Һүҙ рәсәйҙәрҙең пляжда үҙҙәрен тотоуы хаҡында бара. Атап әйткәндә:һыу буйына йәнлектәрҙе (йөрөтөүсе эттәрҙән башҡа) алып барыу;ярамаған урындарҙа спорт уйындары уйнау; һыу инеүселәрҙе «ырғытыу» һәм «тотоп алыу»;ҡыҙыл һәм ҡара флаг күтәрелгәндә һыуға инеү;ҡалҡыуыстан алыҫҡараҡ китеп йөҙөү һәм уларҙы батырыу тыйыла.Шулай уҡ махсус пляждарҙа ҡотҡарыусылар дежурлығы ойошторолорға, һыу төбөн водолаздар алдан тикшерергә тейеш.Бәләкәй суднолар, гидроциклдар һәм башҡа йөҙөү сараларын прокатҡа биреү пункттары тыйыла.