Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 18:30

160 саҡрым тиҙлектә елгән

Республикала 15 йәшлек үҫмер ата-әсәһенең машинаһында юл фажиғәһенә осраған. Ул автомобилдә сәғәтенә 160 саҡрым тиҙлектә елгән

Республикала 15 йәшлек үҫмер ата-әсәһенең машинаһында юл фажиғәһенә осраған. Ул автомобилдә сәғәтенә 160 саҡрым тиҙлектә елгәнАвария Туймазы районында теркәлгән. Октябрьскийҙан бер үҫмер, ата-әсәһенән рөхсәт һорамайынса, Renault Sandero руленә ултырып, танышы менән йөрөргә сығып киткән.12 йәшлек пассажир һүҙҙәренсә, ҡала буйлап йөрөгәндән һуң, дуҫтар машинаны федераль трассала һынап ҡарамаҡсы булған. Тиҙлекте арттырғас, ул идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм юл ситендәге кәртәгә бәрелгән. Автомобиль түңкәрелгән.Икеһе лә дауаханаға оҙатылған. Һуңынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы йән биргән.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: