҡланмаған йә көнләшмәгән кеше юҡ ине беҙгә. Биш йыл бер парта артында ултырыу, дәрестәрҙән hyң да мәктәпкә спорт һәм башҡа төрлө туңәрәктәргә тип китеп, тағы уның менән булыуҙар, яҙғыһын ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән тәүге умырзаяларға, ҡыңғырау сәскәләренә барыуҙар, Ҡарантауҙағы ҡуш ҡайыныбыҙҙың гел генә хәлен белергә йөрөүҙәр, йәйҙәрен бөтә класс менән колхозға бесән әҙерләшеү, күлдәрҙә ҡамыш урыу, урмандарҙа япраҡ бәйләү, яландарҙа картуф утауҙар... Гел бергә, гел бергә. Атай-әсәйҙәр ҙә, уҡытыусылар ҙа беҙҙең дуҫлығыбыҙ хаҡында белгәндер, ләкин улар беҙҙең apaғa бер ҙә ҡыҫылманы, ни өсөндөр хупламаны ла, тыйманы ла. Ҡәҙимге мәктәп дуҫлығы, балалык мауығыуы тип кенә ҡаранылар, буғай... Әллә улар хаҡлы булдымы икән?- Ташҡын күп кенә күперҙәрҙе алып китте ул йылды,- тип янымдан барған Таһир уйҙарымды бүлде. - Оло юлдағы бөтә ауылдарҙа ла яңынан бетондан ҙур күперҙәр төҙөнөләр, ә беҙҙә... Мин әрменән ҡайтҡанда элеккенән дә бәләкәсерәк, йәтеш кенә aғac күпер һалып ҡуйғандар, төҙөүселәр маршрут автобустары йәки ҙур түрәләр йөрөй торған юл түгел әле, тигәндәрҙер инде.- Ә һин үҙең нисек Курил утрауҙарына барып сыҡтың hyң?- Эй, Гөлсимә... Хеҙмәтемде тултырып ҡайтыр алдынан Кәтәләүҙән хат алдым, һинең Өфө егетенә кейәүгә сығыуыңды, хәҙер ауылға һирәк ҡайтыуыңды хәбәр иткән ине ул. Һуңғы осорҙа хаттарыма яуаптар яҙмауыңдың сәбәбен аңланым. Арабыҙҙағы hyңғы күперҙең янып юҡҡа сығыуы, ҡыл нәҙеклегендәй генә ҡалған өмөт баҫмаһының да шартлап өҙөлөүе шул булды, ахырыһы. Ҡайтышлай Өфөлә туҡтап, университетыңа барып, һине күрергә уйланым да... ғорурлығым ебәрмәне. Әллә хурланыу, алданыу тойғоһомы... Шулай тиҫкәре бит мин электән,- Таһир күңелһеҙ генә көлөп ҡуйҙы. Мин өндәшмәй генә башымды эйеп барам, бер туҡтауһыҙ муйынымдағы ебәк шарфтың осон бөгәрләйем. Һүҙҙәр артыҡ. Аҡланырға урын юҡ.-Ауылда ҡалғы килмәне. Беренсе тапҡыр ауылым ят, сит, ҡотһоҙ булып тойолдо. Колхозда элеккесә тугел ине, техника ла иҫкерҙе. Үҙемде хатта тыуған йортомда ла артыҡ, кәрәкһеҙ һәм файҙаһыҙ йән тип тойҙом һәм Магнитогорскиға сығып киттем. Тау-метал¬лургия институтының төҙөлөш факультетына уҡырға индем. Бөтәһе лә йәштәр, минең өсөн бала-саға кеүек күренә, әрменән һуң уҡырға ингән егеттәр араһында икәү генәбеҙ, файҙаһын тапманым. Ике йылдан һуң ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, хеҙмәттәшемдең саҡырыуы буйынса Курил утрауҙарына сығып киттем. Төҙөлөштә эшләнем. Институт тамамланым. Һуң ғынa өйләндем. Ҡатыным мәрйә. Ҡыҙым үҫеп килә. Ат туйған ерендә, ир тыуған ерендә, тигәндәй, тыуған яҡ үҙенә тартты. Әле бына район үҙәгендә йәшәп ятам, өй һалдым. Юл төҙөү-ремонтлау участкаһында инженер булып эшләйем. Эшем оҡшай. Рәйләне алып килергә ине, ҡатын риза түгел. Хәйер, ике йыл айырым йәшәү, бәлки, уның да фекерен үҙгәрткәндер. Ҡыҙымды һағынам... — Таһир ҡыҙын күҙ алдына килтерепме, моңһоу ғынa йылмайып ҡуйҙы, уның бөтә йөҙөнән, күҙҙәренән яҡты нур түгелде. Минең хатта йөрәгем тиҙ һуғып китте. Эйе, эйе, ул шул уҡ элекке Таһир... Ихлас, матур, егәрле, алсаҡ... Ниндәй шәп егеттең йәре булғанмын мин. Һис тә үкенерлек түгел.- Ә ауылыбыҙға яңы күпер төҙөүҙе мин күтәреп сыҡтым. Проектын да төҙөнөм, һыҙымдарын да әҙерләнем, бағымсылар ҙа таптым, район хакимиәте лә башланғысты хупланы.Ә күпер төҙөлөп бөткәс, oшoғa тиклем күңелде өйкәп, иҙеп йөрөгән бер ауыр таш иреп юҡҡа сыҡҡан кеүек булды. Хәҙер үҙем дә, ауылдаштарым да ҡыуанып бөтә алмай. Инде йәштәребеҙҙең яҙмышын ташҡын ағыҙған күперҙәр бутамаҫ,-тине ышаныслы тауыш менән ҡәнәғәт, шат һәм бәхетле Таһир.- Бәлки, беренсе мөхәббәтең шулай йәшлек шаңдауы, мәңгелек йыр, онотолмаҫ яҡты хәтирә генә булып ҡалыуы яҡшыраҡтыр ҙа, ә? Бына бит һине лә ул ниндәй ҙур эштәргә, ижадҡа дәртләндергән, илһам биргән...- Аҡланаһыңмы әллә? Гөлсимә, һинең бер ниндәй ҙә ғәйебең юҡ бит. Йәшлегебеҙ таңында һине осратыуым, һине яратыуым менән бәхетле мин. Әгәр теге саҡта һинең һөйөүең үтеп, мине элеккесә яратмаһаң да миңә кейәүгә сыҡҡан булһаң, икебеҙ ҙә әле бәхетһеҙ булыр инек...“Тимәк, беҙ бөгөн икебеҙ ике тарафта үҙебеҙсә бәхетлебеҙ”,— тип әйтмәксе булам да тыйылам. Һүҙҙәр артыҡ.Ҡыҙылдың ике ярын, ауылдың ике яғын тоташтырыусы күперебеҙгә тaғы бер әйләнеп ҡараным. Класташтарымдың өҙөлөп барған аралашыу сылбырын ялғаусы, онотола төшкән йәшлек саҡтарын киренән ҡушыусы, тыуған яҡҡа булған юлдарҙы тоташтырыусы, күптәребеҙҙең яҙмыш ебен яңынан бәйләүсе, ҡасандыр бергә типкән йөрәктәрҙе киренән осраштырыусы, барыбыҙҙы ла ауылыбыҙға тартып тороусы күпер, йәйге шифалы ямғырҙан һуң ҡалҡҡан мөғжизәле Салауат күперен хәтерләтеп, сағыу ҡояш нурҙарында ҡойоноп йым-йым итә hәм беҙҙе гүзәл йәшлегебеҙгә саҡырып балҡый ине.
Зилә ПСӘНЧИНА.
Читайте нас в