Башҡортостанда 6-11-се класс уҡыусыларын өйҙән уҡыуға күсереүҙәре ихтимал. Был хаҡта бөгөн, 2 ноябрҙә, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы белдерҙе.
«Был аҙна уҡыусыларҙың каникулы дауам итә. 9 ноябрҙән балалар мәктәпкә бара. Мин бөтөнләй балаларҙы өйҙән уҡыуға күсерергә теләмәйем. Ләкин, йәнә бер тапҡыр әйтәм, әгәр аҙна уртаһына, аҙағына хәл ҡатмарлаша башлаһа, 1-5-се кластарҙы мәктәптә уҡытыуға, ә 6-11-се класс уҡыусыларын өйҙән уҡыуға күсереүгә әҙер булырға кәрәк. Быларҙың барыһы ла санитар-эпидемиологик хәлгә бәйле», — тип билдәләне Радий Хәбиров.