Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 15:28

Кеше һәм тәбиғәт

Акцияға ҡушылдыҡ

1-се башҡорт лицейының 7 “Г” класс уҡыусылары, үҙҙебеҙҙең класс етәксебеҙ Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы Ғүмәрова менән көҙгө каникулда урман-тауҙарға йәйәүле экскурсияға сыҡтыҡ.. Көн бик йылы булды. Ҡояш беҙҙе сағыу нурҙары менән ҡаршы алды. Тау итәгендә ҙур ғына яланда тәнәфес эшләп алдыҡ. Унда уйнап-көлөп, йырлашып алғас, маяк торған тауға күтәрелдек. Был юғарылыҡтан Учалы ҡалаһы бик матур булып күренә икән?! Икенсе яҡҡа күҙ һалһаң, Урал армыттары һуҙылып киткән, аҡ башлы Ирәмәл тауы ла хозурланып тора. Тирә-яҡ ҡарап туярлыҡ түгел, көҙ буяуҙары күҙҙе сағылдыра! Ватаныбыҙ ниндәй матур беҙҙең Юл буйына осраған сүп-сарҙы йыя барып, Тыуған еребеҙҙе һаҡлау өсөн ойошторолған “Таҙа урман” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылдыҡ. Һәр кеше ошолай үҙ артынан таҙартып йөрөһә лә, тәбиғәтебеҙ күпкә таҙараҡ булыр ине, тигән һығымтаға килдек! Вилена Абдуллина, Учалы ҡалаһы.
Читайте нас: